Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
1 Января , 08:00

Яңы йылға Тимер ағайҙан теләк

"Ат йылына" тип атала әле генә мейестән сыҡҡан шиғыр. Шәп бит!

Яңы йылға Тимер ағайҙан теләкЯңы йылға Тимер ағайҙан теләк
Яңы йылға Тимер ағайҙан теләк

Уйҙарымда бик йыш осоп киләм,

Ҡырағай ат - тарпан иленә.

Ҡылған тулҡынланған сал далаға,

Аҡбуҙаттың сыҡҡан күленә.

Меңәр йылдар хозур Уралымда

Тарпан менән башҡорт йәшәгән.

Илен һаҡлап батыр ҡанын ҡойған,

Өйөр һаҡлап аҫау кешнәгән...

Эйәр һалған ваҡыт тарпанға ла,

Башҡорт атын белә заманым.

Әллә шуға һәр саҡ Йылҡы йылын

Башҡорт йылы тиеп һананым.

Башҡорт аты һымаҡ әрһеҙ, сыҙам,

Заман йөгөн тартҡан халҡыма,

Ошо йылда еңеү юлдаш булһын

Яҡты киләсәге хаҡына.

Тынып ҡалған дала буйлап елһен

Өйөр-өйөр башҡорт аттары.

Уңалһындар ерҙең яралары,

Юғалһындар илдең  аһ-зары.

Аттың йылы - Бвшҡортостан йылы,

Рәсәй йылы,  быны беләбеҙ.

Өмөт, хыял, ҙур ышаныс менән

Киләсәккә бергә еләбеҙ.

Тимер НИӘТШИН.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас