Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
17 Ғинуар , 11:02
1

ҠӘНӘФЕРҘӘР

Бөгөн Зәнифте күргән кешеләр аптырайҙыр әле: көпә-көндөҙ Сибәрбикә инәйҙең сүс бау менән бағанаға ҡуша бәйләп ҡуйылған ҡапҡаһын асып инде лә, ишегендә йоҙаҡ эленеп тороуға ла ҡарамаҫтан, өй алдындағы иҫке шаҡарма ҡойманы йығып ташланы. Инәйҙең күрше ауылға кисә үк йомош менән киткәнлеген белә ул. Өйөнә күҙ-ҡолаҡ булып ҡалған Мәстүрә апай әйтте быны. Шуға унан рөхсәт һора­ны ла эшкә тотондо. Мәстүрә апай ҙа, Зәнифтең изге ниәтен белгәс, хужа өйҙә юҡ, тип торманы. Хатта хуплап, дәртләндереп ҡуйҙы.

– Ҡыуаныр ҙа һуң Сибәрбикә инәйең, – тип йылмайҙы ул, ихлас итеп. – Тик ни бит әле: уның анау сәскәләрен генә имгәтеп ҡуйма инде. Күҙ ҡараһылай һаҡлай бит.

Зәнифме һуң инде тере ҡуҙҙай баҙлап ултырыусы ҡыҙыл сәскә­ләрҙе имгәтергә баҙнат итер кеше!
– Борсолма, Мәстүрә апай, бөтәһе лә һин әйткәнсә булыр…
Шунан ул әлеге ҡып-ҡыҙыл сәскәләргә ҡарап торҙо ла, йә­һәт кенә көрәген алып, соҡор ҡаҙырға кереште.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ. Атаһы менән бергәләп әҙ ҡойманылар инде ҡойманы.
Былай буйға бәләкәйерәк күренһә лә, алтынсыны тамамлай ул хәҙер. Өләсәһе әйтмешләй, имән буйға үҫмәй, йәнәһе. Ергә ныҡ тамырланып, теләһә ниндәй ыжғыр елдәргә лә иҫе китмәй тора бирә. Ә Зәниф ана шул имән үҫендеһе һымаҡ инде.
Улының уйын белеп ҡалғас, атаһы уға бысҡы-сүкештәрен генә түгел, үҙҙәренең өй алды баҡсаһын кәртәләүҙән ҡалған таҡталарын да бирҙе.
– Бик дөрөҫ уйлағанһың, улым, Сибәрбикә инәйең быға сикһеҙ шатланыр, – тине ул.
…Зәниф йәнә бер соҡор ҡаҙыны ла ял итергә ултырҙы. Яҙғы ҡояш шул тиклем алсаҡ, көләс. Нурҙарын көлтәләп-көлтәләп яуҙыра ғына. Бар тирә-яҡ алтындай нурға күмелгән. Ошо матурлыҡҡа йәм булып нурлана түтәлдәге ҡыҙыл сәскәләр. Ҡалайыраҡ күҙ ҡамаштырып, еләҫ елдә елпенәләр! Өҙлөкһөҙ осоп йөрөгән ал, һары, зәңгәр күбәләктәре лә бит әле шулар янынан китмәй. Сәскәләрҙең ни тиклем ҡәҙерле булыуҙарын улар ҙа белә, ахырыһы.
Хәйер, сәскәләр әллә ни күп тә түгел бында. Бер генә түтәл. Йыл һайын сәсә уларҙы Сибәрбикә инәй. Ҡояшта йылынып, дым тартҡан ярмалы тупраҡтан йылы быу күтәрелә башлау менән, ул донъяһын онота. Әсә сабыйын наҙлағандай, ошо түтәлде тәрбиәләй, ҡәҙерләй башлай. Әгәр тәүге үҫенделәр морон төртөп сыҡҡан саҡҡа тура кил­һәгеҙ, бөтөнләй хайран ҡалыр инегеҙ. Ул ашарын да онота. Туҡтауһыҙ үҙ алдына һөйләнеп, ҡыуанып тик йөрөй.
Быйыл утыҙынсы тапҡыр сәскән был ҡыҙыл сәскәләрҙе, тип һөйләгәндәрен ишеткәне бар Зәнифтең. Шуға һәр кем уларға һоҡланып ҡарай.
Ә Зәнифтә әле бер генә уйы: «Ашығырға, Сибәрбикә инәй ҡайт­ҡансы өлгөрөргә кәрәк».
Уларҙың отряды фронтта улдары үлеп ҡалған әсәләрҙең йорттарын шефҡа алырға ҡарар итте. Зәниф Сибәрбикә инәйҙе һайланы. Уның янына көн һайын тигәндәй килеп йөрөнө. Герой улы тураһында ла күп нәмәләр белде. Тик йөрәген ярһытып йөрөгән уйын, ни өсөндөр, үҙе өйҙә юҡта тормошҡа ашырырға булды. Шуға күрә лә ашыға.
Ул һуңғы таҡтаны ҡаҙаҡлап бөттө лә әлеге сәскәләр янына сүкәйеп ултырҙы. Ысынлап та, ниндәй нәфис улар! Тирә-яҡҡа алһыу нур сәсәләр, хуш еҫ бөркәләр. Ауылда бер кемдә лә ундай сәскәләр юҡ. Ә Сибәрбикә инәй хәҙер нисә йылдар буйы шулар менән йыуанып йәшәй.
Был сәскәләрҙең орлоғон улы һәләк булған ерҙән, геройҙың ҡәберенән килтергәндәр Сибәрбикә инәйгә. Һуңыраҡ ул үҙе лә улының ҡәберен барып күреп ҡайтты. Унда ла нәҡ ошондай сәскәләр ултыртҡандар икән. Ана шуға, ғүмерендә иң ҡәҙерле нәмәһе күреп, шуларҙан йәм табып, һағышлы, ауыр саҡтарында ошо ҡыҙыл сәскәләрҙең хуш еҫен еҫкәп, йәшәй бирә.
Зәнифтең башына йәнә бер уй килә. Ул Сибәрбикә инәйҙең баҡсаһына күп итеп сирень ултыртасаҡ. Урам яҡ ҡапҡаһына йондоҙ яһап ҡуясаҡ һәм алтын хәрефтәр менән: «Был өйҙә Бөйөк Ватан һуғышы геройы, беҙ­ҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен биргән Азамат Ҡаһармановтың әсәһе Сибәрбикә инәй йәшәй», – тип яҙып ҡуясаҡ…
Шунда Зәнифтең уйҙарын ғәжәп мөләйем бер тауыш бүлде:
– Эй, улыҡайым, рәхмәт инде, һәләк шәп ҡойма ҡойғанһың да… – Сибәрбикә инәй ҡайтып төшкән икән. Үҙенең күҙ төптәре дымланһа ла, йылмайғандай итә. Ҡаушабыраҡ ҡалған Зәниф:
– Мин… мин геройҙың… – тип туҡтап ҡалды.
– Эйе, ейәнем һымаҡ яҡынһың һин миңә, улым. – Сибәрбикә инәй малайҙың арҡаһынан ту­пыл­датып һөйҙө лә түтәлдән бер ҡыҙыл сәскә өҙөп алып тотторҙо.
– Мә, улым, ҡәнәфер был. Батырҙар иҫтәлеге…
Зәниф ҡәнәферҙе ҡәҙерләп усына һалды. Күпмелер ҡарап торғас, һоҡланыуына түҙә алмайынса, уны юғарыға, ҡояшҡа күтәрҙе. Устарында, гүйә, йондоҙ ята ине.
ДИНИС БҮЛӘКОВ.
Автор:
Читайте нас