Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
27 Декабрь 2025, 09:00

Ерем ойой

Таңһылыу Йәнтүринаның ҡыш нотаһына ҡушылған шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Ысынлап шулай бит. Тыныслыҡ алып килһен Яңы йыл!

Ерем ойойЕрем ойой
Ерем ойой

Аҡ биләүгә биләп Ерҙе,
Сәңгелдәккә һалып элде,
Елдәренән көй көйләтеп,
Йыһан гел йөрөй тирбәтеп.
 
Ел тирбәтә, көйләй – көйләй,
Әкиәтен һөйләй – һөйләй.
Зәңгәр күктер ҡыйығы,
Йылы ҡояш - ҡуйыны.
 
Тик әлегә тынғы тапмай:
Ҡайҙалыр бит туптар шартлай.
Ә шулай ҙа Ерем йоҡлай,
Шартлауҙарға тертләй – тертләй.
 
Ерем тертләй, тынғы тапмай,
Уға аҡ, саф һауа етмәй,
Йыһандағы тетрәүҙәргә
Яһилдарҙың иҫе китмәй.
 
Туп тауышы ҡасан тыныр -
Бары шунда Ерем ойор.
Йыһандағы тирбәлеште
Биләүҙәге бала тойор.
 
Эй, кешекәй, биләүҙәге
Бала бит бишкә төрләнә.
Бәхетле итеү баланы
Һеҙҙең ҡулдан тора ла!
 
Бар тереклек, йән эйәһе
Ҡар аҫтында ойоп ята.
Ҡояш көтөп, йылы көҫәп,
Яҙ килерен тойоп ята.
 
Йыһандың да тирбәлеше,
Боҙолған тын алышы.
...Уйланғанға уй бар бында,
Кемдән тора тын ҡалышы?!

 

Автор:
Читайте нас