

Ҡыш һалҡыны сафландыра,
Сафлыҡ саҡыра тышҡа.
Буранлы,ҡарлы булһа ла
Һоҡланмай булмай ҡышҡа.
Ҡар булып аҡ бәхет яуа,
Ерҙе ҡаплай аҡ юрған.
Яңы йыл төнө лә етер
Мөғжизәләрҙән торған,
Шатлыҡ ,ҡыуаныстан торһон
Киләһе йылдарыбыҙ.
Бар теләктәр ҡабул булһын,
Уң булһын юлдарыбыҙ.
Һалҡын ҡышта күңелдәр
Боҙға әйләнмәһен ине.
Яңы йылда иҫке дуҫтар
Беҙҙе сәләмләһен ине.
Тик яҡшы яңылыҡтар
Киләһе йылда көтһөн.
Яҡындар иҫән һау булһын,
Ҡайғы, һуғыштар бөтһөн.
Рәйхана Әхмәҙиева.
Фото архивтан.