

Юҡҡа бәхәс ҡорорға тип ярһып торма,
Юл ауыр тип, аҙымыңды кире борма;
Аяҡтарың тартмай икән – юлға сыҡма,
Тәгәрәгән тәгәрмәскә таяҡ тыҡма.
Үҙ йөгөңдө үҙең илт – сит иңгә һалма,
Кемдер һинән кәңәш көтһә, телһеҙ ҡалма;
Бушҡа килгән хәрәм һыйҙы тамсы йотма,
Бер ҙә юҡҡа ҡулдарыңа ҡамсы тотма.
"Һандығым байлығым" төркөмөнән.