

Кинйәбикә ҡыҙ бала тапҡас, Ҡәнифә һыр бирмәйем тиһә лә, шул бәләкәй өйгә тартылды ла торҙо. Ахырҙа көндәшен сәңгелдәге-ние менән оло йортҡа күсереп алды, уныһы хәҙер үҙ өйөнә йоҡларға ғына сығып йөрөй башланы. Йәш ҡатын баланы еткерә ҡарамай кеүек булды ла торҙо олоһона. Шуға бәпесте күберәген үҙе бәпләне. Урындыҡ түрендәге көймәле бишектән саҡ ҡына өн сыҡҡанда ла көндәшенән алда ул барып етте һәм тырнап алып һамаҡлай ҙа башланы:
— Ә-әй, беҙҙең Сәлимәкәй уянған бит... Беҙҙең алтын балабыҙ ҙа һуң! Беҙҙең ҡупшыҡайыбыҙ...
Кинйәбикәнең икенсе ҡыҙына кендек инәй ҙә булып ҡуйҙы Ҡәнифә. Уныһын да биләп-бәпләп, һылап-һыйпап үҫтереп баралар ине, йә, Хоҙай (!) үҙе ауырға ҡалды...
— Көндәшем, - тине ул ҡыҙсыҡтарҙы мунса йыуындырып алып сығып, майлап-биләп ултырған бер кисте, — әллә мин йөклө инде...
Бәләкәсен имеҙергә тип һыңар түшен сығарған Кинйәбикә, балаһына имсәген ҡаптырырға онотоп уға төбәлде:
— Ыстағайым! – унан төҙәтә һалды, — Әлхәмдуллила!
Ҡәнифә ҡыйыуһыҙ ғына дауам итте:
— Нимәгә был билем ҡата ла ҡуя тиһәм... Эсем дә үҫкән һымаҡ. Һин берәй нәмә аңғармайыңмы миндә?
— Аңғарам да ул. Әле мунсала ла өндәшергә уйланым да, әллә оҡшатмаҫһың тинем, — Кинйәбикә эйгән һөткә сәсәп киткән сабыйының түбәһендәге йомшаҡ еренә өрҙө. Ҡәнифә уның был бәпәй имеҙгән илаһи мәлен күҙәтә биреп ултырҙы ла, хыялланып әйтеп ҡуйҙы:
— Бирһәсе Хоҙай миңә лә ошондайҙы...
Бирҙе. Бер-бер артлы өс ҡыҙ бирҙе уға ла Хоҙай. Бер-нисә йылдан биш ҡыҙҙың сар-соронан йорт ҡына түгел, ихата геүләп торҙо. Бар ине шәп саҡтар! Өй алдындағы сиҙәмдә ашъяулыҡ йәйеп ебәреп ризыҡланған, түшәктәрҙә балларҙы аунатып уйнатҡан, түрҙәге аҫыл ирҙе ике яҡтан һылап-һыйпап һыйлаған, иретеп йәбештерелгәндән бер ҡолағы саҡ ҡына ҡыйышыраҡ күренгән ялтыр еҙ самауырҙы пар борхотоп йырлатҡан, донъя хәл-әүәлдәрен һәүетемсә һөйләшеп, күңелдәре бәхеткә, йөрәктәре һөйөүгә мөлөдөрәм тулы булып көн иткәндәре... бар ине.
Уйламағанда ерҙә буталыш китте. Һәр хәлдә бисә тормошо менән йәшәгән Ҡәнифә менән Кинйәбикәгә был хәл көтөлмәгәндә кеүек булды. Илгә баҫып инеп, тапап килгән яңы хакимлыҡ – Совет власы, уларҙың ирен ҡабул итмәне. Уларҙың, типһә тимер өҙөрҙәй, бер усы менән ҡуй муйынын һындыра тоторҙай көслө, Ҡөръәнде яттан белгән уҡымышлы, оло ҡалаларҙа урыҫ-мишәр менән сауҙа итә алған таҫыллы ирҙәрен, тамаҡтары мәңге ашҡа туймаған, бер аршын ерҙе лә эш итеп тотона белмәгән, әлепте таяҡтан айырмаған, бығаса мәңге көнлөксө булып йөрөгәндәр дошман итте. Дошман итеп кенә лә ҡалманы, колхоздарына бер алып, бер сығарып этләй торғас, һөргөнгә һөрҙөләр.
Яҙмыштары хәл ителеп, иртәгә оҙатылалар тигән кисте Сөләймәндәргә бер егет менән урта йәштәрҙәге ир килеп инде. Төйөнсөктәрен төйнәү, кейем-һалым барлау менән булған ҡатындарын саҡырып алды Сөләймән.
— Бына ошо егеткә Сәлимәне биреп китәм. Был минең балалыҡ дуҫым Абдрахман, Абдулла уның улы, - тине.
Ҡәнифә ауыҙын ғына баҫты, Кинйәбикә илауланы:
— Ун дүрт йәшлек баламды... Ҡуй, ҡалдырмайыҡ!
Тик Сөләймән был эште хәл иткән һәм кире уйлайһы түгел ине:
— Ҡайҙа алып китерҙәрен дә белмәйбеҙ. Ҡайҙа, нимә көтә? Исмаһам бер балабыҙ бында ҡалһын. Абдрахман ҡыҙымды ҡаҡмай-һуҡмай ҡарармын тине, мин уға ышанам.
Етди ҡиәфәтле ир ҙә, баҙыҡ ҡына сырайлы буйсан егет тә уның һүҙҙәрен йөпләп баш ҡағып торҙолар.
— Ни күрһәк тә бергә күрер инек әле... – Кинйәбикә сигенмәҫтән ине, ире өҙә һуҡты:
— Булды. Тамам. Әҙерләгеҙ ҡыҙҙы, никахты үҙем уҡыйым.