Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Ғинуар , 19:00
1

Көндәштәр

       

Бәлә тағы ла көтөлмәгәндә килде ҡатындарға. Бер көн Сөләймән киткән еренән ҡайтманы ла ҡуйҙы. Иртәнсәккә Ҡәнифә менән Кинйәбикә ҡара таңдан урамда торалар ине инде. Улар кеүек ирҙәрен көтөп ала алмай һағайып завод юлын күҙәткән ҡатын-ҡыҙ ҙа аҙ түгел. Ике көнлөк билдәһеҙлектән һуң шахта емерелгән дә, эшселәрен баҫҡан тигән дәшһәтле хәбәр таралды. Көндәштәр был яңылыҡты ҡабул итмәне. Уларҙың бәһлеүән ирҙәренә нимәлер булыуы мөмкин түгел ине. Бер ниҙән дә ҡурҡмаған, хатта әллә ниндәй начальниктарҙың да йөҙөнә тура ҡарап һөйләшә алған, бер үҙе биш кешенең нормаһын тапшырып йөрөгән абышҡаларына нимә булһын?.. Тип һөйләшкән булдылар үҙ- ара. Бер-береһен тынысландырҙылар. Наҡыҫ ҡына тамаҡтарын ҡырҡ йылытып, ирҙәренең алмаш кейем-һалымын ҡырҡ тотоп ҡарап - һалып, йә ултырып ашай, йә йоҡлай алмай йөрөшкәндә, Сөләймәндең алаптай кәүҙәһен индереп иҙән уртаһына һуҙып һалып киттеләр...
Ҡәнифә ирен нисек итеп ерләгәнен дә, нисек йыназалар уҡытып-тәрбиәләп ҡуйғанын да яҡшылап хәтерләмәй. Бөтөн был мәшәҡәттәрҙе үҙе ойоштороп башҡарһа ла, нескә генә иңдәрендә күтәреп сыҡһа ла, аңы томаланған хәлдә булғайны ла ҡалғайны. Ә Кинйәбикә ҡырҡылған кеүек булып Сөләймәндең өҫтөнә ҡолаған булһа, шунан тора алмай ятты ла ҡуйҙы. Аяҡтары тыңламаҫ булды ҡатынды. Шулай итеп Ҡәнифә ҡулындағы дүрт ҡыҙ бала, өс йәшлек кенә улы һәм түшәктә ятҡан көндәше менән тороп ҡалды.
Әммә афәт яңғыҙ килмәгән булып сыҡты. Шул яҙ ҡалала көслө ҡыҙылса ауыры таралып, бер-бер артлы ҡыҙҙарҙың икәүһен алып китте сир. Шул ҡайғыларҙан баш ҡалҡытып та өлгөрмәнеләр, берҙән-бер улдары һалҡын алдырыуҙан мандый алмай һыҙылып ҡына йән бирҙе.
— Эй, Хоҙайым... Сөләймәнебеҙҙең төҫ кенәһен ҡалдыр инде... Алма инде, Хоҙайым, улыбыҙҙы... – тип баланың ике яғында сеңләгән ҡатындарҙың зарын нишләптер ишетмәне күктәге. Улай тиһәң, ил буйынса шулайтып зар булғандар аҙ түгел ине шул ул заманада. Ҡайһыһын аярға, ҡайһыһын алырға ла белмәгәндер инде ул да.

Тағы ла ике йылдан Ҡәнифәгә ярлыҡау килде. Ғәйебе юйылған булып сыҡтымы? Һәр хәлдә ҡатын үҙенең һәм ғөмүмән уларҙың һәм үҙҙәре кеүек ошонда михнәт сиккән меңәрләгән халыҡтың нимәлә ғәйепле икәнлеген дә төшөнә алмай ине ул. Ҡалай ҙа уға ҡайтырға рәхсәт булды. Аяҡҡа баҫып эшләп йөрөгән Кинйәбикәгә был ҡағыҙ юҡ ине әле. Ҡатындар ултырып кәңәшләштеләр ҙә, Ҡәнифә булған ғына аҡсаларын төйнәп тотоп, ике ҡыҙын эйәртеп юлға сыҡты. Ә Кинйәбикә буҫлығып илап поезд артынан йүгерә торғас, һөрлөгөп ҡолап ятып ҡалды...

Сәлимә ҡыҙҙары килен булған йортҡа ҡайтып төштө Ҡәнифәләр. Сөләймәндең балалыҡ дуҫы булған Абдрахман уларҙы бер мөйөшөнә һыйындырҙы. Сәлимәләре Кинйәбикә кеүек һылыу ҡатын төҫөнә инеп, туптай ике бала әсәһе булып йәшәп ята ине. Уға ҡарап бер һөйөндө, тегендә ҡалған көндәшен уйлап бер көйөндө ҡатын. Тик ҡалайтырға ла сараһы юҡ.

Ҡайтҡас та колхозға эшкә сыҡты. Үҫмер ҡыҙҙары ла ҡул аҫтына инде. Яйлап саман өй һалып алдылар. Һауын кәзәһе һатып алдылар. Тинләп аҡса йыйҙылар. Уларҙың нимәгә йыйғандарын белгән Абдрахман да, кейәүҙәре Абдулла ла хәлдәренән килгәнсә ҡушылды. Тағы ла ике йыл тигәндә, ярайһы хаҡ йыйылып, Кинйәбикәгә ебәрелде. Ул был аҡсаға “вульный” ҡағыҙы һатып алып, көндәше иптәшкә тип ҡалдырған еҙ самауырҙы төрөп ҡосаҡлап, ҡанатланып ҡайтыу яғына осто. Тағы ла нисәлер көндән, көндәштәр саман өй иҙәнендә бергәләп сәй эсә, Сөләймәндәрен иҫләп, хәтирәләрен яңыртып, илашып-йырлашып, һөйләшеп туя алмайҙар ине.

Йәш үк булмаһалар ҙа, оло ла түгел ине әле ҡатындар. Икеһе лә төҫ һалмаған. Яҙмыштарына үс иткән шикелле, һаман һомғоллоҡтарын да, йөҙ-төҫ нәфислектәрен дә ташламаған инеләр. Күҙ ҡараштарында ла осҡон, сәм бар. Өҙә баҫып, яндыра ҡарап йөрөйҙәр әле. Ҡайһы ирҙәр уфтанып: “Ҡатын һайлай белгән бит был Сөләймән”, - тип ҡуймай ине шул бушҡа ғына.
Ел ҡапҡаларын яусылар ҙа аҙ асманы. Бигерәк тә Кинйәбикәне һоратты бер әҙәм. Өҙмәне лә ҡуйманы. Тамсы тама-тама таш тишә тигәндәй, димсе әбей Ҡәнифәне лә көндәшен өгөтләргә күндерҙе.
— Көндәшем, икәүләшеп ултырып ҡартаймайыҡ инде улайтып. Яҡшы ғына ир һората, донъяһы теүәл... Ҡыҙҙар минең менән ҡалыр, күрше ауыл ғына, килеп йөрөрһөң, - тип әйтә-әйтә, ризалатып ҡуйҙы. Бер көн килеп теге ир арбаһына тейәп алып китте Кинйәбикәне. Йөрәгенән әллә нимәһен өҙөп биреп ебәргәндәй булһа ла, шулай кәрәк, йәшәү дауам итә, тип уйлап йыуанды Ҡәнифә. Икәүһенең берәүһе бәхетле була алырға тейеш тә һуң!

Ай самаһынан, таң алдынан, ҡатындың ишеген һаҡ ҡына итеп кемдер ҡаҡты. Ҡәнифә ишек ярығына ауыҙын терәп шыбырланы:
— Кем ул?
Тыштан яуап юҡ.
— Кем тейем? Хәҙер тәртешкә тотоп сығам!
— Мин, көндәшем, ас.
Келәне ырғытып ебәрһә, тупһала Кинйәбикә ултыра. Ҡәнифә уның янына сүгәләне:
— Ни булды? Нишләп былай?
Кинйәбикә уға ҡарамай ғына ауыр көрһөндө:
— Ҡайттым... бына. Йәшәй алмайым уның менән. Йәнем дә, тәнем дә тартмай... Ҡыума мине. Күҙ алдымда Сөләймән тик тора... Уның кеүеге юҡ та, булмаҫ та.
Ҡатындар шымып ҡалды. Икеһенең дә ҡарашы һыҙылып яҡтыра башлаған офоҡҡа төбәлгән.
— Сөләймән мине кисерә алыр микән?.. Нисек уйлайһың? – ултыра торғас шундай һорау бирҙе Кинйәбикә.
Ҡәнифә башын бороп уның ҡыҙарған йөҙөнә баҡты. Юл буйына зыулап илап килгәндер инде. Илаҡ ҡына бит уның йәш көндәше.
— Кисерер, нигә кисермәһен. Был донъяла кисермәй торған хәл юҡ... – унан тегеһенең һыуланып сикәһенә йәбешкән сәстәрен һыпырып ҡуйҙы ла, йылмайып өҫтәне, — Үҙем һөйләшермен Сөләймән менән, мин өгөтләп башын бутаным, кисерә күр беҙҙе, тип әйтермен.
Кинйәбикә оло көндәшенең яурынына терәлде.

Ҡәнифә менән Кинйәбикә әбейҙе ауылда күптәр апалы-һеңлеле тип уйланы. Улар яҙмышын белмәгән йәш быуын, ғүмер буйы бергә йәшәгән, бөтә ергә лә парлашып йөрөгән был ике ҡарсыҡты бер-береһенә нимә бәйләгәнен дә төшөнмәне. Ҡыҙҙарынан таралған быуындар сылбырында ла улар тарихы бер риүәйәт кенә булып ҡалды. Бүлә-бүләсәләре ҡайһы саҡ кем кемдең өләсәһе икәнлекте асыҡламаҡсы булып һорашҡанда ла, ҡарсыҡтар өҙә генә яуап бирмәне.
— Өләпсәгеҙ кемебеҙ булғанда ла, олатағыҙ Сөләймән ине. Донъяла бер тигән ир ине!
— И-ий, беҙҙең Сөләймән ул ҡандай ине! Килеп инһә түбәһе өрлөккә төкөп торор ине...
— Икебеҙҙе ике беләген ултыртып күтәреп алыр ине...
— Уның кеүек аҙаматтар юҡ шул хәҙер...
— Э-эй, беҙҙең Сөләймән ине... мирҙа берәү ине...

...Шуларҙың барыһын да иҫләй еҙ самауыр. Бер нәмәһен дә, бер көнөн дә, бер генә мәлен дә онотмаған. Ете-ят ерҙәр ҡуйынында ятып ҡалған Сөләймәнен, бындағы зыяратта йәнәш ерләнгән көндәштәрен һағына. Асылда, таш келәттә уның ҡоро кәүҙәһе генә тотҡон булып ултыра. Ә йәне күптән икенсе донъялағы, бәхетле донъялағы хужалары янында.
Автор:
Читайте нас