Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Ғинуар , 19:30
2

Шулай ҙа була

Тормош юлдары ҡатмарлы

Йәйгелеккә тынсыу ҡаланан ҡасып, атай нигеҙенә ҡайтам. Биш бала үҫһәк тә, хәҙер икәүебеҙ генә иҫән. Мин кесеһе, ике йәшкә оло апайым күрше ауылда ғаиләһе менән йәшәй.

Юлдар ҡарҙан әрселмәҫ борон, ҡарғаларҙан да алда, ошо бәләкәй генә йортҡа ҡайтҡым килә инде. Быйыл да март башында уҡ көҙҙән индергән тупраҡты эшкәртеп, ҡалала үҫтергән рассадаларҙы йәшниктәргә күсереп ултырттым. Шулай көн оҙоно эш менән мәж киләм дә, кис еткәс, мейескә яғып,  сыртлап янған усаҡҡа ҡарап хәтирәләргә бирелергә яратам. Оҙаҡламай 65 йәшем тула. Хаҡлы ялға заводта эшләп сыҡтым. Пенсиям яҡшы, һаулығымдан да зарланмайым. Донъям түңәрәк тип әйтер инем, ирем дә, балам да юҡ. Йәш сағымда ауылға ферма төҙөргә килгән сит милләт вәкиле менән осраштым. Мөнәсәбәттәр бик тиҙ үҫеште, ул үҙен буйҙаҡ тип таныштырҙы, атай-әсәй менән дә танышты, хатта никах уҡыттыҡ. Колхозда төҙөлөш эштәре бөткәс, ул мине ҡалдырып үҙҙәренә ҡайтып килергә булды. “Мотлаҡ киләм, йәшәргә урын ғына йүнәтәм дә алып ҡайтам”-тип вәғәҙәләр биреп, ышандырып тыуған яғына юлға сыҡты.  Мин генә түгел, атай-әсәй ҙә бергәләп көттөк. Ҡыш та, яҙ артынан йәй, йыл артынан йыл үтте. Бер нисә йыл үткәс кенә атай ул йәшәгән яҡҡа контора аша адресын алып хат яҙҙы. Хатҡа яуап оҙаҡ көттөрмәне. Унда Алишер үҙенең беҙгә килгәнгә тиклем ғаиләле, алты бала атаһы булыуы тураһында яҙған ине. Бына шулай йәшләй генә алдандым да, башҡаса бер ҡасан да ирҙәргә ышанмаҫҡа һүҙ бирҙем. Бөгөн үҙ көнөмдө үҙем күрәм дә ул, олоғайғас мине кем тәрбиәләр икән тигән уй йыш ҡына мейемде быраулай. Минең һымаҡ хәлдә ҡалғандар юҡмы арағыҙҙа?

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Шулай ҙа була
Шулай ҙа була
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас