Һөйләгәндә һәр саҡ һинең яҡты йөҙөң.
Киленеңә ҡыҙым тиеп өндәшәһең
Күңелдәрҙе иретерлек һәр бер һүҙең.
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн, ҡоҙағыйым.
Ҡоҙа менән оҙон ғүмер кисерегеҙ.
Бәлә-ҡаза урап үтһен ғаиләгеҙҙән
Тик шатлыҡтар, изгелектәр
Күрегеҙ һеҙ.
Бергә-бергә шатланырға насип булһын.
Балаларҙың балаларын күрер көнгә.
Аллаһ бирһен барыбыҙға ныҡлы иман
Ожмахта ла булһаҡ ине һәр саҡ бергә.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)