Көнгәк
+30 °С
Болотло
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Әҙәбиәт
29 Декабрь 2025, 09:00
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Тән зиннәте - кейем, аҡыл зиннәте - ғилем. Шул тиклем дөрөҫ һүҙҙәр!
Тыуған ер — яҡын, тыуған ил - алтын.
Тыуған илдән туйған юҡ.
Тыуған тупраҡ һыуытмай.
Тыуһа тыуһын тәүфиҡ менән
Тыуым барҙа үлем бар
Тәгәрмәс өйләнгәндә, күсәренә көс төшөр.
Тәмле тел - ағыу, әсе тел - дарыу.
Тән яраһы бөтәшһә лә, тел яраһы бөтәшмәй
Тәртәһе ҡыйыш
Тәүфиҡҡа бәхет эйәрә.
Тәңре эше фарман менән, бәндәнеке— дарман менән.
Тәүәккәл булмаған ғүмер буйы уңмаған.
Тәүәккәлләгән таш йотҡан.
Тәүәккәл таш ярыр, булдыҡһыҙ баш арыр.
Тәүәккәллә лә —бил бәйлә
"Башҡорт халыҡ ижады" китабы.
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Автор:
Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"