Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
14 Декабря 2025, 08:00

Иҫке йылым

Башҡа йылдарҙағынан айырмалы, ҡар яңыраҡ ялындырап ҡына яуа башланы. Иҫке йылдағы насар уйҙар, күңелһеҙлектәрҙе үҙеңдә ҡалдыр тарих тип теләйбеҙ. Яңы йыл яҡшы хәбәр, күңелле ваҡиғалар алып килһен.


Аҡ ҡарҙарҙа күңел йылыһы ул,
Сафлыҡ бөркөп , яуа ла яуа.
Үтеп кенә бара иҫке йылым,
Эх, йөрәккә нишләп моң уя.
 
Булды инде шатлыҡ-көйөнөсө,
Иҫке йылым, үпкәм юҡ һиңә.
Аҡ миҙгелдең сергә тулған мәле -
Мөғжизәләр көтәм мин һинән.
 
Ишетелә кеүек күк асмандан,
Һағыш сыңы , киткән ҡаҙҙарҙың.
Беләһеңме, сәскә ҡарҙар улар -
Шаңдауы ул, килер яҙҙарҙың.
 
Өр Яңы Йыл, әйҙә,ҡотоң менән
Именлегең менән кил илгә.
Пар аттарын егеп, елеп килә-
Ҡыңғырауҙар сың да сың килә!
 
Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина

 

Иҫке йылым
Иҫке йылым
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас