

“Авторға мәғлүмәт биргәндә лә, китапты тәүгә ҡулға алғанда ла улдарыбыҙҙың тормошон ҡабаттан күҙ алдын үткәрҙек. Еңеүҙең үҙәк музейында презентацияла ҡатнашҡанда ныҡ тулҡынланыу кисерҙек”, - ти Сәриә Дәүләтбай ҡыҙы менән Ғәлиә Аллабиргән ҡыҙы. Мәскәүҙә презентацияла атаҡлы артистар сығыш яһаған, сәхнәлә кинокадрҙарҙа үлемһеҙ полк яугирҙәре тураһында яңғыраған. Илдең үҙәк музейындағы планшетта ҡаһармандарҙың туғандары, яҡындары мәғлүмәт тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин.
“Мәңгелеккә күскән ҡаһармандар” тигән исем аҫтында нәшер ителгән китапҡа 37 яугир тураһында ҡыҫҡаса биография, фотолары бирелгән һәм һәр бер батырға шиғыр арналған.
Һәр осорҙоң батырҙары була. Бөгөнгө ҡаһармандар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, илебеҙҙе яҡлап яуға күтәрелгән яугирҙәр тураһында хәтер ҙә киләсәк быуындаға барып етер.