Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
14 Декабря 2025, 01:05

Яңғыҙлыҡ (башы)

–Нимә булды тағы һиңә, нимә оҡшаманы, буранмы, һыуыҡмы, ниңә ыҙалатаһыңдыр инде мине ҡасандан бирле, көн менән төндө лә бутай башланың бит, ыстырам.

Яңғыҙлыҡ (башы)Яңғыҙлыҡ (башы)
Яңғыҙлыҡ (башы)

 –Нимә булды тағы һиңә, нимә оҡшаманы, буранмы, һыуыҡмы, ниңә ыҙалатаһыңдыр инде мине ҡасандан бирле, көн менән төндө лә бутай башланың бит, ыстырам. Йомшаҡҡа баҫып йөрөйһөң, йылынан йылыға йөрөтәм, мыжыҡҡа  әйләндеңме әллә әйтәгүр, һылап-һыйпап ҡына торам бит үҙеңде, төн йоҡоһо бирмәйһең, йәнемә, тәнемә тыныслыҡ юҡ һинән, нимә генә эшләргә һинең менән...
Ике аяғына текләп, Нәфисә әбейҙең үҙ аяҡтары менән һөйләшкәнен күрһә берәү, был аҡылдан яҙғандыр тип уйлар ине, аяҡтарының һыҙлауына түҙә алмай ятҡан урынынан тормай ғына аяҡтарын һуҙып ултырып ыуалаштыра.
Тиҫтә йылдарҙан ашты инде яңғыҙ йәшәгәненә, балалары үҫеп таралышҡанына ғына ла биш былтыр. Элек балаларының татлы төн йоҡоларын уятып илаған, аҫтын алыштырған саҡтарын һағынып һөйләргә генә ҡалды. Ҡасан ғына һеҙ үҫеп, яңғыҙым төндәрен тыныс йоҡлармын икән, бер рәхәтләнеп ауырып та булмай һеҙҙән, тигән һүҙҙәре алдына килде әллә, бына, хәҙер ауырый ,,рәхәтләнеп", янында береһе юҡ.
Төн тыныс, көн тыныс, аҙна тыныс, ай-йыл тыныс, иҙә, ауырлығы менән баҫа икән дә был шомло тыныслыҡ. Ингән юҡ, сыҡҡан юҡ, һүҙ ҡушҡан да юҡ янында,  бер үҙе үкереп илағандары ла булды йыуатыусы юҡ, араҡы эсеп енләнгәндәре булды, әрләүсе юҡ. Тәүҙәрәк тәмле-татлы бешереп кемделер көттө, килеүсе булманы, тиң-тоштарына өндәште, кире ҡаҡтылар, һәр кемдең үҙ мәйеле, үҙ ыңғайына йәшәй һәр кемеһе.
Шылтыратыуҙары менән ялҡытты күрәһең таныш-тоноштарын да, элекке хеҙмәттәштәрен дә, хәҙер күптәре телефондарын алыуҙы ла кәрәк тапмайҙар, бер үк һүҙҙәр, бер үк хәбәрҙе кемдең тыңлағыһы килеп торһон.
Кәрең бөтһә үҙ балаларыңа ла артыҡһың икән дә, уларҙың үҙ ғәме, килһәләр киләләр, килмәһәләр үпкәләй ҙә алмайһың.
Юҡ, юҡ, яманлап бер һүҙ ҙә әйтә алмай уларға, әсәй тип өҙөлөп торалар, ярҙам кәрәкһә, әйт кенә тигән булалар. Театрҙарға йөрө, кисәләрҙән ҡалма, саф һауала күберәк бул, был уларҙың өгөт-кәңәштәре, яңғыҙлыҡта ҡалмаһын әсәйем, тигәнгә борсолоуҙары.
–Тағы нимә булды, ниңә сәнсешәһең шул ҡәҙәре, тыныслыҡ бирәһеңме бөгөн һин миңә, нимәһе оҡшамай тағы, дыулап тик тораһың тыңғы бирмәй, мыжыҡ ир ҡошап...
Аяғын ыуыуҙан туҡтап бер аҙ йөрөп, ҡанын яҙып алырға булды Нәфисә әбей. Былай һыҙлаған аяҡты әпәүләп ятһаң бөтөнләй аяҡтан яҙмаҫмын тимә, Хоҙайым күрһәтмәһен, ул саҡта нимә булыр, үҙ йомошоңа үҙең йөрөү ҙә ҙур бәхет. Күптән, бик күптән кеше яллап эшләтә ирҙәр эшен, розеткаһы боҙола, телевизор антеннаһы көйһөҙләнә, нисә йыл элек ҡатҡан сөйөнә тиклем ир һорап бушап тороуын әйт. Их, бер генә көнгә бер ир ҡулыма килеп эләкһә ине, тип хыялланған саҡтары күп булды, белер ине нишләтергә; люстраһын алыштыртыр ине, крандарын яңынан ҡуйҙыртыр ине, ишектең келәһен юнәттертер ине, ир ҡулын танһыҡлаған нәмә күп бында. Әүәлерәк сараһыҙҙан үҙенә иптәш эҙләргә лә уйлағайны, ир түгел, ә бергә йәшәргә иптәш. Ул саҡта аяғы ул ҡәҙәре һыҙламай ине әле, күп йөрөһә, буранға-ямғырға булһа ғына тынысһыҙланды. Тәүҙә үҙе кеүек яңғыҙ ҡатындарҙы өйҙәшкә аларға уйланы, аҙаҡ ир кәрәклеген асыҡланы, уларына ла ир кәрәк донъя тишек-тошоғон ямар өсөн. Бысаҡ үткерләргә лә ир, тартма боҙолһа ла ир, диван шылдырырға ир кәрәк шул. Элек кенә ире булғанда беленмәгән, барлыҡ эште бары үҙе генә эшләгән кеүек ине, донъя тик уның тырышлығы менән генә алға бара, тип уйлаған. Яңылышҡан, ныҡ яңылышҡан, ирһеҙ ҡалғас тәүҙә иркенләп йәшәне, бер аҙҙан ғына, ыңғай барған тормошо аҡһаңлай башлағас, үҙенә ир эҙләмәксе булды, үҙе кеүек яңғыҙ  ҡатындар менән танышты.  Күптәр икән яңғыҙ ҡалғандар, уның кеүек һәйбәт ир, ярҙамсы эҙләүселәр.  Йәш саҡта көйәҙләнеп ирен һанламай ишһеҙ ҡалғандар күп, ситтә ирек, мөхәббәт эҙләп яңылышҡандар һанһыҙ, хаталанғандар, эскелек арҡаһында айырылышҡандар, миражға әүрәп аймылышҡандар хәтһеҙ генә.  Үлем-китем тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, тәҡдирме, яҙмышмы, яңылышмы, йәшлек менән ир ҡәҙерен белмәгәнлектәнме, күптәр яңғыҙлыҡ ҡосағында. Йәш саҡта беленмәй, ҡартайғас кәрәк икән ир, арҡа терәге...

Гөлдәр Кәлимуллина.

(Дауамы бар)

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас