Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
15 Декабрь 2025, 01:05

Шулай ҙа була икән...

Һәр кемдең был тормошта үҙ юлы булған шикелле, шул юлда һәр кемдең үҙ эҙҙәре  ҡала.

Шулай ҙа була икән...Шулай ҙа була икән...
Шулай ҙа була икән...

 Һәр кемдең был тормошта үҙ юлы булған шикелле, шул юлда һәр кемдең үҙ эҙҙәре  ҡала. Беленер беленмәҫ кенәме, тәрән эҙме, тиҙ генә заман елендә күмелеп ҡалғандарымы, шул эҙҙе юллап барыусылар тапағанлыҡтан киң һуҡмаҡҡа әүерелгән кеше эҙеме, һәммәһе лә үҙенсәлекле.
Бер танышымдың һөйләгәнен яҙып үткем килде, һығымтаһын үҙегеҙ яһарһығыҙ.
Колхоз-совхозды таратып бөтөрмәгән мәлдәрҙә, ауылдар гөрләп торған саҡтарҙа, халыҡ эш буйынса һәр саҡ колхоздың үҙәк мастерскойына йыйылыр булған. Сәбәптәре лә булғандыр инде, гәпләшер өсөн дә йыйылғандарҙыр, төрлө ҡорамалдар ҙа кәрәккәндер көнкүрештә.
Мастерской ихатаһында кочегаркаһы ла кәрәк булғандыр, һәр хәлдә алмашлап эшләгән яғыусылары ла булған.
Улар ябай кешеләрҙән бер нимәһе менән дә айырылмаған, тик береһенең генә үтә яһиллығы менән даны сыҡҡан.
Юҡ, юҡ, кешеләргә бер зыяны ла теймәгән уның, ә бына колхозсыларға эйәреп килгән эт-бесәйҙәрҙе күрә алмаған. Берәҙәк бесәйме, ябай этме, тота һалып тереләй янып ятҡан мейес эсенә ырғытыр булған. Аҙаҡтан ишеген япты, бөттө, китте.
Яуабы бер, йөрөмәһендәр донъя бысыратып, әрәмтамаҡтар...
Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә күпме хайуан тереләй ғазапланып үлгәндер, үҙе лә иҫәп хисабын юғалтҡандыр моғайын, тәҡдире яҙғанса уның үҙенә лә һуңғы һулышын алыр минуты еткән, ауырыу уны ла йыҡҡан.
Һәр ҡылығыңа яуап тотор мәл етерен ул да уйламағандыр, мәрхүм үлгән көнө башланған көслө бурандың тымғанын көтөп, өс көн өйөндә тотһалар ҙа, йола буйынса артыҡ тоторға ярамағанлыҡтан, ҡәбер ҡаҙырға ауыл халҡы зыяратҡа юл яра.
 Тик ҡаҙырға көслө буранда бөтөнләй мөмкинлек булмай, ел ҡәбер тупрағын кире соҡорға тултыра, тын алырға ла мөмкинселек булмай. Трактор менән иҫке ферма ҡыйығын ҡутарып килтереп ышыҡ яһап та ҡарайҙар, алмашлап ҡаҙған соҡорҙо ел тиҙ генә ҡар ҡатыш тупраҡ менән тултырыуын белә, әйтерһең ер үҙ ҡуйынына яһил әҙәмде алғыһы килмәй.
 Күптәр янып үлгән эттәр, бесәйҙәр рәнйеше икәнлеген аңлаһалар ҙа, берәү ҙә ҡысҡырып һөйләмәйҙәр, мәрхүмдәр тураһында тик яҡшы хәбәрҙәр генә һөйләргә кәрәклеген бөтәһе лә белә.
Шулай ҙа була икән...


Гөлдәр әбей.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас