Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
31 Декабрь 2025, 08:00

Яңы йыл шиғырҙары

Бәләкәй саҡта Яңы йылға шығыр өйрәнә инегеҙме? Түбәндәге шиғырҙарҙы ятлап өлгөрәһегеҙ әле! Киттекме?

Яңы йыл шиғырҙарыЯңы йыл шиғырҙары
Яңы йыл шиғырҙары

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Ем-ем итеп ҡар көлә.
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Көрткә сумып ҡойона шыршы,
Энәһе йәшел генә;
Йәшел ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Күктә йондоҙҙар бейейҙәр,
Еҙ ҡыңғырау – ай елә;
Арғымаҡтарын ярһытып,
Беҙгә яны йыл килә.
(Х.Ғиләжев)

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Ҡар бурандарын уйнатып,
Яңы йыл килә.
Ярһыу ат егеп санаға
Ҡыш бабай елә.
Дуғаһында ҡынғырауҙар
Сылт-сылт сыңлайҙар.
Ҡуян, айыу һәм балалар
Шуны тыңлайҙар.
Ә санала күҙҙең яуын
Ала йәш шыршы.
Ҡыш бабайҙың бүләге ул
Байрамға ҡаршы.
Тиҙҙән булыр ошо шыршы
Өйҙөң түрендә.
Йондоҙ балҡытып саҡырыр
Беҙҙе үҙенә.
(А.Йәғәфәрова)

ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН
Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне
Ҡарлы ел менән.
Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:
- Яңы йыл менән!
- Яңы йыл менән!
Өй түрендә күркәм ҡунаҡ –
Йәшел кейемдән,
Оҙатып килгәндәр уны
Ҡуян, тейендәр.
Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ
Бөтә ил менән.
Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ:
- Яңы йыл менән!
- Яңы йыл менән!
(Ғ.Рамазанов)

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас