Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
21 Декабрь 2025, 01:05

БӘПЕМБӘ (аҙағы)

- Сәй яңырттым, әсәй.

БӘПЕМБӘ (аҙағы)БӘПЕМБӘ (аҙағы)
БӘПЕМБӘ (аҙағы)

- Сәй яңырттым, әсәй.
Нәфисә һаҡ ҡына әсәһенә ҡағылды.
- Әйҙә һуң, эсәйек, булмаһа. Кейәүгә әйттеңме, ул эсмәме?
- Эсте ул. Зәриә ултырҙы самолетҡа. Ике сәғәттән тегендә була. Кейәү ҡаршы алып торасаҡ. Йә, хәҙер бәпембәң тураһында һөйлә инде.
- Ә? Әйттеме, Зәриә?
- Эйе.
- Әй, уның нимәһен һөйләйем. Ҡуй. Оноттом да инде хәҙер.
Нәфисә йылмайҙы.
- Үҙеңде күргәнһеңдер, әсәй. Һөйләй торғайның бит, өлкән өләсәй һине лә "Бәпембә," - тип һөйгәнен.
- Аһ! Ысынлап та! Ә мин аптыраған булам! Уйламаған уй ҡалманы. Ҡурҡып, шикләнеп бөттөм хатта. Рәхмәт, балаҡайым!
- Өлкән өләсәй беҙгә һине һөйләргә ярата торғайны. Ҡаланан күсеп ҡайтҡанда бер ауыҙ башҡортса белмәй ине Фәйләрә, ти торғайны. Сәсе һап - һары, күҙе күп - күк ине әпсәңдең, тиһә, беҙ аптырай инек хатта.
- Аяҡтары ҡап -ҡамыт бит әле! Йүгерә лә йөрөй үҙе. Нисек үҙ аяғына үҙе эләгеп ҡоламайҙыр - аптыраҡ. Уның ул аяҡтары ла төҙәйгәс... Кейәү алмаҫ инде һине, тиһәм, алыыыр, тип кенә ебәрә Фәйләрәң.
- Саҡ өйрәте алдым үҙебеҙсәгә. Што такой ситошик? - тип бәпембә сәскәһен һорай. Белмәйем шул урыҫсаһын. Киттек Ҡәшүрәләрҙә ятҡан уҡытыусы ҡыҙға. Дыуанщик була икән бәпембә.
- Ә кесерткән? Уны нисек белдең әле?
- Ә-ә-ә. Кесерткәнде өҙөп алғанмын да өләсәйгә күрһәтәм, тип алып килгәнмен. Кесерткәндән сағылып илап торам, ти, үҙем ташламай, што ето трава, тип ныҡышам, ти.
-Зөлхәбирә өләсәңдәргә бесәндә рәхәт - ике ҡулға бер эш. Мин уларҙан былайыраҡ арып бөтәм, мейем ҡайнап сыға.
Өлкән өләсәһе һөйләгәндәрҙе әсәһенән тәүгә ишеткәндәй, йотлоғоп тыңланы Нәфисә. Әсәһенең көндөҙгө борсоулы, хафалы йөҙө асылды, күҙҙәре нурланды. Эҫе сәйҙән һуң бит алмалары алһыуланды.
Шиктәрҙән, аңлайышһыҙ уйҙарҙан арынып, Фәйләрә йоҡлап китте.
Иртә менән тороп та ултырҙы. Ҡыҙына өндәште.
-Нәфисә, ә Зәриә шылтыраттымы? Мин йоҡлап киткәнмен бит.
- Шылтыратты. Бөтәһе лә һәйбәт. Сәләм әйттеләр. Ә бәпембәңдең сере ябай, әсәй. Мин кисә УЗИ үткәйнем. Ҡыҙ бала, тинеләр. Зәриә лә шундайыраҡ хәл. Беҙҙең бәпембәләрҙе, ҡала балаларын, һин үҙебеҙсәгә өйрәтерһең инде, әсәй.
Фәйләрә шаҡ ҡатты был хәбәргә. Нәфисәнең ҡулдарын ҡуша тотоп күкрәгенә ҡыҫты. Тәҙрә ҡаршыһында торған әсәһенең бик иртә ағарған сал сәстәре Нәфисәгә бәпембә мамығын хәтерләтетте. Әсәһе көлә, бәләкәй ҡыҙҙай талпына.
- Бына бит! Әйтәм бит! Ана нисек була бит ул, Нәфисә! Бер нәмә лә тикмәгә генә түгел!

...Бер нәмә лә үҙе нисек теләй, шулай, ҡасан һәм ҡайҙа теләй, шунда барлыҡҡа килмәй. Бөтәһе лә бер береһенә бәйле. Бөтә тормош - күҙгә күренмәҫ ебәк ептәрҙән төйнәлгән, мәңге осона сыға алмаҫлыҡ сер йомғағы.

Таңһылыу Ҡарасурина/Вәлиева.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас