

Урамдан күҙләне үҙенә иш, осратманы, һорашҡан-белешкәне күңеленә ятманы, үҙенә күҙ һалғанын үҙ итмәне, ахыры түҙемлеге сиккә еткәс буйҙаҡтар кисәһенә барып һайламаҡсы булды. Кейенде-яһанды, хыялланды-оялды, талпынды-ҡағынды, һәм танышыуҙар кисәһенә юлланды, көтөп торғандар тей уны ирҙәр уның килеүен. Кисәлә егермеләп ҡатын-ҡыҙ ҡайнаша, уртала өс ир ҡуҡайып унда-бында һуғылып йөрөй, уларының да үҙҙәренең баһаһын белгәнлектән танауҙары сөйөлгән, мин минме икән, мин кем икән. Нәфисә сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды, түләгән аҡсаһын да уйламаны, ниндәй көнгә төшкәнен уйлап әрнене, иланы, уҡшыны. Уға ир кәрәкмәй ҙә, иптәш кәрәк, тормош юлдашы кәрәк, һөйләшер кеше, аралашыр йән эйәһе булһа етте. Әҙерәк ирҙәр эштәрен белһә, ярҙамлашһа, үҙе бише менән ҡайтарырға әҙер ине.
Танышты берәү менән аҙаҡ, йәлләтте үҙен, күңеле ирене Нәфисәнең, ҡатыны аҙғын булды тине, йонсоған ине, иренән ҡалған кейемдәрен бик теләп кейҙе, таҙарынды, хәл алды, өҫтәл артында ултырыуҙары күңелле уның менән, һөйләп һүҙе бөтмәй, маҡтап теле арымай, тик ҡылығы, еҫе ят, үҙенеке түгел. Әрһеҙлеге оҡшаманы, кеше яманлауын үҙ итмәне, балаларын, ҡатынын хаятлауын ек күрҙе, китеүен һораны. Кешенең туҙып бөткән абышҡаһын ише итә алмаясағын аңланы.
Ул саҡта тәне сәләмәт, йәне тыныс, күңеле дәртле ине, гел шулай булыр һымаҡ та ине, гел улай булмай икән.
Яңғыҙлыҡ эстән бөтөрә кешене, ауырлығы менән өҫтән иҙә, һағыштары менән һыға, уйҙары менән булмышыңды баҫа. Ашағаныңды һеңдермәй эсеңде күптертә, бешергәнең таш булып төшә, бер нәмәгә лә күңелең төшмәй, бына нисек була яңғыҙлыҡ.
Яңғыҙ йәшәргә өйрәнергә кәрәк, тине психолог, ҡайһылайтып өйрәнергә. Кеше менән аралашам тип магазин ҡыҙыра, иғтибар итеүсе юҡ, һәр кемдең үҙ хәстәре, киноға бара, ял йорттарына йөрөй, телевизор ҡарап өйҙә ялҡҡан, театрҙа кеше менән аралашыуға һыуһаған яңғыҙ әбей үҙенә рухи аҙыҡ тапмай.
Аяҡтары һыҙлауға түҙә алмай больницаға йышланы, унда ла ауырауҙарҙы күреп хәсрәткә бирелде, мин һуңынан нишләрмен...
Әлегә үҙен үҙе хеҙмәтләндереүенә шөкөр ҡыла, Аллаһына рәхмәттәр уҡый, йүнәлеүенә өмөт итә, әммә хәҙергеһе ауыр, сабырлығы төкәнә.
–Йә, йә, хәҙер һыуыҡ һыуға тығып ҡарармын үҙеңде, унан эҫерәк һыуға ла, майлап та ҡуйырмын үҙеңде, ҡыҙҙырғанын теләйһеңме дарыуҙың, әллә йомшартҡыс майҙы һөртәйемме. Унан бәлки тынысланырһың, мин дә ял итеп алырмын, йоҡлап та булыр әле бәлки, йоҡлаһаң ваҡыт тиҙ үтә ул...
Тиҙ үтер ҙә ул, ә алда нимә көтә, ашығырға кәрәкме, ҡайҙа ашығырға...
Йәшлек нисек тә үтә икән дә, кеше йәре һиңә иш булмай, ҡартлыҡта кәрәк икән ул ир, иптәш, тормош юлдашы, терәк, таяныс.
Гөлдәр Кәлимуллина.
Фото архивтан.