

Аш табынын йыйыштырып сәй табынын йыйҙы буласаҡ ҡоҙағый, һоноғораҡ булмаһын инде буласаҡ килен тигән уйға килдем. Ҡыҫҡаһы бер-беребеҙҙе аҫтыртын һынайбыҙ ғына, минең сабырлыҡ етте, әммә йәш баланың сабырлығы төкәнде, теле асылды.
. -Мин ҡәйнә менән бергә йәшәргә йыйынмайым, һеҙҙең туғандарығыҙ менән дә ҡатнашып йәшәмәҫмен, беҙгә килеп йөрөмәһендәр, мин кеше менән аралашырға бөтөнләй яратмайым.
. Әле төҙөгән өйөгөҙҙә йәшәргә ризамын, тик һеҙ ауылдан күсеп килмәйһегеҙ, мал көтөп унда ҡалырһығыҙ. Әгәр күсеп килһәгеҙ, беҙгә ошо өйөгөҙгә торошло икенсе ҡалала өй төҙөп бирәһегеҙ, беҙгә берегеҙ ҙә килеп йөрөмәйәсәк.
. Ялдарҙа ҡунаҡҡа, мунса төшөргә барырмын, яғып, бөтөрөп ҡуйһағыҙ, мин сабынырға яратам, миңлек булһын!
. Мин шаңҡып ҡалдым, шулай ҙа үҙ фекеремде белдерергә теләп һүҙ башланым, аҙаҡтан һуң буласағын тойомлай инем.
. -Мин үҙемдең ҡәйнәмде көттөм, ҡәйнә алырға йыйынмайым әлегә...
. -Барыһы ла мин әйткәнсә буласаҡ,..-өҫтәл өҫтөндә һауаны ярып килен балаҡай ҡулын һелтәне.
. -Беҙ берҙән бер ҡыҙыбыҙҙың һәр бер теләген тормошҡа ашырҙыҡ, барыһы ла ул теләгәнсә булды, ҡаршылашмайыҡ иркә, наҙлы балаға.
. Ҡоҙағыйҙы ла аңлап була, ғәзиз балаһы уға ла бик ҡәҙерле, әммә мине лә аңлаһаларсы, киленгә ҡәйнә булһам да, улыма Әсәмен дә. Унан бер килен алам тип мин барлыҡ туғандарымдан, ҡыҙҙар-кейәүҙәремдән, ейәнсәрҙәремдән ваз кисергә тейеш буламмы? Нисә йылдар ипотека ҡоллоғонда йәшәп, хәҙер килеп баш ҡалҡытам тигәндә төҙөгән йортомдо уға тотторорға тейешменме? Тағы ла ошо өйөмә торошло өй төҙөргә минең хәлем, ғүмерем етерме? Улыма ҡарайым, ҡарашын ситкә бора, тимәк ул да ниндәйҙер ҡарарға килә алмай.
. Бизмәндең бер яғында улым, туғандарым, ҡыҙ-кейәүҙәрем, ейәнсәрҙәр, икенсе яғында буласаҡ килен, нисек яңылышмаҫҡа был осраҡта, ҡайһыныһын һайларға?
. Башымда төрлө уйҙар ҡайнай, сикә тамырҙарым һуға...
. Әгәр кире һуғып тороп ҡайтып китһәк улым ғүмере буйы мине ғәйепләйәсәк, килен бала улымдан алты йәшкә өлкән, уйлап эш итә. Балам ихлас яратыуы менән алдыра, күҙҙәрендә һөйөү осҡоно балҡый, табыныр дәрәжәлә буласаҡ кәләшенә тартыла.Бәлки йәшәй-йәшәй үҙ кешеһе түгеллеген аҙаҡ аңлар.
. Атаһының мәғәнәле ҡарашы миңә һирпелде, ҡырҡ йылдан ашыу бергә ғүмер иткәнлектән тын алышынан уның ниҙәр кисергәнен аңлайым, оҡшаманы килендең был хөкөм ҡарары.
. Миңә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ҡалды, риза булдым балаларға никах уҡытырға. Әгәр мин ҡаршы булып никахтары боҙолһа, улым мине ғүмере буйы ғәйепләйәсәк, беләм балаҡайым уны ихлас һөйөү менән ярата, йәш кешене наҙ, һөйөү һүҙҙәре менән дә арбағандыр, улыма бары егерме өс йәш, дәрт, дарман артығы менән. Кәрәгенә ирешкәс ул ҡәнәғәт, миңә лә улым ҡараулы, йәшәргә урыны бар тип кенә шөкөр итергә ҡала. Бәлки ейәндәр менән ҡыуандырырҙар, әммә килендең тормошонда , күңелендә беҙгә урын юҡ, һәм булмаясаҡ та, быға тәүге танышыуҙан уҡ ныҡлы инандым.
Баламдың балаһын һөйөргә насип булһын ине тип теләйһе генә ҡала, тағы ла улыма сабырлыҡ, түҙемлек, тағы ла ныҡлыҡ, ныҡлыҡ, ныҡлыҡ.
. Үҙенә килен булып йәшәргә яҙырмы икән балаҡайыма киләсәктә, юлда күҙ йәштәренә төйөлөп ҡайтҡан саҡта ошо уйҙар ҡайнаны башымда, алдағы аҙнаға тәғәйенләнгән никах көнөнә әҙерлеккә көс бирһә ине Аллаһым.
. . Бер аҙна ваҡыт оҙаҡ тойолһа ла билгеләнгән көн тиҙ етте. Улым менән асыҡтан-асыҡ күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә форсат тыуманы.
. Шулай ҙа телефон аша һөйләшергә ваҡытын бүлде, уны асыҡтан асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙым.
. -Балам, өр-яңы машинаһына ҡыҙыҡтыңмы, квартираһына әүрәнеңме, артабан ҡайҙа, нисек йәшәргә уйлайһың? Һинең үҙеңдең өйөң бар, йәшеңә ҡарата таман булған, тотонолған булһа ла үҙең һатып алған машинаң бар, йәшең үтеп бармай, әллә никах менән ҡабаланмай тораһыңмы? Килен алалар, кейәүгә сығалар, әммә кейәү ҡыҙ йортона барып йәшәмәй. Аҙаҡтан үкенерлек булмаһын...
. -Әсәй ул мине ярата, мин дә унан яҡшыраҡ ҡыҙҙы осратҡаным булманы, кемдер хыянат итте, берәүһе тәмәкене һайланы, икенселәр еңелерәк холоҡло, беләм ризалығыңды бирмәҫһең, тик фатихаңды биререңә өмөтләнәм. Ул киләсәктә миңә хыянат итмәйәсәк, быныһын яҡшы беләм. Беҙ әҙербеҙ никахҡа әсәй, һеҙҙә булырһығыҙ моғайын.
Нимә әйтергә һуң башҡаса, балам бәхете өсөн мин үҙем кәмһенергә лә ризамын, әлбиттә фатихамды бирәм.
. Барҙыҡ мәсеткә, әлбиттә йыйнаулаған бүләктәремде теүәлләп алдым, мәсет ихатаһында торабыҙ, беҙҙең менән баш ҡағып һаулыҡ һорашыусы ла юҡ. Инәбеҙ, имам хәҙрәт төрлө һорауҙарын бирә, кемдең ҡайҙан килеүе, ҡайҙа эшләүе менән ҡыҙыҡһына. Килендең яуабы барыһын да шаҡ ҡатырҙы.
. -Мин поликлиникала табиб булып эшләйем, 5... кабинетта ултырам, һеҙҙе һәр саҡ ҡабул итергә әҙермен, тик бында ултырғандарҙы түгел.
. Һул яҡҡа, беҙ ултырған тәңгәлгә эйәк ҡаға.
. -Эй Аллаһым, был баланың көнөнә ҡалдырып мәсхәрәләмәһәң ине Раббым, бары ошо изге урында шуны ғына һорайым.
. Башым әйләнеп, мейегә ҡан югерә, атаһының да хәле шәптән түгелдер, аҡ йөҙөнә тимгел-тимгел юлаҡтар югергән. Ярай алдан хәстәрләп дарыуҙарын эсергәйнем, юғиһә ҡолап ҡуймаҫ тимә.
. Никах ҡағыҙы тапшырғандан һуң фотоға төшөргә уйланыҡ, беҙҙең яҡҡа әйләнеп ҡарарға ла теләмәгән ҡоҙалар яңы өйләнешкән парҙар менән фотоға төшәләр, алдан ишеттеләр минең улымды ниәтенән кире һүргәнемде, асыулылар.Беҙҙең дә улыбыҙ никахҡа инә, иҫтәлеккә фото төшөргә уйланыҡ. Йөҙөн сәскәһе менән ҡаплаған килен беҙҙең менән фотоға төшөргә теләмәй, кәүҙәһе бар, йөҙөн ҡаплаған. Үҙҙәренең туғандары менән алсаҡ йылмайып фотоға төшә, беҙҙең менән юҡ. Шулай ҙа тура әйтеп бер нисә кадр эләктерҙек, мин шок хәленән сыҡтым, асыу ҡайнай башланы, етте, булыры булды, теләгәненә ирештеләр, хәҙер таралырға ваҡыт, дөрөҫөрәге үҙебеҙҙең өйөбөҙгә туғандар менән ҡайтырға йыйындыҡ.
. Мәсет ихатаһында ғына төп ҡоҙа үҙҙәренә саҡырҙы, ҡоҙағый өндәшмәй машиналарына дәрәжәһен юғалтмай ғына инеп ултырҙы. Әлбиттә уның да миңә асыуланыуын аңлайым, улым һатып алған сәскәләр бәйләмен киленгә бүләк итмәнем, ҡотлап матур һүҙҙәр әйтмәнем, һәр саҡ һыртын ҡуйып, миңә йәмерәйеп ҡараған кешегә яһалма ҡотлау һүҙҙәрен теҙгем килмәне, күңелемдәге ысын хистәремде сығарырға теләмәнем.
. Баламды көсөргәнешле хәлдә ҡалдырмаҫмын әлбиттә, барҙыҡ, рәхмәт ҡоҙа-ҡоҙағыйға, матур табын әҙерләгәндәр.
. Бүләктәр, ҡотлауҙар, бында ла кемдең өҫтөнлөгө яҡшы беленә. Килен кеше үҙ туғандарының ҡотлауын йылмайып алсаҡ ҡабул итә, беҙҙекеләрҙекенә яуапһыҙ ҡала, йә ситкә ҡарап һөмһөрө ҡойола.
. Минең телмәремде ҡолаҡҡа ла һалыусы булмағандыр, буласаҡ ҡоҙағый хатта ауыҙымды ҡырҡа яптырып ҡуйҙы, һиңә һүҙ бирелмәне!
. Юғиһә бындағы туғандарым хаҡында, атай-әсәйҙәрен, ҡайны-ҡәйнәләрен үлгәнсе ҡәҙерләп бергә йәшәүҙәре хаҡында әйтмәксе инем.
. Бейенем мин аштан ул, ярһып-ярһып бейенем. Был бейеүҙә үҙемдең нимә әйтергә теләгәнемде, күңелем әрнеүен, риза түгеллегемде, әммә кәмһетеүҙәргә түҙеп ошонда килеп ултырыуыма йәнем көйгәнен яндырырға теләнем.Тәкәбберлеккә, мин-минлеккә ҡаршы көрәштә еңелгәнемде аңлап хистәремде аңлы рәүештә тыпырлатып ергә тапаным, тапап-тапап күмдем, бер Аллаһымдан һаулыҡ һорап, үҙенең ярҙамынан ташламауын үтенеп, ҡулдарымды күктәргә һоноп ялбарып өйөрөлдөм. Иламаным, түбәнһенмәнем, ярамһаҡланманым, Илаһымдан улыма бәхет һораным.
. Хушлаштыҡ, ҡыҙ ҡушыу йолаларын үтәгәндәр еңгәйҙәр аҙаҡтан.
. Юлда ҡайтҡанда ғына күҙ йәштәремә ирек бирҙем, бер туҡтауһыҙ аҡтылар ҙа аҡтылар. Шатлыҡ йәштәре лә түгел ине, ҡайғырмайым да, әммә туҡтай ғына алмайым илауҙан.
. Ошоғаса тыныс күренгән бабай ҙа аулаҡта ҡалғас үҙ һүҙен әйтте:
. - Балалы ҡатын булһа ла алһын ине, урыҫ булһа ла риза булыр инем, тик быны түгел, бигерәк тәкәббер, эгоист бала.
. Ауыр булыр улыма, әммә үҙе һайлаған юлы, килешеп йәшәрҙәрме артабан. Бик күркәм, зауыҡлы, юғары белемле кәләшкә дусар булды, тик белемле булыу аҡыллы, тәүфиҡле булыуҙы ғына аңлатмай икән, ни бирер Хоҙайым.
. Эшкә, вахтаға юлланыр алдынан улым ауылға ҡайтып әйләнде, мин эштә булғанлыҡтан ул китергә йыйынғанда ғына ҡайтып өлгөрҙөм.
. -Әсәй, киленең һиңә күстәнәс һалғайны, шунда ҡалдырҙым, ярай хуш- һау булығыҙ.
Улым артынан ҡул болғап ҡалырға ғына өлгөрҙөм, тиҙҙән күҙҙән юғалды.
. Эштән тура һарайға инеп малдарҙы ҡарағас өйгә инеп килендең ебәргән пакетын астым. Унда күстәнәс урынына үҙемдең никахта биргән бүләктәрем ине. Кеймәһен дә ине, ташлаһа ла күрмәҫ инем, әммә мыҫҡыл итеп кире ебәреүе хурлыҡтың хурлығы.
. Түҙермен, бала хаҡына быныһын да үткәрермен...
. Алда буласаҡ туй көнөн, ЗАГС ҡа яҙылышыу тантанаһын улым көтә, минең күңелемдә һағыш, ниндәйҙер буласаҡ ҡурҡыныс тойғоно һиҙемләү. Беләм был ғүмер буйы көткән өмөтөмдөң өҙөлөүөн тойомлау, маҡсатымдың юғалыуы, ышанысһыҙ ҡартлыҡтан ҡурҡыу, алдағы билгеһеҙ көндәр...
(Аҙағы.)
Гөлдәр әбей.