Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
15 Декабря 2025, 08:00

Хәтерләйһеңме?

Иҫләйһеңме? Элек, әүәлерәк,Тормош ҡайнай ине ауылда.Сана шыуған бала - сағаларҙы,Ҡурҡытманы буран, дауыл да...

Иҫләйһеңме? Элек, әүәлерәк,
Башҡасараҡ атты таңдар ҙа.
Урам буйлап йәштәр уҙа ине,
Сәм уятып дәртле ҡандарҙа...
Иҫләйһеңме? Элек, әүәлерәк,
Уй - хыялға тулған саҡтарҙы.
Һәммәбеҙҙе өмөт тигән нәмә,
Әллә ҡайҙа әйләп, саҡырҙы.
Иҫләйһеңме? Элек, әүәлерәк,
Икенсерәк ине кешеләр.
Ололар ҙа дәртле кеүек ине,
Бына бөгөн, беҙҙең ишеләр.
Иҫләйһеңме? Элек, әүәлерәк,
Тормош ҡайнай ине ауылда.
Сана шыуған бала - сағаларҙы,
Ҡурҡытманы буран, дауыл да...
...Бөгөн яйлап урамдарҙан уҙам,
Уттар һүңгән бик күп өйҙәр ҙә.
Һүрелгәндәй, ауыл тынып ҡалған,
Һирәгәйгән таныш йөҙҙәр ҙә...
М. МӘҒӘСҮМОВ

Хәтерләйһеңме?
Хәтерләйһеңме?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас