

Электән яҙыуымса ҡырҡ йәшемдә генә уллы булдым мин, оло ҡыҙымды егерме йәшемдә генә тапҡанлыҡтан, әсә булыу бәхетен бөтөнләй тоймағанмын. Төндәрен илаһа тымыҙа алмай этләндем, йоҡо туймай, тағы табибтар сәғәтләп имеҙергә ҡушҡанлыҡтан, режимды тоторға тырышам, ә бала асығып илай, көнөнә ике йыуындырам, тысылдатып һары май менән майлайым, йәнәһе бала тиҙ утыға, быныһы кемдер өйрәтеүе буйынса.Хәҙерге кеүек памперстар юҡ, бер туҡтауһыҙ кер сайҡауҙар ялҡыта, хыялым һәр ваҡыт бер туйғансы йоҡлау булды.
Ҡырҡ йәштә генә ҡатын ҡорона ингәнмендер, табибтарҙың тыйыуҙарына ҡарамай тәүәккәлләнем малай алып ҡайтырға. Сөнки иремдең сәләмәтлегенә ҡарата гормональ дарыуҙарҙы күп тәғәйенләнгәнлектән ун биш йылдар унан балаға уҙыу хәүефле тип таптылар.
Бына хәҙер кесе ҡыҙыма ун алты йәш тулды, оҙаҡ тойолған йылдар үткәс кенә мин ауырға ҡалдым. Беләм башҡа бала таба алмаҫымды, быныһын да табибтар алдырырға мәжбүр итеүҙәренән ҡурҡып, оҙаҡ уларға өндәшмәй йөрөнөм әле.
Ҡорһағымды ҡосаҡлап ҡына йөрөйөм, иремдән элек күрмәгән ҡәҙерҙе тоям, ҡасан теләһәм шунда йоҡлайым, нимә теләһәм шуны ашайым, ҡыҫҡаһы мин прынцысса!!!
Өйҙә ярҙам итерлек ун алты, егерме йәшлек ҡыҙҙарым бар, иркәләнәм теләгәнсә. Әммә оҙаҡ иркәләнергә тура килмәне, табибтар тикшереүенән һуң ашығыс рәүештә Өфө больницаһына оҙаттылар, бала тыуырға ике ай ваҡыт барын беләм, юҡ, шулай ҡуштылар. Малай тыуасаҡ икән, әгәр тейешенсә дауаланмаһам сабыйҙы юғалтыуым ихтимал, ҡыҫҡаһы ҡурҡыттылар ғына, оло йәштә булыуымды иҫкә төшөрҙөләр, йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуын...
Алып ҡайттым улыҡайымды больницала оҙаҡ зарыҡҡандан һуң, йөҙҙәренән күҙҙәремде алаһым килмәй, уянғанын көтөп эргәһендә бөтөрөләм. Төнгө өскә тиклем атаһы ҡарай, унан һуң мин дежурға баҫам, уға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, ҡартлыҡ көнөбөҙҙә таянысыбыҙ булырына ышанабыҙ.
Башын, күтен үпәсләп, аяҡтарына ике-өс ҡат ойоҡтар кейҙереп, ҡат-ҡат кейемдәр кейҙереп, тышынан дебет шәлдәргә урап ҙурайттыҡ балаҡайымды. Тиктормаҫ, үтә шуҡ бала булып үҫте, ете айында атлап китте, алты йәшендә үҙе апаларының буш портфелен тағып мәктәпкә ҡасҡан.
Рәхмәт мәрхәмәтле уҡытыусыға, яңы йылға тиклем мәктәпкә йөрөргә рөхсәт бирҙе, балам ас булмаһын өсөн ашханаға ҡулдан түләнем, өйҙә ашамаған бала мәктәп ризығын яратып ашай тинеләр. Үҙе лә тырыш булды, класташтары араһында ярышып уҡыны, көндәлегендә бер ,, бишлегә" кәм булһа ятлап барыр ине дәрестәрен.Мин һыйыр һауырға сыҡҡанымда артымдан югереп килер ине берәй һорауға яуап тапмаһа. Айгөл Урал ҡыҙына рәхмәтлемен, бер ташлама яһаманы бәләкәс, исемлектә бала тормай тип. Талапсан, әммә ғәҙел уҡытыусы булды, балалар уны яраттылар, атай-әсәйҙәр үҙен хөрмәт иттеләр.
Йылдар үтте, балам ҡулдан китте, гимназия, унан һөнәри колледжда биш һөнәргә эйә икәнлегенә таныҡлыҡ алды, юғары уҡыуға инде, иретеп йәбештереү буйынса НАКС таныҡлығы алды, һәм өйләнергә теләк белдерҙе.
Ниндәй шатлыҡ ата-әсәгә балаһының башлы күҙле булыуы, ҡартлыҡ көнөбөҙҙә бергә-бергә йәшәргә хыялланып ҡалала ҙурҙан өй бөтөрҙөк, ике машиналыҡ гараж, буласаҡ килен балаҡайҙың машинаһы барлығын белә инек, ни тиһәң дә өс йылдан ашыу бергә йәшәйҙәр килен баланың ике бүлмәле квартираһында.
Улым буласаҡ киленем тураһында һөйләргә теләмәһә лә беләм кем икәнлеген, йәшертен генә ҡыялатып белешеп йөрөнөм кешегә өндәшмәһәм дә, матур ғаиләнән, ике һөнәр эйәһе, бер юғары белемле, төҫкә-башҡа сибәр генә, берәүҙең берҙән-бер ғәзиз ҡыҙҙары. Эсмәй-тартмай, үтә тыйнаҡ, тәүфиҡлы заттандыр, улым менән өс йылдан ашыу йәшәһә лә никахһыҙ өйбөҙ тупһаһын ашатламаны, күстәнәс, бүләктәрен ебәреп торҙо, һәр хәлдә улым шулай аңлатты. Үҙ машинаһы, йәшәргә ике бүлмәле квартираһы бар, табиб һөнәрле, уҡытыусылыҡҡа ла уҡыған, башында белеме бар, тағы нимә кәрәк йәш ғаиләгә, йәшәһендәр генә әйҙә, беҙ ҡыуанып риза.
Улыма алдан аңғартып ҡуйҙыҡ, кеше балаһын алдатып йөрөтмә, һин беҙҙең көтә торған улыбыҙ, өйҙө үҙебеҙ өсөн ныҡлап төҙөнөк, матурлап донъя көтһәгеҙ, балаларыңдың балаларына етәсәк, алдан килен буласаҡ баланы иҫкәрт. Беҙҙең бурыс һеҙҙе хәләлләп ҡуйыу, беҙ ипотека һаҙлығына батыуҙың ауырлығын беләбеҙ, һеҙ ыҙаламаҫһығыҙ, кәрәк тапһағыҙ өҫкө ҡатын төҙөп бөтөрөрһөгөҙ, быныһы беҙҙең хәлдән килмәҫ, ни тиһәң дә атайыңа утыҙ йыл элек үк инвалидлыҡ таныҡлығы бирмәҫтәр ине, хәҙер уға ла йөрөп эшләү ауырлашты.
Әлегә үҙебеҙ ауылда йәшәйбеҙ, ваҡ мал, һыйыр, ҡош-ҡорт. Ваҡытында өсәр-дүртәр һыйыр тотһаҡ та, ғүмер тигәнең арттан тартҡылай, аҙымдар ҡыҫҡара, көндәлек эштәрҙе башҡарыу ауырлаша, малдарҙы ҡыҫҡартырға тура килде.
Әйттем тине, йыйындыҡ та никах көнөн билдәләү хаҡында кәңәшләшергә буласаҡ ҡоҙалар йортона килдек, әлбиттә алдан улымдың иҫкәртеүе менән.
Күркәм йорт, бағыулы киң ихата хужаның кем икәнлеген алдан раҫлап тора. Барлыҡ уңайлыҡтары булған балҡып торған йорт эсе хужабикәнең уңғанлығын һөйләй. Өҫтәл тулы ниғмәттәр мул ҡуллы, етеш, татыу ғаилә икәнлеген күрһәтә, килен бала күренмәй, ҡыҙҙың әҙәпле икәнлеген белдерә был халәте. Тәрбиәле балалыр, шөкөр, улымдың тормошо ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ, бәхетле генә булһындар.
Ҡыялатып һүҙ башлайым, һеҙҙең дә бер генә ҡыҙығыҙ, беҙҙең дә бер бөртөк улыбыҙ, әгәр риза булһалар һеҙҙе, беҙҙе тиң күреп ҡартайған көндә бергә-бергә ғүмер итергә яҙылған булһа, ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорарға килдек.
Ата-әсәһе риза, бынан да ҙурыраҡ бәхет бармы улым өсөн, йөҙөн нурлы балҡыу ялманы, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай никах уҡытырға теләүенең берәй ғилләһе барҙыр, ҡыҙ балаға һуң була күрмәһен.
Тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеүгә, аштың тәрилкәһен ялтыратып ҡуйыуға буласаҡ килен балаҡай күренде. Минең күңелемә шунда уҡ йылы югерҙе, башында яулыҡ, килешеп торған һомғол кәүҙәһендә тыйнаҡ мосолман күлдәге.
Әммә беҙгә бер күҙ һалыу менән беҙҙе һөйһөнмәгәнен самаланым, ҡарашы танау өҫтөнән юл ярған ине, артабан өҫтәл артында тик аҫтан һөҙөп кенә ҡарап ултырҙы.
Ҡалайтаһың, Хоҙай биргән төҫ-баш, аяҡтар кәкерерәк булһа ла атлап йөрөргә бара, булмағанды теләнселәп йөрөй торған ғәҙәтем юҡ...
(Дауамы бар)
Гөлдәр әбей.