Ҡәйнә менән килен араһындағы кире мөнәсәбәт минең яҙмышта асыҡ сағыла. Йәшләй генә күрше ауылдағы егеткә кейәүгә сыҡтым. Ата-әсәйем мин бәләкәй саҡта уҡ аварияға осрап вафат булған, шунлыҡтан алты йәшемдән өләсәй тәрбәһендә ҡалдым. Эшкә генә түгел, ололарға ихтирамлы, бәләкәйҙәргә инсафлы булырға тип өйрәтте.
Мәктәпте тамамлағас, ауылда фермала эш башланым, ҡайҙалыр сығып китеү тураһында уй башыма ла инеп сыҡҡаны булманы. Тап ошонда көҙгөһөн йәйләүҙән ҡайтҡанда күрше ауыл егете Ҡадир менән таныштым. Ул да яҙғыһын армиянан ҡайтып, совхозда эшләй.
Ата-әсәһе хәлле, әммә бик ҡаты, ваҡсыл тип һөйләне ауылдыҡылар. Йәш саҡ был минең өсөн кәртә түгел ине, Ҡадир декабрь урталарында һоратырға киләсәге тураһында әйткәс, бәхеттең етенсе ҡатында итеп хис иттем үҙемде. Әсәһенең уҫаллығын никах уҡытҡанда уҡ тойҙом. Өләсәйҙең өҫтәлгә теҙгән тәм-томон ҡалаҡтың осо менән генә тәмләп, йөҙөн сирып ултырҙы. Аш сығарғас шым, әммә бөтәһенә ишетелерҙәй тауыш менән киҫелгән туҡмастың ҡалын булыуы тураһында әйтеүе лә табындағыларҙың кәйефендә сағылмай ҡалманы.Оло йәштә булыуына ҡарамай, никах табынына йүгереп әҙерләнгән өләсәйемде шул тиклем йәлләнем. Ҡадирҙың йөк машинаһына ултырып киттем килен булып күрше ауылға. Йорт алдында беҙҙе ҡаршы алыусы булманы. Бейек ҡойма менән уратылған ихатаға аяҡ баҫыуым менән үҙемдең бында артыҡ буласағымды тойҙом.
Өйгә ингәс, бирнәмде тотоп тупһала ҡатып ҡалдым Беҙҙе саҡырыусы, түргә үтергә саҡырыусы, хатта сығып ҡаршы алыусы ла булманы. Ҡадир әйберҙәрҙе ишек төбөндәге шаршау менән ҡоршалған бүлмәгә урынлаштырҙы. Мин артабан ни эшләргә тейешлегемде белмәй, аптырап ҡалдым. Шул саҡ ҡәйнәм пәйҙә булды. Ҡадирға тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ебәрҙе:
- Хәҙер ошо хәйерсене кеше итәбеҙме инде? Йүнле кәләш таба алманыңмы, күрҙеңме йортон, йәшәгән урынын?
- Әсәй, тыныслан. Мин уны яратам. Теләмәһәң иртәгә үк айырым сығырбыҙ, тине ул мине яҡлап.
Иртүк тороп фермаға юлландыҡ, сәй эсеп торманыҡ, аш бүлмәһендә лә миңә урын юҡлығын аңлай инем. Ике айҙан ауырға ҡалдым. Эй, ҡыҙыл сөгөлдөр ашағым килә. Баҙҙа бар сығарып бирәм тип төштө бит Ҡадир.Ҡайҙа бешереү- телеп сей килеш ауыҙыма ғына ҡабыуым булды ҡәйнәм тып итеп килеп баҫты. Үҫтереп ашарһың, һинең өсөн түгел ул, тине лә ыҫылдап, ҡулымдағы нәҙек телем итеп туралған сөгөлдөрҙө тартып алып.
Февраль урталарында ҡыйырһытыуҙарға түҙмәй, айырым сыҡтыҡ. Сабыйым сирле тыуҙы. Бында ла уҫал ҡәйнәм мине ғәйепләне. Район үҙәгенә дауаханаға күп йөрөргә кәрәк булғас бала аҡсаһына иҫке генә машина алдыҡ. Аҡса йыйып йорт төҙөргә ниәтләнек. Яҙмышым шулай булғандыр, көҙгө ҡараңғы кистә бала ауырый башлағас, район үҙәгенә юлландыҡ.Сабыйҙың һаулығы өсөн ныҡ хәүефләнгән Ҡадир тайғаҡ боролошта машина менән идара итә алмай, юл ситенә ҡоланыҡ. Беҙ иҫән ҡалдыҡ, ул вафат булды. Ошонан һуң беҙ ҡәйнәм өсөн ысын дошманға әүерелдек. Көн дә килеп беҙҙе ҡарғай, былай ҙа һалҡын йорттоң тәҙрә быялаларына тиклем онтап бөттө.
Йыйынып өләсәй йортона ҡайттыҡ. Бында ла килеп һаман мине үлтереүсе тип ғәйепләп, урам буйлап насар һүҙҙәр таратып йөрөнө. Был ваҡиғаларға байтаҡ ваҡыт үтте. Был донъяларҙа юҡ инде ул. Әммә иҫкә алмаған бер көнөм дә юҡ. Күптән ғәфү итһәм дә иҫкә килә лә төшә. Уға үпкәм дә юҡ, рәхмәтлемен генә – киләсәктә киленемә яҡшы булырға һабаҡ бирҙе ул...
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА