СӘРБИЯМАЛ ҠАРСЫҠ ЙОМОРТҠА ҺАТА!
Сәрбиямал ҡарсыҡ ошо йәшенә етеп, баҙарҙы ҡыҙырып йөрөү түгел, баҙар ҡапҡаһының ҡайһы яҡҡа асылғанын да күргәне булманы. Ә баҙарҙа нимәлер һатып тороу уның төшөнә лә инмәне…
Бер көндө, күршеһе Бибисара менән ҡапҡа төбөндә һөйләшеп торғайнылар, шунда Сәрбиямал:
– Эй, тауыҡтарым өҙлөкһөҙ һалалар, йомортҡам күбәйеп китте, һыуытҡысымдың аҫҡы ҡумтаһы тулды, кәштәләренә ҡатырға ҡумталар ҡуйҙым да шунда тултыра башланым, йә балалар һирәк ҡайталар, уларға биреп ебәрә торғайным, – тип һүҙ ыңғайы ысҡындырғайны.
Күршеһе Бибисара:
– Әйҙә минең менән баҙарға, унда йомортҡа шәп үтә, ярты сәғәттә һатып та бөтөрәһең, – тип үҙе менән ҡала баҙарына барырға әйҙәне.
Сәрбиямал ҡарсыҡ:
– Кит! Ғүмерҙә ҡыланмағанымды, йә берәр таныш осрар, ғәрлеге ни тора, юҡ-юҡ йөрөмәйем, – тип ҡырт киҫте.
Бибисара:
– Һине, ҡала баҙарында, чуртым да танымаҫ. Әллә һинең кеүек әбейүшкәләр аҙ һатыу итәләрме баҙарҙа. Ана! Мәрйә әбейҙәрен ҡара, көнө-төнө баҙар юлын тапайҙар. Һинең ише генә түгел, һикһәнде үтеп туҡһанға етеп килгәндәре, ойоҡ-бейәләй һатып ултыра. Беҙҙең башҡорт ғүмер баҡый шул инде, Алланан ҡурҡ, тегеләй ярамай, былай ярамай, кешенән оят, фәлән-төгән, фәсмәтән, – тип ярһыны ла китте, һис туҡтатып алырмын тимә. Үҙе аҙна һайын баҙар тип саба, кәстрүлләп ҡаймағын, йомғаҡлап майын, эремсеген, нимә генә һатмай, үткен ҡатын, белмәгәне юҡ.
– Әлләсе? – тигән булды Сәрбияиал, күршеһе һөйләүҙән туҡтап тын алған арала. – Барһам, барырмын, бер ҡыҙыҡ булһын, мин үлгәс ләҡәп итеп һөйләрҙәр, бер иҫтәлек булып ҡалыр минән, – тип кеткелдәп көлгән булды.
Үҙе һүҙҙе һаман шул йомортҡалары тирәһендә ҡуйыртты:
– Исмаһам магазины ла алмай бит хәҙер. Сәүит заманында магазин ала торғайны, рәхәт ине. Ауыл йомортҡаһы магазиндыҡы кеүек түгел бит, ашап туйғыһыҙ – тип, үҙенең тауарын маҡтап алған булды, әйтерһең ул баҙарҙа йомортҡа һата...
– Ярай, әләйһәң күрше, иртәгә миңә әйтмәй китеп барма, барайым әле баҙарға, бер ҡыҙғанда, – тигән булды ла, өйөнә табан атланы.
Кистән йомортҡаларын һыуытҡысынан сығарып, һөрткөләп ун ике литр һыйышлы күнәккә тултырҙы. Өҫтөнә яулыҡ ябып бәйләне лә, мейесенең көлдөксәһенә урынлаштырҙы. Иртәгеһен уларҙың ауылы аша үткән иң беренсе “Газель” автобусына ултырып ҡалаға килеп тә төштөләр. Уныһы йәтеш булды, автобус уларҙы баҙарҙың эргәһенә үк алып килеп ҡалдырҙы.
Күршеһе Бибисара:
– Һин, баҙар эсенә инеп торма, йомортҡа-фәләнде тыш яҡлап ҡапҡа төбөндә һаталар. Бына ошонда тор! Мин, анау ҙур ангарҙың эсендә булам, һатып бөткәс эргәмә килерһең, – тип, күршеһенә төшөндөрҙө лә, Сәрбиямал тирә йүнгә күҙ ташлағансы юҡ булды.
Сәрбиямал ҡарсыҡ күнәген ергә ҡуйып, ҡаплаған яулығын сисеп, башын күтәреп ҡарауы булды, эргәһендә ыҫпай кейенгән, йәш кенә ир һәм ҡатын пәйҙә булдылар. Ир кешенең ҡултыҡ аҫтында ҡалын ғына папкаһы бар. Ул ашыҡмай ғына папкаһын асты ла:
– Тәк! Йомортҡа һатабыҙ инде, шулаймы? – тип, берсә күнәктәге йомортҡаларға, берсә Сәрбиямал ҡарсыҡҡа ҡарап һүҙ ҡушты.
– Әллә килгән булдым инде. Һеҙгә нисә йомортҡа кәрәк, хәҙер һалып бирәм. Үҙегеҙ һайлап алһағыҙ ҙа була, – тигән булды.
– Беҙ! Бабуся, беребеҙ санэпидемстанциянан, ә мин һалым инспекцияһынан, ҡайһы ауыл хәкимиәте биләмәһенән, ҡайһы ауылдан килдегеҙ? Исем, фамилияғыҙ, атайығыҙҙың исеме кем? Паспортығыҙ бармы үҙегеҙ менән? – тип һорауҙар яуҙыра башланы.
Сәрбиямал ҡарсыҡтың арҡаһынан әллә ниндәй ҡурҡыныс бөжәктәр йүгереп үткән кеүек булды.
– Уй! Паспортымды алманым. Күршем Бибисара, баҙарҙа паспорт һорайҙар тип әйтмәне шул, – тигән булды тауышы ҡалтыранып.
– Тәк!.. – тип һуҙҙы ҡаршыһындағы әҙәм. – Ауыл биләмәһе хәкимиәтенән справкаң бармы?
– Үҙ йортоңда тауыҡ аҫырауыңды раҫлаусы ҡағыҙ, йәғни был йомортҡалар һинең хужалыҡтан! Аңланыңмы? Бабуся!..
– Ай!.. Әттәгенәһе, ул ҡағыҙ кәрәклеген дә әйтмәне бит күршем Бибисара, – тип аптырауға төштө.
Ә теге әҙәм, ҡағыҙҙарының араһына ҡара ҡағыҙын һалғас, тәүге һорауын ҡабатланы. Сәрбиямал ҡарсыҡ ҡурҡа-ҡурҡа тотлоғоп фамилияһын, исемен әйтте. Тик атаһының исемен генә ҡапыл да әйтә алмай аҙапланды.
– Әлләгемовна! Юҡ! Юҡ! Ай әттәгенәһе! Әптелғәмовна! Юҡ! Әптелғәлләмовна! Уй! Гөнаһ шомлоғо! Ниндәй көнгә төштөм! Ғүмерҙә ҡыланмағанымды! Күршемде тыңлап ҡына харап булдым бит, – тип ҡурҡыуынан саҡ сеңләп илап ебәрмәне.