Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
14 Декабрь 2025, 07:15

Туған телемдең тыуған көнө бөгөн!

Әлифбабыҙҙа - 42 хәреф, телебеҙҙә 40 өн. Юғалтмайыҡ! Йәшәһен телем! Туған тел көнө айҡанлы Гүзәл апай СИТДЫҠОВАНЫҢ шиғырые тәҡдим итәбеҙ.

Ҡырҡ өн бөгөн минең туған телдә,
Ҡырылмаһа ҡырҡ һүҙ тыуҙырыусы,
Биләүемдә донъя танытыусы,
Осҡанымда ҡанат ҡуйҙырыусы.
Ҡырҡ өн алдан бара - юлдар ярып,
Ҡырҡ тарафҡа асып ҡуя ишек,
Ҡырҡылып та торған ҡайсаҡ телем,
Әммә мин бар, донъя!
Бармын, ишет!
Ҡырҡ сәскәнән теҙгән гөлләмәләй,
Ҡырҡ ҡайыштан үргән ҡамсы кеүек,
Әммә шундай мохтаж ҡурсалауға
Япраҡтағы ысыҡ-тамсы кеүек
Ҡырҡ өн!
Юғалтмайыҡ!
 Гүзәл СИТДИҠОВА, шағирә, яҙыусы.

Туған телемдең тыуған көнө бөгөн!
Туған телемдең тыуған көнө бөгөн!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас