

Бүлеште... Оло бикә булараҡ кырандаста ире менән ҡушарлап ултырып барып ҡыҙ йортонда никах уҡытып, мәһәр һалып, аяҡ аҫтына аҡ мендәрҙәр ташлап оҙатып алып, башлап йөрөп ихата эсендәге бәләкәй өйгә күсерешеп, урынлаштырышып бирҙе әле. Йола ҡушҡандың барыһын да үтәне. Артыҡ түшәлеп тә китмәне, әммә ирен кәмһетерлек, уның күңеленә хуш килмәҫлек бер ҡараш, бер ым да күрһәтмәне. Ире ҡуйынына йәш кәләш алған төндө түгелеп илап үткәрһә лә, ул оло йортҡа килеп ингәндә, урындыҡ ашъяулығына тәғәм-ризығын теҙеп сәйгә көтә ине инде.
Сөләймән бер нәмә лә булмағандай аяҡ салып ҡаршыға ултырҙы ла, нимәлер тип һүҙ башламаҡсы булып башын күтәргәс, оло ҡатынының ҡыҙарып шешенгән йөҙөн аңғарып ҡалды.
— Нимә булды һиңә, Ҡәнифә?
Нәфисә өндәшмәҫтән серәшеп сәй яһай ине лә, һатлыҡ йәштәре “суп-суп” итеп кәсәһенә тамды.
— Йә-йә... – иренең ошо йомшаҡ һүҙе таман ғына булды, ҡатын яурын аша һалған һөлгөһө менән битен ҡаплап сеңләп ебәрҙе. Ахырҙа Сөләймән тороп килеп ҡатыны янына ултырҙы. Яурынан һөйҙө. Унда ла тынысланмағас, кескәй бала шикелле итеп күтәреп алып алдына ултыртты ла, күкрәгенә ҡыҫты:
— Илама, Ҡәнифәм... Һин минең ошонда, йөрәгемдә генәһең. Илама, матурым... Һинең өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Йә, улайтма... Һин бит аҡылы ҡатын.
Ярһыуы баҫылып тынысланғас та иренең түшенә һарылып ултыра бирҙе Ҡәнифә. Тик артыҡ онотола алманы. Һиҙгер танауы абышҡаһының яурын, муйын тирәһенән ят еҫте тойҙо. Әскелтем-шәрбәтле бер хуш еҫ ине ул. Сит ҡатын еҫе...
— Мин сәйҙе эҫетәм. Бар һин теге... көндәшемде алып ин... Бөгөн ашлыҡ ташый башлайҙар тигәйнең бит, аҙыҡ йүнәтәһе бар.
Шулайтып һәүетемсә генә йәшәп киттеләр. Бығаса нисә быуын атай-олатай ошолай ғүмер иткәнде, ир нигеҙендәге бисә көнө шулай булғанды, яҙылған йолаһы ҡушҡанды, ир кәре көҫәгәнде бер Ҡәнифә генә үҙгәртә алмай ине.
Сөләймән әйткән һүҙендә торҙо. Йәш ҡатыны булһа ла Ҡәнифәһенә ҡарашын үҙгәртмәне. Элеккесә ҡалды. Шаштырып осондороп та ебәрмәй, теҙгенде ҡаты ғына тота, әммә иркә-наҙға һыуһатмай, иғтибарһыҙ ҡалдырмай ине. Кәңәшләшергә лә һәр ваҡыттағыса уны саҡыра, табын артында ла ғаилә мәсьәләләрен уға төбәп аңлата, күрһәтмәләрҙе, бойороҡтарҙы уның яуаплылығына һала. Ә иркә Кинйәбикәгә балаға ҡараған кеүегерәк көлөмһөрәп ҡарай. Тегеһе инде шундуҡ баштарын ҡыйшайтып наҙланып китә, керфектәрен төшөрөп ебәргән була. Аңғармай ҡаламы инде Ҡәнифә? Әммә сер бирмәй. Иренең алдында был тәтәй ҡурсаҡтан күпкә мөһимерәк, кимәле юғарыраҡ икәнде белдерә булып, әңгәмәне дауам итә:
— Ярай, шулайтырбыҙ. Әйткәнеңсә әҙерләп ҡуйырмын барыһын да.
Сөләймән дә уның баһаһын төшөрмәҫкә икәнде белә. Ҡарашына яһалма етдилек биреп, йәш ҡатынына ҡатыраҡ өндәшкән була:
— Оло көндәшеңде тыңла. Ҡушҡандарын теүәл үтә.
Тегеһе көндәшенә һиҙҙермәҫтән, күҙ ҡойороҡтары менән генә шаян ҡараш ата:
— Йә.
Ҡала баҙарында ашлыҡ, ағас һатып, сауҙа итеп, аҙна ятып ҡайтҡан ирҙе ҡатындары тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп көтөп алды. Ҡайҙа барғанда ла бүләкһеҙ ҡайтмаҫына өйрәнгән, унан бигерәк, үҙ-ара ла бүлешкеләре килмәгән абышҡаларының ситтә тағы берәйһенә күҙ һалып ҡуйыуынан ҡурҡып борсолған ҡатындарҙың күңеле тыныс түгел. Һәр береһе үҙ йортонда ултырһа ла, күҙҙәре оло урам ҡапҡаһында.
Алты мөйөшлө өй тәңгәленә яҡынлашып килгән пар аттар егелгән кырандасты, уның артынан эйәргән буш ылауҙарҙы ялсы булып йөрөгән үҫмер егет ҡапҡа асып ҡаршы алып тора. Ике ҡатын ике яҡтан тупһаларына сығып баҫҡан. Олоһо сабыр булырға тырышып, шәле менән түшен ҡымшыған. Йәше талпынып осорҙай булып алаҡанлай.
Сөләймән бер төктө бер ҡатынына, икенсе төйөнсөктө икенсе ҡатынына тотторҙо, бер төргәкте береһенә, икенсене икенсеһенә һуҙҙы. Шулайтып арбаһындағын таратып бөтөп барғанда, төктәр аҫтынан һуш китерлек ялтыр самауыр килеп сыҡты. Ҡатындары “Аһ!” итеп ҡалды.
— Самауыр алдым бит мин һеҙгә! – ир был ҡупшы бүләкте алып өҫкә күтәрҙе, — Ҡарағыҙ, ҡалай шәп!
Ҡатындары күҙҙәрен селт-селт иттереп үргә, уның ҡулындағы мөғжизәгә ҡарап ҡалды.
— Күрҙем дә, был нәмәне, хаҡына ҡарамай, бисәкәйҙәремә алып ҡайтайым әле, тинем, - тип ҡулын аҫҡа төшөрөүе булды, ике ҡатын ике яҡтан самауырҙың ҡолаҡтарын эләктреп тә алды. Береһе бер яҡҡа тартты. Икенсеһе үҙенә. Береһе ҡабаттан һөйрәне. Икенсеһе ысҡындырманы. Өлкәне дәрәжәһен белеп, һелкетәһенән йолҡоп алмаҡсы ине, йәше еңмешләнеп ике ҡуллап сат йәбеште. Бахыр самауыр аптыраған ирҙең күҙ алдында улай-былай ялпылданы. Тик көндәш көнөндәге бисәләрҙең алдына сығырлыҡ түгел ине, улар әр-тауышһыҙ ғына ышылдашып самауырға тартҡылаша торғас, уның бер ҡолағы айырылып китте лә, Кинйәбикә самауыр ҡосаҡлап артына ҡоланы. Шул ваҡыт ирҙең дә шаңҡыуын асыу алыштырҙы:
— Ы-ых! Албаҫтылар! – уның ҡулындағы ҡамсы һауала шыйлауға, бисәләре ике яҡҡа тороп ҡасты. Бары һыңар ҡолаҡлы еҙ самауыр ғына сиҙәме кибә башлаған ихата алдында аунап ҡалды. Баяғы кәштәлә ултырған еҙ самауырҙың был ғаиләгә килеп ингән көнө ине был. Ҡәнифә менән Кинйәбикә бүләк булып килгән көнө. Самауыр тарихтың башланған көнө...