Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
18 Декабрь 2025, 02:05

Тауыҡ сүпләп бөтмәҫ эш...

Тауыҡ сүпләп бөтмәҫ донъя эше.Ҡырыҡ яҡта ята ҡырылып.Баҡыйлыҡҡа йәнең күскәндә лә,Өс көнлөк эш ҡала өйөлөп.

Тауыҡ сүпләп бөтмәҫ эш...Тауыҡ сүпләп бөтмәҫ эш...
Тауыҡ сүпләп бөтмәҫ эш...

Тауыҡ сүпләп бөтмәҫ донъя эше.
Ҡырыҡ яҡта ята ҡырылып.
Баҡыйлыҡҡа йәнең күскәндә лә,
Өс көнлөк эш ҡала өйөлөп.

Донъя ҡыуып ҡайҙа ашығабыҙ.
Атламайбыҙ, хатта, сабабыҙ.
Шайтан ҡотҡоһона әүрәнекме,
Нәфселеккә ҡайҙа самабыҙ?

Был донъяла беҙ бит ҡунаҡ ҡына,
Ҡунаҡ булғас тыйнаҡ булайыҡ.
Ололарға кеселекле булып,
Кеселәргә оло булайыҡ.

Һәммәһенә етер, күңелеңдең
Ихласлығын тигеҙ өләшһәң.
Фәрештәләр мәхрүм ҡалдырмаҫтар
Үҙеңә лә тейер өлөштән.

Кеше күңеле иң ҙур хазиналыр
Алыштырма алтын, аҡсаға.
Йомарт булһаң фани донъяларҙа,
Йәнең осар ожмах баҡсала.

Бер кем китеп, кире ҡайтмаһа ла
Ҡөръәндәген инҡар итмәйек.
Ҡунаҡ булғас, ошо донъяларҙан,
Риза булып тыйнаҡ китәйек.

Мәңгелек йорт - һуңғы төйәгебеҙ.
Асҡан саҡта уның ишеген,
Фанилыҡта ҡылған ғәмәлдәрҙән
Нурлы булһын ине битебеҙ. Амин!

Римма Ибраһимова.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас