Беҙ яратышып өйләнештек, хатта бер-беребеҙгә оҡшаш та инек. Уның атлап йөрөшөн, иренен сәпелдәтеп мин әҙерләгән ризыҡты ашағанына тиклем ярата инем. Эштән йүгереп ҡайта ла, шул тиклем һағындым тип, ҡосаҡлап ала ине.
Биш йыл шулай татыу йәшәнек. Мин - мәктәптә, ул заводта эшләй. Бер заман Зариф нисектер эштән һуңлап ҡайта башланы, командировкалары ла артты. Аралағы йылылыҡ кәмегән һымаҡ тойолдо. Уның стенаға боролоп ятыуын арыуы менән бәйләй инем. Яңы йыл алды ине, Зариф эштән ҡайтҡас, шым ғына ултырып сәй эскәндән һуң, мине залға саҡырып эргәһенә ултыртты.
“Ғәфү ит”,- тине тоноҡ тауыш менән... Яҡшы хәбәр әйтмәйәсәген көтөп, йөрәгем сәнсеп алды.”Һин мине ғәфү ит,өҙөлөп яратһам да китергә булдым. Минең икенсе ҡатындан балам буласаҡ, мин уға китәм...” - Зариф өҙөп-өҙөп әллә нәмәләр һөйләй, башыма һуҡҡандай бер нимә аңламай, һеңгәҙәп тик ултырам.
“Сығып кит, күҙемә күренмә”, - тип илай-илай, кухняға инеп бикләндем. Хыянат әсеһен татыу шул тиклем ауыр икән, үҙемә ҡул һалырғамы әллә тигән ерҙән нимәлер туҡтатты.
Хоҙай Тәғәлә хәсрәтен биргәс, бәхетен дә татыта икән. Ике аҙна ваҡыт үткәс, ҡан баҫымы күтәрелеп, ашауҙан яҙып сирләй башлағас, дауаханаға киттем. Яңы йыл каникулы, уҡыусылар ял итә, һалып ҡуйҙылар. Анализдар алып тикшергәндән һуң врач, ысын мәғәнәһендә, аҡылдан яҙҙырырҙай хәбәр еткерҙе. Мин ауырға ҡалғанмын: урталыҡта ҡалдым - ни шатланырға, ни көйөнөргә белмәнем. Зариф сит ҡатынды йәтим итмәҫ өсөн мине ташланы, ә мин әле тыумаған да сабыйым менән бер кемгә кәрәк түгел тип әсендем. Ниндәйҙер бер көс баланы һаҡлап ҡалырға тейешлемде белгертте.
Улым тыуып бер ай ваҡыт үткәс, ишектә ҡыңғырау яңғыраны. Йүгереп барып асһам, йонсоған, ҡулына аҡ биләүгә төрөлгән сабый тотҡан Зариф тора. Ни эшләгәнемде лә аңламай, ишекте шапылдатҡансы ябып ҡуйҙым. Ишектең теге яғында йөрәк өҙгөс тауыш менән сабый илай. ”Әминә, ас инде. Сабый хаҡына индер! Әсәһе баланан һуң вафат булды. Ишекте ас, автобус менән оҙаҡ килдек, һөт йылытып ҡына эсерәйем, аҫтын алмаштырайым”. Ярһып илаған сабыйҙың тауышы Зарифҡа, беҙҙе йәтим иткән һөйәркәһенә булған асыуымды теҙгенләне. Асып индерҙем үҙҙәрен. Һеңлеһе аша бала тыуғанды ишеткән икән. Исемен һораны. “Дамир”, - тинем. “Ә минеке Самир!” - шул тиклем ғорурлыҡ менән әйтте. Сабый хаҡына башымдан, бәлки, ғәфү итермен тигән уйҙы юҡҡа сығарҙы был һүҙе. Ҡапыл урынымдан һикереп тороп, “Самир имеш, ә минеке һинеке түгелме ни? Бар кит, балаңды ал да йәнең теләгән яҡҡа!”- тип ҡысҡырып ебәрҙем.
“Минең барыр ерем юҡ, аҡылыңа кил, Әминә”, тигәнен ярһыуҙан ишетмәй инем инде мин. Илап уянған баламды күкрәгемә ҡыҫып, улар сығып киткәнсе боролоп та ҡараманым. Зарифтың хыянатын кисерә алманым. Улымды мәктәпкә әҙерләгән йылды тағы килде улар беҙгә. Бер-береһенә оҡшаш малайҙарҙың уйнағанын күҙәтеп, сәй эстек. Шул сығып китеүҙәренән һуң уларҙы күрмәнем.
Шул ваҡытта ғәфү итһәм, балалар бер-береһенә терәк булыр, мин яратҡан кешем менән ғүмер итер инем. Үкенәм дә бит, әммә һуң шул. Мөхәббәт хаҡына бер тапҡыр булһа ла яҡыныңды ғәфү итергә кәрәккәндер, бәлки...
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.