Беҙ ҙә Буранғол ағай менән ярты сәғәтләп гәп һатып маташҡанбыҙҙыр. Шунда, “бухта...”...
Мин уны урам буйында осраттым. Көн үҙәгендә ат етәкләп китеп бара ине ул. Көн ни тиклем эҫе булһа ла, ҡалын трико кейгәйне, өҫтөндә – пинжәк. Ә уның яғаһында – “ромбик”, значок. Миндә лә бар ул, университетты тамамлағанда биргәйнеләр, йәнәһе лә, юғары белемле икәнеңде белдергән бер тамға.
Ҡулында – сыбыртҡы. Алға эйелеп алған да, бар донъяһын онотоп, яй ғына атлауын белә. Артынан, ҡойроғон һелкеп, бер туҡтауһыҙ башын сайҡап, алаша эйәргән. Нисектер улар икеһе бер-береһен шул тиклем тулыландырған кеүек ине. Йүгәндән ҡулын алһа, ат унһыҙ атламаҫ, ә уның янында ат булмаһа, был бер ҡарасҡы төҫөн алыр кеүек ине миңә. Фотоаппарат аҫып, ҡулыма еңелсә сумкамды тотҡан мин – яҙыусы ишараты – уларҙы ике урам сатында көтөп алдым.
– Һаумыһығыҙ, – тинем дә ҡулды һуҙҙым. Ҡулы ҡаты, эшһөйәр икәне беленеп тора.
– Арыу әле. Сырамытҡандаймын да, юҡ та кеүек. Әллә тиливизырҙа күрҙемме шул үҙеңде? – тип йылмайҙы ҡарт. Йөҙөндәге йыйырсыҡтары улаҡтарына тулған тир ҡояшта шаярып балҡып китә. Күпте күргән, ниндәй төҫтә икәнен бик аңғарып та булмаған сепрәк кепкаһы менән оҙаҡ итеп маңлайын, битен, шунан муйынын һөртөп алды. Йыйырсыҡлы бите хәҙер ниңәлер таушалған китап тышын хәтерләтте.
– Нишләп ат етәкләп йөрөйһөң, абзый? – тинем. Бабай тип әйтһәм, килештермәүе лә бар. – Йөк өҫтөндә, йомшаҡта йөрөр сағың түгелме?
– Егеттәрский йөрөйөм. Былай атҡа ауыр була. Кем булдың шул үҙең?
– Яҙыусы мин. Һеҙҙең яҡҡа ла килеп сыҡтыҡ.
– Алтын эҙләйһегеҙме ни? – Шаянға оҡшай үҙе. Тик күҙҙәрендә бик осҡон юҡ. Арығанға оҡшаған. Ауыҙынан әҙерәк “егеттәрский” еҫ тә килгән кеүек.
– Эйе, халыҡ хәтеренән, күңеленән алтынын да, баҡырын да эҙләйбеҙ. Шунда берәй төрлө ҡыҙыҡ ҡына тарих һөйләмәҫһегеҙме, тип туҡтатҡайным да үҙегеҙҙе. Танышайыҡ әле. – Исемемде әйттем. Был миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Алашаһы ла күҙен аҡайтып ҡарағандай тойолдо. Һәм, шуныһы ҡыҙыҡ, икеһенең ҡарашында ла бер һағыш төҫөн төҫмөрләп ҡалғандай булдым. Һуңынан тәүге тәьҫоратымдың улай уҡ дөрөҫ түгеллегенә ышандым. Бабай шуҡ ҡына, йор һүҙле генә булып сыҡты.
– Тыуғандан алып алтмыш ете йыл инде Буранғол тип өндәшәләр былай, – тигән булды. – Тарих тиһеңме? – Маңлайына бармағын төртөп алды ла. – Компьютер нөктәһенә дөрөҫ кенә төртһәң, берәй нимә иҫкә төшөргә лә мөмкин ул. Туҡтап тор, хәҙер.
“Артыҡ йыраҡ китмә, нәчәлствы менән һөйләшеп алам, ана, утлай тор шунда”, – тип үҙе атын сиҙәмгә ебәрҙе. Тышаманы ла. Йүгәнен башы аша ырғытты ла, еңелсә муйынына бәйләп ҡуйҙы. Тегенең башын, муйынын һыйпап алды.
Беҙ кемдеңдер ихатаһы алдында өйөлгән бүрәнәләр өҫтөнә ҡунаҡланыҡ. Һүҙгә әүәҫ ине.
– Һеҙҙең яҡта ла ҡоролоҡмо шул? Үлән көйрәп янды ла ҡуйҙы, бесән юҡ быйыл. Күрше хужалыҡтан өс күбә алдым әле. Ҡыйбат, шулай ҙа, ике һарыҡҡа ни, ҡыш сығырға етә.
– Ә алашаң һуң? – бышҡырып-бышҡырып үлән утлаған атына ҡарайым.
– Малайҙыҡы ине... Миңә ҡалды. Аҡһаҡ булһа ла, көслө, тыңлаусан мал… Бер серҙәш шунда. Ул үҙенә кәрәк аҙыҡты еткерә ул.
– Үҙенә тигәнең кем, улыңмы?
Буранғол ағай ҡапыл аптырап миңә ҡараны. Оҙаҡ ҡараны. Аңламайһың хәбәрҙе, тигәне булдымы?
– Һарыҡ наҙан бит ул. Уға әҙерләмәй булмай. Ат аҡыллы. Ул үҙенә еткерә. Шулай бит, Буржуй. – Тағы аты яғына күҙ һирпеп алды. Исеме хәтәр икән. – Өйҙә ике һарыҡ бар, плюс ҡарсыҡ инде. Ҡышҡыһын 4-5-кә әйләнә.
Аптырап китәм, һөйләгәнен, ысынлап, ныҡлап төшөнмәйем дә ҡуям.
– Нисек 5-кә әйләнә?
– Нисек тип, ҡасҡан булһа, тәкәләр ҡоромаһа… Ана шул бер йөк етә яҙа, уныһы ла 4 мең һум әле.
– Үҙе бер һарыҡ хаҡы, – хәбәрҙе күтәремләп ебәргән булам.
– Һарыҡ хаҡы тип, ас тотоп булмай йән эйәһен. Һәйбәт кенә ҡасһа, бәрәкәте булһа, игеҙәк бәрәс тә биреп ҡуя. Тормош бит ул.
Арлы-бирле танышыу булды. Улай уҡ “бухта-барахта” түгел шикелле. Улы, ҡатыны, ике һарығы, бер алашаһы бар икәнен белдем. Ат йәнле икәне аңлашылды. Хәҙер яйлап эшкә күскәндә лә булалыр.
– Башлайыҡ. Берәй тарихты иҫкә төшөрмәйекме? – алдыма блокнот менән ручка сығарып ҡуйҙым. Бабайым етдиләнеп киткәндәй булды. Тағы ла баяғы сепрәк баш кейеме маңлайын, бит-муйынын һөртөп-һыйпап сыҡты.
– Була ул. Тарих күп тә, тик… бына береһе лә иҫкә төшмәй ҙә ҡуя. Кисә балалар, ейәндәр менән, ҡайтты, ҡоҙалар ҙа һуғылғайны. Оҙағыраҡ ултырып ташланылармы шул...
Мин тегенең шулай ҙа тел төбөн ныҡлы аңлап етә алмайым. Ҡоҙаһына ҡағылышлы берәй тарих һөйләмәксеме? Шулай ҙа:
– “Тә-әк, тәк-тәк” тиһәң, иҫкә төшә ул, – тигән булам.
Бабайым тиҙ генә сиселеп китергә йыйынмай әле.
– Тә-әк, тәк-тәк… шту-ты иҫкә төшмәй. Буш “тәк-тәк”кә генә элек тә бик иҫкә төшөп бармай ине ул.
Аңланым мин. Тик аңламағанға һалышам.
– Буш булмаһын өсөн, икәүләп ҡабатлап ҡарайыҡ, улайһа.
“Әйҙә һуң”, – ти Буранғол абзыҡайым. Шәп егет булып сыҡты был. Бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, икәүләшеп, устарҙы ышҡып-ышҡып “тә-әк, тәк-тәк…” тип ҡуйҙыҡ. Шунан бер аҙ тын ғына ултырғас, яңы танышым телгә килде.
– Иҫкә төштө. Бая уҡ икәүләшеп тотонмай… Тә-әк. Улдарым тураһында һөйләрмен тигәйнем, ярай, башҡаһын ... Был хәл теге быуаттың баштарында бына ошо беҙҙең яҡтарҙа, йәғни ҡатайҙарҙа булған.
– Аңлашылды. Был тарих үткән быуат баштарында, тимәк, 1900 йылдарҙа булған, тип яҙып ҡуям, – тип блокнотыма теркәгән булдым. Бының мөһим эш икәнен Буранғол абзый алдан уҡ аңлаһын, йәнәһе.
– Эйе, эйе, 1900 йылдың көҙөндә, бәлки, йәйендәлер, булған был тарих, тип яҙ, – тине лә тағы туҡтап ҡалды. – Тик ниндәй тарих ине әле ул?
– Тә-әк, тәк-тәк…
– Эйе, “тәк-тәгеңде” шулай ҡабатлап тор. Иҫкә һәйбәт төшөрә. Иҫкә генә, әлбиттә, – тамаҡ ҡырып алған була. – Эйе, бер абзый таҡта бысҡан. Беләһеңдер инде, элек таҡта бысыу бик ауыр эш булған. Пилорамалар юҡ бит инде, электр ҙа нема. Эре, йыуан бүрәнәне өҫкә ат менән тартып мендерәләр.
– Өҫкә тигәне ҡайҙа инде? – мин аңлатыбыраҡ һөйләүен теләйем.
– Борон нисек аталғандыр. Һәндерә тип яҙ, әйҙә. – Ат бышҡырған тауышҡа иғтибар итеп тә өлгөрә үҙе. – Тәмлеме үлән, урам уртаһында саңлы инде, аша, малҡай, аша, мин хәҙер… Ошондай, – ул ҡоласын киң йәйеп күрһәтә, – оҙон, эре тешле арҡыры бысҡы менән берәү – өҫтән, берәү аҫтан тороп тартып быса. Бүрәнәне оҙонлай бысып ҡара, ҡара тирең сыға. Осона барып сыҡҡансы йәнең сыға. Бына һиңә таҡта. Шул таҡталарҙы берәү Орскиға, Ырымбур яғы була инде, алыҫ араға һатырға китә. Һе, өс-дүрт тәүлек барырға кәрәк. Ылау менән инде, йәнәһе лә, ялан яғында был тауар үтер, тип уйлай.
– Һәр замандың үҙ йүнселдәре инде, – һүҙ ҡыҫтырып ебәргән булам.
– Йүнсел тип, донъя көтәм, балалар үҫтерәм тип. Беҙ ҙә ике малай үҫтерҙек тә... Тик тауар үтмәй. Йонсоп барып баҙарҙа бер көн, ике көн тора был. Йөктө кире алып ҡайтып булмай ҙаһа, аптырап 12 ҡарбузға алыштырып ҡайта.
Һөйләшеү утына үҙемсә “кәрәсин” һибеп тә ебәргән булам.
– Ә нишләп теүәл 12? 11 йә 13 түгел?
Әңгәмәсем асыуланып китте.
– Тыңлап ҡына ултыр, 12 икән 12. Йылда ла 12 ай. Бер ҙә 13 түгел. Нишләп икәнен тарих өндәшмәй. Тимә-әк, 12 ҡарбузға алыша. Ҡайтып, ят ризыҡ менән бар ауыл халҡын хайран итәм хәҙер, тигән был.
– Был яҡта үҫмәгәндер... – ҡурҡып ҡына өндәшәм.
– Ниндәй ҡарбуз, ул саҡта бәрәңге лә ят ризыҡ әле. Артабан киттек. Юлбаҫарҙар юлына сыҡмаған, бүреләр осрамаған. Ҡайтып килә торғас, абзыйҙың башына шәп уй килә: ҡарбузды Биләриткә алып барып һатайым да, уныһы беҙҙән 70 саҡрым, һәм… – Тынып ҡалды. Атына ҡарап алды.
Мин, түҙемһеҙләнеп:
– Һәм…
– Һәм һата ла. Бындай ризыҡты күрмәгән халыҡ тәгәрәшеп ала ла ҡуя.
Бабай тағы тынып ҡалды. Аҫтындағы бүрәнәне ҡарап алды.
– Бөттө ләме ни? – аптырап һорайым. Бабайҙың аҡылы иҫәнлегенә шик тә төшөп ҡуя.
– Беҙ әле башламаныҡ та.
– Нимәне әйтәһегеҙ?
– Кисә балалар... ҡоҙалар ҙа һуғылғайны. Ярай, уныһы башҡа мәсьәлә… Тә-әк, ҡайҙа туҡтаныҡ әле?
– Биләриттә ҡарбузды һатты, – һөйөнөп киттем, тимәк, дауамы бар.
– Һатмай ул.
– Нисе-ек? Әле генә, һатты, тинегеҙ ҙә.
– Абзый ун ике ҡарбузды ике кәзә бәрәсенә алыштырып ала.
– Ғаиләһенә берҙе ҡалдырһа ла булыр ине. Ҡарбузды әйтәм.
– Булыр нәмә күп ул донъяла. Шул балалар тип йәшәйһең дә... Тимәк, шулай килешкәндәр.
– Шунан, шунан?
– Шу-унан, ике кәзә бәрәсен һалып алған да ҡайтып киткән.
Ниһайәт, бөттө шикелле. Тик бабай нимә әйтергә теләне икән? Бер йөк таҡтаны урау юлдар аша ике кәзә бәрәсенә алыштырған – шунан?
Бурҙарға, бүреләргә осрамаған. Ҡыҙыҡ түгел, ысынбарлыҡ юҡ бында. “Бухта...”... Тынлыҡты боҙоп:
– Бөттөмө инде? – тип ҡуйҙым.
– Эй, бисәһе, балалары һөйөнгән, ҡарбуз ашағандай булғандар. Хәҙер инде йәшәйәсәкбеҙ, дебет, һөт, ит була, тигән хужа ла. Тик…
– Тик?.. – күңелде шом баҫты.
Бабай моңһоу күҙҙәре менән миңә оҙаҡ ҡарап торҙо. Юҡҡа бушҡа ғына “тәк-тәк” тип әйттерҙем. Башы ауырта бит инде, йүгереп кенә магазинға барып килһәм дә булған. Бигерәк моңһоу һәм һағышлы ине ҡарашы, ауырыйҙыр.
– Тик… үҙең беләһең, беҙҙең яҡтар – ҡара урман, ә урман эсендә нимә генә юҡ.
– Шунан, әйтһәң әйт тә.
Бабай ҡалҡынды ла:
– Шул, көҙөн буй еткереп килгән ике кәзәне бүре ашай ҙа ҡуя. Тормош был! Ярай, хуш! – тине лә алашаһы яғына ыңғайланы.
Мин артынан ҡысҡырҙым:
– Миңә көлөргәме, иларғамы?
Бабай атын етәкләп яңынан килде.
– Көл дә, ила ла, тормош бит у-ул. Мин иламайым. Йәшем ҡороно. Хуш.
Ул китте, үҙе – алдан, артынан аҡһаҡ алашаһы эйәрҙе. Көй көйләнеме, әллә атына ниҙер һөйләндеме – ҡолағыма оҙаҡ ҡына тауышы салынып торғандай булды.
Кискеһен мәктәп интернатына йыйылдыҡ. Ашап-эсеп алғас, йоҡлар алдынан көндө нисек үткәреүебеҙ, кемдәр менән осрашыуыбыҙ, ниндәй тарихтар ишетеүебеҙ тураһында үҙ-ара һөйләшәбеҙ. Етәксебеҙ Зиннур ағай һәм уның янында ошо беҙ төшкән ауылдан мотлаҡ бер вәкил була.
Улар беҙҙе төҙәтәләр, кәңәш бирәләр. Ҡайһы бер тарихтарға үҙҙәре белгәндәрен өҫтәп тә ебәрәләр.
– Һин кем менән осраштың? – тип һораны был ауылдың китапханасыһы Зәлифә апай. Бында беҙҙе ашатыусы ла, урынлаштырыусы ла ул ине.
– Фамилияһын белмәйем. Буранғол ағайың, тине. Ҡыҙыҡ әңгәмәсе, тик аңлауы ауыр... – тип башлауым булды, бүлдерҙе китапханасы.
– Туҙған пинжәк кейеп, ат етәкләгән ағаймы?
– Эйе, тап үҙе.
– Уның аҡылы зәғиф. Тиле. Шуға аңламағанһыңдыр. Еңгәй менән ике ул үҫтерҙеләр. Береһе тәүге Чечен һуғышынан цинк табутта ҡайтты. Икенсеһе ике йыл элек яҙғыһын күрше Хәмит ауылынан кәсептән ҡайтып килгәндә бүре өйөрөнә осраған. Аты ҡайтҡан, үҙен... йыртылып, теткеләнеп бөткән кейеменән генә таный алдылар. Ағай тарихтан уҡытты, хәҙер бик яңылыша. Көн буйы урам буйлап аты менән һөйләшеп тик йөрөй. Һиңә нимәләр һөйләгән булды һуң?
Мин ни әйтергә белмәй ҡаушап ҡалдым. Тамағыма төйөр тығылды. Бына ҡайҙа “тормош бит у-ул”?!
– Юҡ-бар шунда. Ике кәзә хаҡында, бухта-барахта, ҡыҫҡаһы, – тигән булдым.
Мөнир ҠУНАФИН.
СЫҒАНАҠ: "БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ"