Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
17 Декабрь 2025, 08:00

Ҡосаҡлайым әле үҙеңде!

Дуҫарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы, һөйгәнегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, күршегеҙҙе бөгөн ҡосаҡларға онотмағыҙ. Ҡосаҡлашыу-үҙе бер дауа бит. Көнөбөҙгә сағыу нур өҫтәп, ҡосаҡ йылыһы менән бүлешергә онотмағыҙ! Мин дә һеҙҙе ҡосаҡлайым!

Ҡосаҡлау көнө.

Рәхмәт яуғыры, әллә кем
Сығарған уйлап:
Ҡосаҡлау көнө бит бөгөн!
Бар донъя буйлап
Ошо байрам илдән илгә
Күсеп таралһын,
Бөтәһе лә бөтәһен дә
Ҡосаҡлап алһын!
Ҡалмаһын үпкә, асыуҙар,
Юғалһын нәфрәт,
Туҡтаһын ерҙә һуғыштар,
Тынһын ғәрәсәт!
Бар донъяға тик изгенән
Булһын теләктәр,
Дуҫлыҡ, хөрмәт, һөйөү менән
Типһен йөрәктәр!
Күңелемдә бары яҡты
Хистәр һаҡлайым.
Килсе, дуҫым, яндарыма:
Бер ҡосаҡлайым!

Ҡосаҡлайым әле үҙеңде!
Ҡосаҡлайым әле үҙеңде!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас