Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
23 Ғинуар , 02:05

Иҫәп

Күп байлыҡҡа мохтаж түгел кешеҠабынғанда ғүмер усағы:Кәрәк уға бары өс монаят - Биләү, бишек, әсә ҡосағы.

ИҫәпИҫәп
Иҫәп

Иҫәп

Күп байлыҡҡа мохтаж түгел кеше
Ҡабынғанда ғүмер усағы:
Кәрәк уға бары өс монаят –
Биләү, бишек, әсә ҡосағы.

Йүргәгенән сыға тиҙ үк сабый,
Кәрәк булмай башлай бишек тә,
Әсә ҡала, балаһын оҙатып
Ҙур донъяға сыҡҡан ишектән.

Ҙур донъяла ҙурҙан теләктәр ҙә,
Арта ғына бара талаптар.
Нәфсе - төпһөҙ, туя белмәҫ ғифрит,
Булмай икән уға ярап та.

Донъя ҡыуып һанһыҙ көндәр уҙа,
Бер кем дә юҡ ҡыуып еткәне.
Онота кеше ғүмер ахырында
Фәҡәт өс монаят көткәнен.

Бар малынан мәхрүм ителә ул,
Мәңгелеккә күскәс усағы,
Өс монаят ҡына йәнә кәрәк - 
Биләү (кәфен), бишек (табут), әсә (еркәй) ҡосағы.
…Ҡылғанына иҫәп бар тағы.

Гүзәл Ситдиҡова.

https://vk.com/radioashkadar

 

Автор:
Читайте нас