Ике ҡатын зар илашып өлкән балаларын ете-ят кешеләрҙең санаһына ултыртты ла ебрәҙе. Төн йөҙөндә йәшереп кенә ҡылынды был эш. Ә иртәнсәгенә уларҙың үҙҙәрен ике сана итеп тейәп алып сығып киттеләр. Эт күрмәгәнде күреп, михнәт һурпалары эсә-эсә, асығып-туңып, ай һуҙымында йөрөнөләр юлда. Барып ҡолаған ерҙәре Иркутск өлкәһенең бер ҡаласығы ине.
Ҡайғы-михнәттән былай ҙа миктәгән ҡатындарҙы тағы ла шаңҡыта һуҡҡан аяуһыҙ бер хәл көтә булып сыҡты бында. Лагер начальнигы Сөләймәнгә ҡатындарының береһен айырырға ҡушты. “Совет власында күп ҡатынлылыҡ юҡ”, - тине ул. Ир баҙап ҡалды. Ҡатындарына алмаш-тилмәш баҡты. Русса аңламаған улары тексәйешеп тора бирҙе. Аңлатып әйткәйне лә, һаман күҙҙәрен киң асып төбәлеп тороуҙарын дауам иттеләр. Был хәбәр уларҙың баштарына ла, аңдарына ла һыймай ине! Ахырҙа начальник иртәгәгә тиклем мәсьәләне хәл итергә ҡушып, барыһын бергә ҡыйшайған алама йортҡа индерҙе.
Күптән хужаһыҙ торған өйҙө йыйыштырып, мейесен төтәтә-төтәтә яғып, балаларҙың тамағын ялғатып һалғас, ҡатындар ирҙәре ҡашына килеп ултырҙы. Өсөһө лә үҙ алдына төбәлеп тынып ҡалды. Күпмелер ваҡыттан һуң Ҡәнифә телгә килде:
— Мине айыр, Сөләймән.
Сөләймән һуңғы көндәрҙә ярты ғүмергә ҡартайып ҡалған, хәсрәтенән ҡарайып ҡатҡан йөҙөн күтәрҙе:
— Нишләп һине?
Ҡатын дауам итте:
— Кинйәбикә йәш. Уға яңғыҙ ауыр буласаҡ...
— Һин дә унан ете йәшкә генә оло. Һин дә бисә кеше.
— Мин бит ҡатыраҡ... Мин түҙә алырмын ул.
Ир ҡатындарына тағы ла алмаш-тилмәш ҡарап алды.
— Берегеҙҙе лә айырмайым. Һеҙ минең хәләл бисәләрем.
Кинйәбикә түгелеп илап уҡ ебәрҙе:
— Мин бер көн дә йәшәй алмам һинһеҙ... Йылғаға төшәм дә батам...
— Сеү! Юҡты һөйләп! Ана, балларҙы уятаһың, — Ҡәнифә уҫал шыбырлап уны тыйҙы. Унан иренә өндәште, — Ҡалайтабыҙ улайһа?
— Һине икенсе ергә күсерергә кәрәк булыр, Ҡәнифә. Балалар бында ҡалыр. Тик талаҡлап айырмайым. Һин минең ҡатыным булып ҡалаһың һәм, онотма, мин теге донъяға китмәйсә, һиңә минән ирек юҡ.
Тағы ла тынлыҡ урынлашты. Унан был һөйләшеүҙе Ҡәнифә йомғаҡлап ҡуйҙы:
— Ярай, Сөләймән, шулай булыр.
Сөләймән күмер шахтаһында эшләне. Таң ҡараһынан китте лә, төн йөҙөндә арманһыҙ булып, тештәре генә йылтырап ҡайтып инде. Кинйәбикәне урам һепереүсе итеп ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар уға ярҙамлашып эргәһендә йөрөнө. Ҡәнифәне ҡаланың икенсе осондағы ҡатын-ҡыҙҙар барагына алып барып тыҡтылар. Ул тимер юлдары һаҡсыһы булып китте. Ял тура килеү менән көндәше, балалары янына йүгерҙе, әллә ниҙә бер танһыҡҡа ғына ирен дә тура килтерҙе. Һағынышып күрештеләр ҙә, йән өҙөшөп тағы айырылыштылар. Бер мәлгә генә теге еҙ самауырҙы тирәләп йыйылдылар ҙа, тағы бүленешеп киттеләр. Шулай йылдан ашыу йәшәгәс, Ҡәнифә ауырға ҡалды. Инде хәлде йәшереп булмай башлағас, Сөләймән уны етәкләп алып әлеге начальникка инде.
— Иптәш начальник, ҡатыным төнгө ҡарауылда йөрөрлөк хәлдә түгел. Зинһар, уны минең яныма кире ҡайтарығыҙ, - тине.
Начальник берсә инде ҡорһағы бүлтәйеп сыҡҡан ҡатынға, берсә иргә баҡты:
— Һин был ҡатынды айырғайның түгелме һуң?
— Мин айырыу менәнме ни... Аллаһы Тәғәлә айырмағас, - тине лә һалды Сөләймән.
Ҡулындағы тәмәкеһен өйөрөлтөп нимә тип яуапларға белмәне начальник та. Был мәсьәләлә ул да көсһөҙ ине.
— Ҡалайтаң... Алаһың инде кире. Был хәлдә һинең ҡатының кемгә кәрәк?
Ҡайтып еткәнсе иренең беләгенә аҫылынып, һөйөнөсөнән илай-көлә килде Ҡәнифә. Ә өйҙә уны зыу ҡубып көндәше менән ҡыҙҙары ҡаршы алды. Ике бисәһенең ҡосаҡлашып илашҡандарын күреп Сөләймәндең дә күҙҙәренә йәш тулды.