Фәхриә апай йәш түгел инде, бергә байтаҡ йылдар татыу ғүмер иткән ире бар, балалары бар, балаларының балалары бар инде хәҙер. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта яңғыҙы ҡалған саҡтарҙа:
Кемгә һөйләйем серҙәремде,
Йөрәгем ялҡын кеүек...
тигән йырҙың һүҙҙәрен күңеленән генә ҡабатлай, көйөн көйләргә ғәҙәтләнеп китте. Мөхәббәт йыры булғанлыҡтан түгел, йырҙың һүҙҙәре, бигерәк тә тәүге ике юлы, уның тынғы белмәй ғазапланған күңел һыҙланыуын, йәшерен уфтаныуҙарын әйтеп биргәнгә, Фәхриә апай, үҙенең ихтыярынан тыш, доға кеүек ҡабатлай ҙа ҡабатлай.
Ситтән ҡараған кешегә Фәхриә апайҙан да бәхетлерәк ҡатын юҡтыр, һуғыштан һүң күпме тол бисәләр ирҙәр иркәләүенән мәхрүм булып яңғыҙ ҡартайҙы, күпме ҡыҙҙар кейәүһеҙ тороп ҡалды? Ә Фәхриәгә тигән өлөштө ҡанлы һуғыш аяған икән дә! Өлөшөнә тейгән көмөшө – көмөш түгел, алтын булып сыҡты. Үҙе йәш, үҙе офицер. Фәхриә лә, техникумды тамамлап, тәүге йыл ғына уҡыта башлаған, оҙон ҡара толомло, ҡалҡыу күкрәкле, оҙон керпектәре араһынан түгелеп китерҙәй мөлдөрәп ҡараған иркә күҙле ҡыҙ ине. Беренсе осрашыуҙа уҡ яраштылар.
Оҙаҡҡа һуҙмай өйләнештеләр ҙә, Фәхриәне йәш офицер үҙе хеҙмәт иткән алыҫ яҡтарға алып та китте. Мөхәббәттәре бик тә емешле булды уларҙың. Фәхриә балаларҙы тупылдатты ғына! Араһында, исмаһам, бер ҡыҙ булһасы. Биш бала, бишеһе лә малай! Ахыр ҙа исем таба алмай башлағас, бишенсе малайҙарына Альфред тигән ятыраҡ исем ҡуштырҙылар ҙа ҡуйҙылар. Шул үҙ яғыңдан ситтә йәшәүҙең ғәләмәтелер инде. Өлкән улдары Сәлим, Ғәлим, Ғәзим, Камил араһында кинйә малай Альфред төҫкә-башҡа айырылып тормай ине тороуын. Бәлки, ағаларына ҡарағанда иркәрәк, шаяныраҡ булып үҫкәндер, «бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта» тип, Фәхриә бөтә балаларына ла бер тигеҙ ҡарап, бер тигеҙ йәлләһә лә, Альфредын бауырына нығыраҡ тартынҡырар ине, аштың да тәмлерәген, кейемдең дә матурырағын, күҙ ҡарашының да наҙлырағын кинйә улына бүлде.
Өлкән улдары, атайҙарының һөнәрен һайлап, унды тамамланылар ҙа, хәрби училищеға уҡырға инделәр. Хәҙер ҡайһыныһы капитан да майор, береһе – Алыҫ Көнсығышта, береһе – Көнбайышта. Уртансыһының ғүмере диңгеҙҙә үтә – һыу аҫты кәмәһендә командир. Дүртенсе улы, әгәр әйтергә яраһа, үҙебеҙҙең илдә лә түгел, сик аръяғында тороп, донъя именлеген һаҡлай. Ваҡыт килеп еткәс, ашыҡмай ҙа, артҡа ла ҡалмай тигәндәй, Фәхриә апайҙың офицер улдары, бер-бер артлы атай йортона ҡайтып, күҙ күргән кешеләрҙең ҡыҙҙарын кәләш итеп алып, тирә-яҡтың иҫен китәрерлек туйҙар яһап, хеҙмәт урындарына парланышып киттеләр.
Кешенең күҙе ҡыҙырлыҡ та ине шул. Фәхриәнең ире полковник булып отставкаға сыҡты, пенсияһы өҫтөнә, заводтың кадрҙар бүлегендә йәтеш кенә эш тә табып бирҙеләр. Ҡаланың уртаһында өс бүлмәле фатир. Хәйер, был заманда күбеһенең тормошо етеш, донъя малы менән әҙәмде шаҡ ҡатырып булмай. Фәхриә үҙенең балалары менән маҡтанды. Мәктәптә уҡыған саҡтарында:
– Минең улдарым икеле, өслө алып һис ҡайғыртмайҙар, – тип, ҡупайыбыраҡ һөйләр ине ул кешеләргә. «Малайҙарым әйткән һүҙемде тыңлайҙар, ҡушҡан йомошомдо үтәйҙәр, ниндәй серҙәре булһа ла һис йәшермәй үҙемә һөйләп кенә торалар», – тип, башҡа әсәләрҙең күҙҙәрен ҡыҙыҡтырыр ине. Һөйләмәһә лә, ыңғай тәгәрәгән тормошто кеше күрә бит.
- Их, Фәхриә, ирҙән дә, балаларҙан да уңдың, бәхетле һин! – тиҙәр Фәхриә апайға, һуң шулай тимәй, тыуған көнө булһа, дүрт яҡтан дүрт посылка килеп төшә, һигеҙенсе март етһә – тағы шулай. Моғайын, килендәр ҙә һәйбәттер, бергә йәшәмәгәс, холоҡ-ғәҙәттәрен белеп булмай. Посылка ебәргәс, насар түгелдәрҙер. Инде күлдәклек отрездар менән күмделәр тигәндә, ҡайһы балаһының аҡылы еткәндер, күмәге бер булып, Фәхриә апайға аҫыл ташлы балдаҡ бүләк иттеләр. Кинйә улы Альфред ҡына был баһалы бүләккә өлөш индермәгәйне. Унынсыла уҡып йөрөгән баланың ниндәй аҡсаһы булһын инде.
– Әсәй, институтты тамамлап, эшләй башлағас, мин һиңә үҙ аҡсама ғына бынан да баһалыраҡ йөҙөк бүләк итәсәкмен! – тине Альфред.
Эй бала! Шул һүҙҙәрең әллә ниндәй бүләктәрҙән дә ҡиммәтерәк икәнен белдеңме икән?!
Хәҙер әсәйеңдең ҡулында бер йөҙөк тә юҡ. Туғандарың күмәкләшеп бүләк иткән аҫыл ташлы алтын йөҙөк тә юҡ. Быға һин ғәйепле Альфред...
Унды тамамлағас, Альфредты дүрт ағаһы дүрт яҡҡа саҡырҙы. Быға тиклем балалары ҡайғыртмағас, бер юлдан тәгәрләгән вагондар һымаҡ, кинйәһе лә ағайҙары артынан эйәрер, тип, һис борсолмай ине Фәхриә. Бер көндө Альфред ҡайтты ла:
– Документтарымды Ауыл хужалығы институтына илтеп бирҙем, – тип шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр әйтте. Ыңғай тәгәрләп алға елгән поездың артҡы вагоны юлдан сыҡһа, машинист ниҙәр кисерә икән? Фәхриә апай үҙенең улын танымаған төҫлө, ни тип әйтергә белмәй, күҙҙәренән асыу сәсеп ҡарап торҙо.
– Ашатаһың икән былай булғас икмәкте! – тип, мыҫҡыллауын йәшермәй, теш араһынан һүҙҙәрен һығып сығарҙы. – Асфальтта үҫтерергә йыйынаһыңмы ашлыҡты? Икмәкте ашауы ғына рәхәт, ер һөрөүҙе, тубыҡтан ҡойо кисеп ауылда йәшәүҙе анһат тиһеңме ни?!
Фәхриә апай кинйә улын ошолай ҡурҡытып-өркөтөп тә ҡараны, инәлеп-ялбарҙы ла, тик Альфред, ер ене ҡағылғандай, бер кемде лә тыңламай, Ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына имтихандар тапшырып уҡырға инде. «Аттың алаһы ла, ҡолаһы ла була» тигән мәҡәлде иҫенә төшөрөп, Фәхриә апай, башҡа улдарына исеме менән түгел, һайлаған һөнәре, ынтылыштары, хыялдары менән дә оҡшамаған Альфредын ҡабат битәрләмәне, «бәлки, аҡылға ултырыр, үҙе үк, ауылдан йыйылған малай-шалайҙар менән бергә уҡыуҙан биҙеп, институтын ташлар, башҡа һөнәрҙе һайлар» тигән өмөт менән йәшәй башланы.
Икенсе курсты тамамлар алдынан, ысынлап та, Альфред уҡыуҙан һүрелгән һымаҡ булды. Институттан ҡайтһа ла, ашарға ла сыҡмай, бүлмәһенә бикләнә. «Моғайын, был институттан биҙгәндер... Бына шулай була ул, атай менән әсәй һүҙен тыңламаған – оролған да бәрелгән, тиҙәр. Уфтаныр көндәрең алдараҡ әле!» – тип, уны башҡа берәй бәләгә тарығандыр тип һис башына ла килтермәй, тыңлауһыҙ балаһын үсәне.
– Йә, уҡырға ингән сағыңда нимә тинем мин һиңә?! Ике йыл ғүмереңде әрәм иттең дә, хәҙер уйға ҡалдыңмы? Үҙеңдән агроном сыҡмаҫты, ярай әле, биш йыл үткәс аңламаның, юғиһә, ни ауылға, ни ҡалаға тигәндәй, ике уртала тороп ҡаласаҡ инең, – тип, Фәхриә апай үҙе һүҙ башланы. Альфреды ғәфү үтенер ҙә, ағаларының береһенә хат яҙып, хәрби училищеға әҙерләнә башлар тип өмөтләнде. Тик һис көтмәгән, хатта төшөнә лә инеп сыҡмаған хәбәрҙе ишетте ул кинйә улының ауыҙынан. Ике йыл элек «Ауыл хужалығы институтына документтарымды илтеп бирҙем» тигәне йәшендең балҡышы ғына булған икән. Хәҙер шул балҡыған йәшендең тубы Фәхриә апайҙың ҡолаҡ төбөндә үлемесле шартлаған төҫлө булды.
– Әсәй, мин... өйләнергә теләйем, – тине Альфред.
– Ауыҙыңдан ел алһын, балаҡайым. Ҡулыңда дипломың юҡ, һөнәрең юҡ, үҙең атай-әсәй күҙенә ҡарап йәшәйһең. Шул хәлдә өйләнәм тип ауыҙ асырға нисек оялмайһың?!
- Ошоғаса оялып йөрөнөм дә... Үҙең һүҙ башлағас, әйттем инде. Әйтмәйенсә йөрөү ҙә мөмкин түгел хәҙер... Беҙҙең балабыҙ булырға тейеш...
Исмаһам, был игелекһеҙ малай оялышынан башын түбән эйһен ине. Юҡ! Күҙен шар асҡан да, әсәһенең йөрәгенә хәнйәр ҡаҙағанын белмәйенсә, ҡарап тора. Фәхриә апайҙың быуындары тотмаҫ булды, күҙ алдары ҡараңғыланды, диванға нисек барып йығылғанын да һиҙмәне.
Башҡа ваҡыт булһа, ошо тетрәүҙән баш ҡалҡыта алмай, больницаға инеп ятыр ине Фәхриә апай. Иртәгәһенә үк һикереп торҙо, оҙаҡҡа һуҙырлыҡ хәлгә тарымаған улы, ямғыр болото шикелле минуты-сәғәте һайын ҡабара барған был хәүефте туҡтатыу әмәлен йәһәтерәк табырға кәрәк. Юғиһә, ҡорһаҡ күлдәк аҫтынан бүлтәйеп күренһә, ғаиләңдең хурлыҡҡа ҡаласағын көт тә тор.
Бына һиңә маҡтан балаларың менән! Сысҡаҡ һыйыр бөтә көтөүҙе бысрата тигән һымаҡ, иң ҡәҙерләп үҫтергән кинйә малайҙың ҡылған эше ағаларының өҫтөнә, атай менән әсәйҙең йөҙөнә һис юйып алынмаҫлыҡ бысраҡ ташлай түгелме ни?! Бығаса ниндәй матур итеп, әҙәмсә дүрт туй яһанылар, «Фәхриәнең улдары тәүфиҡлы, тәртипле, инсафлы» тигән дан таралды. Ошо дан, маҡтау һүҙҙәрен ишеткән һайын, Фәхриә апай үҫеп киткәндәй була торғайны, башын ғорур күтәреп, башҡа әсәләрҙән үҙен юғарыраҡ урында торған төҫлө тоя ине. Ә хәҙер уның аяҡ аҫтынан ошо пьедесталды аңғармаҫтан тартып алалар, өҫтөнә ауыр һүҙҙәр яуҙыралар... Юҡ, юҡ! Һуңламаҫ борон был хурлыҡтан ҡотолоу әмәлен табырға кәрәк.
Фәхриә апай иң тәүҙә Альфредтың ҡыҙын күрергә теләне. Туйҙан алда егет ҡуйынына инергә ашыҡҡан ул оятһыҙ ниндәйерәк ҡыҙ икән? Атаһы-әсәһе бармы, кемдәр улар?
Альфред, әсәһенең нимә уйлағанын белмәйенсә, үҙенең гонаһлы мөхәббәтен шул кистә үк өйөнә алып килде. Ир менән бисә булыуҙың ғүмер баҡый килгән тәртибен боҙоп ҡауышырға ашыҡҡан ике иҫәр «беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ» тип аҡланырға тырышты. Шуның менән күренеп торған ғәйепте йыуырға мөмкин тип уйланылармы икән?!
Ҡыҙҙың Альфред менән курсташ икәнен, ата-әсәһенең ауылда уҡытыусы булып эшләүҙәрен һорашып белгәс, Фәхриә апай уның менән икәүҙән-икәү генә ҡалып һөйләшергә теләне. Альфредты сығарып ебәрҙеләр.
– Бына нимә, ҡыҙым, – тип, эске асыуын көскә тыйып, тауышын йомшартыңҡырарға тырышып, һүҙ башланы Фәхриә апай, – беҙҙең ғаиләгә ҡорһаҡ күтәреп килгән килендәр ошоғаса булманы. Әгәр Альфред менән бергә булырға теләһәң, был «йөгөңдән» ҡотолорға тейешһең. Бер кемгә лә, хатта Альфредҡа ла, белдермә. Ризалығыңды ғына бир, үҙем табырмын кешеһен, врачтар араһында таныштарым бар минең, – тип, Фәхриә апай бойорҙо ла, инәлеп һораны ла. Был тәҡдимдән ҡапыл албырғап ҡалған ҡыҙ тәүҙә бер нәмә лә аңламаны шикелле, аҙаҡтан һүҙҙең нимә тураһында барғанын шәйләп, ҡарынында ҡыбырлаған йән эйәһен һәләкәттән ҡурсалаған төҫлө ҡулдарын ҡаушырҙы. Ике күҙе риза түгеллеген белдереп, ут шикелле баҙланы.
– Иҫәр, быныһы һуңғыһы булмаҫ. Эште боҙған икәнһәгеҙ, уны төҙәтә белергә лә кәрәк. Унан һуң, хәҙерҙән үк һеҙгә бала нимәгә? Тағы ла өс йыл уҡыйһығыҙ бар. Балағыҙҙы кем ҡарар? Ҡайҙа торорһоғоҙ? Был хәлемдә мин һине өйөмә керетә алмайым... – тип өгөтләй торғас, Фәхриә апай ризалығын алды ҡыҙҙың, «был һөйләшеүҙе һин бел дә, мин бел, бер кемгә лә ауыҙ асма!» тип, ҡат-ҡат туҡып оҙатып ҡалды.
Бейек текәне артылғас, тағы ла бейегерәк ҡаялы тау алдында торған юлаусы хәлендә ине Фәхриә апай. Ҡыҙҙы, ныҡыша торғас, һындырҙы, инде биш айлыҡ ауырҙы төшөртөргә кешеһен табырға кәрәк. Таныш врачтары күп тә бит Фәхриә апайҙың, донъяға фаш итмәҫлек, тауыш-тынһыҙ, сер һаҡлай белгәндәрен табырға кәрәк. Мейеһе йәһәт эшләне уның, әллә кемдәрҙе барлап сыҡты, ахырҙа, өмөтөн аҡларлыҡ берәүҙә туҡталды. Үҙе бала күрмәй яңғыҙ ҡартайып килгән врач, тормошта барлыҡ йыуанысы – ҡулындағы алтын йөҙөктәр ҙә, ҡолағындағы алтын алҡалар. Фәхриәнең балалары бүләк иткән аҫыл ташлы йөҙөгөн күргән һайын: «Минең ун йөҙөгөм һинең бер йөҙөгөңә торош итмәй!» – тип күҙе ҡыя ине. Хурлыҡтан ҡотҡарһа, йөҙөгөн йәлләмәҫ ине Фәхриә!
Ҡыҙҙы күрһәтергә ҡасан алып килер көндө алдан һөйләште ул. Аулағыраҡ ваҡытта ҡабул итеүҙе үтенде. Әлегә бер ни белмәгән врач ҡыҙҙы бик ентекләп ҡараны, борсолорлоҡ бер ни ҙә тапмағас, буласаҡ әсәнең моңһоу күҙҙәренә ҡарап, уның кәйефен күтәрергә тырышты.
– Бөтәһе лә һәйбәт! – тине ул, ҡыҙҙың студентка икәнен белгәс, артыҡ күп китапҡа текләп ултырмаҫҡа, саф һауала оҙағыраҡ йөрөргә кәңәш бирҙе.
Аҙаҡтан Фәхриә апай врач янына үҙе генә инеп, ниндәй үтенес менән мөрәжәғәт иткәнен һөйләп бирҙе. Уның күҙҙәрендә шул тиклем үтенес, шул тиклем ялбарыу йылтыраны, тауышындағы меҫкенлек таш бәғерлеләрҙе лә иретерлек, йәлләтерлек ине. Тик яңғыҙлыҡта ҡартайып килгән врач уға бағланған өмөттәрҙе юҡҡа сығарҙы.
– Мин һеҙҙе, Фәхриә апай, бик ихтирам итәм... тик үтенесегеҙҙе эшләй алмайым. Минең генә түгел, быға бер кемдең дә ҡулы бармаҫ, – тине врач.
– Улай тимәгеҙ әле! Зинһар! Мин буш итмәм... – тип, Фәхриә апай биҙгәк тотҡан шикелле ҡалтырана-ҡалтырана аҫыл ташлы йөҙөгөн бармағынан һурып алып, врачтың ҡулына тотторорға ашыҡты. – Күптән күҙегеҙ ҡыҙыша ине, һеҙгә насип әйбер икән. Ихлас күңелдән бүләк итәм, алығыҙ, зинһар, үтенесемде кире ҡаҡмағыҙ! – тип һөйләнде үҙе.
Алды бит врач йөҙөктө! Шул саҡ Фәхриә апайҙың йөрәген өҙөп алдылармы ни. Балаларҙың бүләгенән айырылыу еңел булмайҙыр инде ул. Үҙ ғүмерендә бер затлы әйбер күргәйне, уныһы ла оҙаҡ ҡыуанысҡа булмаған икән. Ни хәл итәһең, «кәрәк тирәкте йыҡтыра» тигәндәр ҡарттар. Хурлыҡтан ҡотолоу өсөн, Фәхриә апай йөҙөктән айырылыу түгел, әллә ниҙәр эшләргә лә риза.
Башынан ошо уйҙар үткән арала, врач, аҫыл ташлы йөҙөктө ҡояш нурҙарында баҙлатып, әйләндергеләп торҙо ла, мыҫҡыллы йылмайып, уны Фәхриә апайға кире бирҙе.
– Бик ҡиммәттер был йөҙөк. Тик мин аҫыл таш йылҡылдауынан сабыйҙарҙың нурлы, теремек күҙҙәрен артығыраҡ яратам. Фәхриә апай, һин бит үҙең нисә баланың әсәһе булған кеше, ни өсөн ошо йәш ҡыҙҙың да әсәй булыу бәхетен теләмәйһең? Уның тәүге ауыры бит ул, әгәр һин һорағанды эшләһәк, бүтәнсә бала күрмәйәсәк. Минең бындай енәйәтте ҡылырға ҡулым да бармай, врачлыҡ намыҫым да ҡушмай. Мин һеҙҙе ғәфү итәм, икебеҙ араһында булған һөйләшеү ошо бүлмәлә ҡалыр, тик был үтенесегеҙ менән башҡа бер кемгә лә йөрөмәгеҙ, – тип, ҡабат ауыҙ астырмаҫлыҡ итеп әйтте.
...Ғаиләгә хурлыҡ табы төшөрмәҫ өсөн, Альфред менән «килен» ситтән тороп уҡыуға күстеләр ҙә, Урал аръяғындағы колхоздарҙың береһенә эшкә киттеләр. Шунда яҙылыштылар, дүрт айҙан һуң, шунда улдары тыуҙы. «Әсәй, улыбыҙға Азамат тип исем ҡуштыҡ. Тыуғанда ауырлығы биш кило булды, шул тиклем теремек, матур имә. Бындағы врачтар: «Баһадир булыр!» – тип һоҡланалар» тигән хаттарын уҡығанда Фәхриә апайҙың затлы йөҙөгө бармағын өткәндәй тойолдо, шуның көйҙөргөс ялҡыны йөрәгенә һирпелде.
Шунан бирле Фәхриә апай ҡулына йөҙөк кеймәй. Ишек төптәрендә кешеләр өйкөлөшкән ювелир магазиндарын алыҫтан урап үтә. Тик гонаһтан бер нисек тә ҡасып булмай икән. Әсә ҡарынындағы йән эйәһенең ғүмерен быуырға йәһәтләп йөрөгән сағы тынғылыҡ бирмәй уға. Уның был ҡара ниәтен кешеләр белмәй, ауылдан ҡунаҡҡа килгән һайын: «Ҡәрсәй, мин һине бик-бик һағындым! Һин мине һағындыңмы?» – тип, йондоҙ шикелле балҡып торған теремек күҙҙәрен нурландырып, ҡояшта янған яланғас ҡулдары менән муйындан һығып ҡосаҡлаған бәләкәй Азамат та белмәй. Ә Фәхриә апай барыбер ғазаплана, уның һайын уйлана. Үҙе өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә уйланып, төн йоҡоларын йоҡлай алмай түшәктә тулап сыға Фәхриә апай.
Донъяға бала тыуһа, күктә йондоҙ ҡабына тиҙәр. Ерҙә орлоҡ шытһа ла, йәм арта. Балҡыр йондоҙҙарҙы һүндерергә, шытҡан орлоҡтарҙы ҡороторға теләүҙән дә ауырыраҡ гонаһ бармы икән?! Фәхриә апай күңелендә ҡара төйөн булып ҡалған ҡара ниәтен, ҡара серҙәрен барлыҡ әсәләргә лә һөйләргә, минең хәлемә ҡалмағыҙ, тип әйтергә теләй. Тик был мөмкин түгел. Күрешеү шатлығынан күкрәге өҫтөндә тыпырсынған, «Ҡәрсәй, мин һине яратам! Ҡояшты яратам! Йондоҙҙарҙы яратам!» тип бөтә донъяға оран һалған бәләкәс Азаматтың ғүмерен әсә ҡарынында сағында быуырға теләгәйнем, тип әйтергә нисек теле ҡуҙғалһын?
Бәлки, шуғалыр ҙа, яңғыҙ ҡалған саҡтарында Фәхриә апай бер үк йырҙы ҡабатлай ҙа ҡабатлай.
...Кемгә һөйләйем серҙәремде,
Йөрәгем ялҡын кеүек.
Кемгә һөйләйем серҙәремде...
Кемгә һөйләйем...
Автор: Шакир ЯНБАЕВ.
"Һандығым-байлығым" төркөмө