Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
14 Декабрь 2025, 07:00

Туған телем

Ул үҙемә килешә. Минең телем һанһыҙ күҙҙән торған, Күпереп тә торған йылы шәл. Меңәр йылдар буйы ул бәйләнгән, Ҡеүәләрен үлсәр юҡ дәүмәл.

Туған телемТуған телем
Туған телем
Дәү мәлдәре булған шәлкәйемдең,
Ултырғаны булған күшегеп.
Ғәрәсәттәр үткәс йәнә ҡалҡып,
Матурайып киткән, бешегеп.
Бер күҙе лә төшөп ҡалмаһын тип,
Өммәттәре һаҡлап, ҡараған.
Араһынан ынйы ҡойолтам тип,
Шағирҙары уны тараған.
Зиһендәрен асҡан ул халҡымдың,
Ул халҡымдың күңелдәрен күргән.
Ә сәсәндәр ошо шәл ситенә
Һәр береһе яңы суҡтар үргән.
Ил хәсрәте уны кейеҙләгән,
Ҡыуаныстар уны кире киргән,
Иләнгән һәм иҫкергәне һайын
Урын алған юғарыраҡ, түрҙән.
Ул ойпалған һайын йылы биреп
Ҡабарына барған күркәмләнеп.
Булған, ҡайһы ауһар шәл япма тип,
Әйткән әсәһенә, әй, кәмләнеп.
Бәғзеләре капрон яулыҡ бәйләп,
Юҡ өшөтә тиеп, кире ҡайтҡан.
Сасҡауҙарҙа шәлдән яҡшыһы юҡ,
Ҡалай әле әсәй дөрөҫ әйткән.
Минең телем һанһыҙ күҙҙән торған
Күпереп тә торған дебет шәл.
Уның ҡосағында шундай йылы,
Ул үҙемә шундай килешә.
Минең шәлем аҡ болоттай ҙур ул,
Күҙҙәрендә сикһеҙ ҡото бар.
Янғандарға уның яуыны бар,
Өшөгәнгә уның уты бар.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА ижады.
Автор:
Читайте нас