

Һин минән йыраҡ киткән саҡта,
Аҡ яулығың болғап юғалдың.
Юл буйында баҫып ҡалдым яңғыҙ,
Юғалттым мин һине, юғалттым.
Ҡушымта:
Һин мине һағындыңмы, тиһең,
Һинһеҙ йәшәү- йәшәү түгел ул.
Һин мине көтәһеңме, тиһең.
Һинһеҙ ғүмер- ғүмер түгел ул.
Бар донъяны эҙләп сығыр инем,
Һине әгәр көтә, тиһәләр.
Һинең өсөн йәнем бирер инем,
Ярата ул һине, тиһәләр.
Мин һине эҙләп табам әле,
Һиҙәм йөрәгеңдең типкәнен.
Һинең киткән юлдан ҡайтам әле,
Күкрәгемә ҡыҫып үткәнде.
Ҡушымта
Һин мине юғалттыңмы, тиһең.
Юғалтмам мин һине, юғалтмам.
Һин мине һөйәһеңме, тинең,
Һине эҙләп һиңә юл алам.
Илдәр Ғүмәров һүҙҙәре һәм көйө.
Фото архивтан.