Йәнем, һиңә әйтер бер һүҙем бар:
Төҙөп бирсе бер йорт буранан.
Тыуған яҡта мин үҙемде тоям
Бер йәтимдәй, хәйер һораған.
Кемдә генә туҡталайым бына,
Кемдәр ҡуйыр икән самауыр?!
Тыуған яҡта тыуған йортһоҙ ҡалып,
Кеше көнлө булыу бик ауыр...
Ҡайтмаҫ инем, аяҡ баҫмаҫ инем —
Ошо ергә йәнем ереккән.
Ҙур-ҙур өйҙәр өмөт итмәйем мин,
Аяҡтарым һыйһа, шул еткән.
Ҡулдарыңдан килгән эш тә баһа,
Ялынманым түгел, мең әйттем:
Аҙға ғына ҡайтып килер өсөн,
Ҡунып китер өсөн берәй төн,
Хан һарайы һинән һорамайым,
(Аяҡтарым һыйһа, шул еткән!),
Бер бисара, тиеп баҡмаһындар,
Ҡайта ғына алмай интеккән.
Күҙҙәреңә өмөт менән бағам,
Шул өмөтөм, зинһар, туңмаһын,
"Бергә-ике" бура бурағанда
Үкенерлек, йәнем, булмаһын!
Хыялымды ысын итһәң әгәр,
Күңелемдән йырҙар ҡойолор,
Бәләкәй генә бер йорт һалып бирһәң,
Хан һарайы булып тойолор...
Зөлфиә Ханнанова.
https://vk.com/vatandash_journal
Фото архивтан.