Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
11 Ғинуар , 13:00

Көндәштәр

       

Ҡәнифә менән Кинйәбикә әбейҙе ауылда күптәр апалы-һеңлеле тип уйланы. Улар яҙмышын белмәгән йәш быуын, ғүмер буйы бергә йәшәгән, бөтә ергә лә парлашып йөрөгән был ике ҡарсыҡты бер-береһенә нимә бәйләгәнен дә төшөнмәне. Ҡыҙҙарынан таралған быуындар сылбырында ла улар тарихы бер риүәйәт кенә булып ҡалды. Бүлә-бүләсәләре ҡайһы саҡ кем кемдең өләсәһе икәнлекте асыҡламаҡсы булып һорашҡанда ла, ҡарсыҡтар өҙә генә яуап бирмәне.— Өләпсәгеҙ кемебеҙ булғанда ла, олатағыҙ Сөләймән ине. Донъяла бер тигән ир ине!

 
 
Көндәштәр
 
Көндәштәр
Ике быуаттан ашыу ултырған, яртылаш ергә һеңгән таш келәт бөгөн дә хужаларына хеҙмәт итә. Унда һаман да донъялыҡта кәрәкле булған мал-мөлкәтте, ҡулланылыуҙан сығып та, ташларға ярамаған монаяттарҙы һаҡлайҙар. Төп йортҡа ҡайтып төшкән һәр береһе, унан ҡалһа был затҡа бәйләнеше булған туған-тумаса берәй яйын табып ошонда инеп сығыуҙы әллә ни күрә. Үҙе бер музей булған келәттә, ысынлап та, нимә генә юҡ?! Ә асылда һәр береһе шунда – ағас кәштәләрҙең иң түрендә ултырған еҙ самауырҙы - ырыу тарихында йәшәгән ғибрәтле вә һоҡланғыс риүәйәттең берҙән-бер тере шаһитын күреп ҡалырға итә. Еҙ самауыр, үҙ дәүерен йәшәп үткәргән, бер ҡолағы өҙөлөп сыҡҡандан ҡабаттан иретеп йәбештерелгән, ҡасандыр ялтыр булған йөҙө лә тоноғайып ҡалған, урыны-урыны менән тут алған ҡомартҡы, килеүселәргә лә, оҙайлы тексәйеп тороусыларға ла, һыйпап-һыпырып ҡараусыларға ла рыя ҡалып ултыра бирә. Бында түгел уның уйҙары ла, йәне лә, был замандың әлеге көнөндә уның тик ошо бошонҡо кәүҙәһе генә тора. Ә күңеле уның теге заманда – бәхетле лә, михнәтле лә үҙ дәүерендә. Сөләймәне янында, Ҡәнифәһе менән Кинйәбикәһе түрендә...

Иренең икенсе ҡатын алырға ниәтләүен ишеткән Ҡәнифәнең ҡулынан һөтлө биҙрәһе төшөп китә яҙҙы. Силәк ҡылысын тотоп ҡалһа ла, ағы ярайһы сайпылып, итәген сылатты. Башынан йәшен тиҙлеге менән “Нимәгә? Ни өсөн?” тигән һорауҙар үтһә лә, бисә асылы алдараҡ бәреп сыҡты:
— Кемде?
Шулай тине лә телен тешләне. Был һорау үҙе үк ризалыҡ белгеһе ине. “Нимәгә һиңә икенсе ҡатын?” тип сәрелдәп илап йәки һис юғы арҡыры ҡарап ҡарышыу урынына... ҡыҙыҡһынып тора. Ҡыҙыҡһынды ла шул. Сөләймәне, йәшләй генә йәрәшкән йәндәй күргән ире, уның янына кемде тиң итеп ҡуя ала икән тигәнде белергә теләүе бөтөн башҡа уй-теләк-хистәрен тапап алға йүгереп үткән дә киткәйне шул.
— Ғәҙелгәрәй ағайҙың Кинйәбикәһен.
— Кин... йә-бикәне?..
— Эйе, - ир ҡатынының юғалып ҡалған, хатта ҡупшы ауыҙы асылып киткән һылыу йөҙөнә төбәлә биреп ҡараны ла, өҫтәп ҡуйҙы, — һинең ризалыҡһыҙ түгел инде.
— Ә-ә-ә... – Ҡәнифә уны ишетмәгән кеүек өйгә атланы. Иренә аңлайышлы итеп нимәлер әйтер ҙә, кәңәшләшер хәлдә лә түгел ине ҡатын.

Артабанғы көндәрҙә лә иренең ниәтенә ҡаршы сығыр һүҙ ҙә, дәлил дә тапманы Ҡәнифә. Уны телһеҙ һәм сараһыҙ иткәне – уртаҡ балалары юҡ. Уҡымышлы, абруйлы, хәлле Сөләймәнгә – эргә-тирәлә берҙәй булған, көрәштәрҙә бил бирмәгән, кәрәк ерҙә һүҙ ҙә әйтә, эшен дә башҡара белгән мәртәбәле, ғәйрәтле абышҡаға дүрт бисә алғанда ла гонаһ түгел икәнен дә аңлай. Заманында үҙе лә бит, ҡайҙалыр Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә уҡып ҡайтҡан был һөлөк кеүек белемле егеткә бер күреүҙән ғашиҡ булды. Сөләймән дә уның нескә һынын, муйыл ҡара күҙҙәренең иркә ҡарашын, йөҙөн аса биреп йәшерен йылмайып үтеүҙәрен аңғарманы түгел. Сибәр ҡыҙҙың ыңғайларын һиҙемләне лә, яусылап алып та ҡуйҙы. Бер көн дә үкенгәне юҡ шунан алып. Ире иркәләп-һөйөп, ҡурсып-тәрбиәләп кенә тора. Үҙе лә уны бер көн күрмәһә лә һағынып өлгөрә. Йәшәүҙәренә ете йылдан ашһа ла, аралары һаман да ҡайнар әле. Барыһы ла бар, бөтөн нәмә етеш кеүек. Тик ниңәлер балаға ғына уҙа алмай. Шунлыҡтан, иренең икенсе ҡатын тип ауыҙ асҡанын да кире ҡағыр хоҡуғы юҡ. Әммә йөрәген үтә лә яндырған бер нәмә бар бында. Ире күҙ һалған ҡыҙ – ауылда бер тигән сибәркәй. Уртаса ғына көн иткән Ғәҙелгәрәйҙең иркә кинйәбикәһе. Үткәндә йылғала кер сайҡағанда ғына ҡыҙҙар араһында һомғоллоғо, нәфислеге һәм әллә ниндәй бер илһамлы теремеклеге менән айырылып торған ҡыҙ баланы “Был ни еткән икән, кем бәхетенә үҫкәндер” тип күҙәтә биреп торғайны. Ә ул бына кем бәхетенә булмаҡсы! Тимәк, Сөләймән дә күреп-аңғарып йөрөгән һылыуҡайҙы... Ошо уйҙарынан үҙ алдына үҙе тоҡанып янып киткәндәй була Ҡәнифә. Бар һин, бүлешеп ҡара иреңде! (Башы)
Автор:
Читайте нас