

Ул беҙгә ҡарағусҡыл нәмәләрҙе күрһәтеп:
— Былтыр йәй ағас япраҡтарын ошолар ашап бөттө. Ун биш-егерме көн үткәс, уларҙан һеҙ «шайтан күбәләге» тип йөрөткән бик күп йөнтәҫ эре күбәләктәр сығасаҡ. Бер аҙ ваҡыт үткәс, улар ҡарышлауыҡтарға әйләнәләр. Шул ҡарышлауыҡтар ағастың япрағын һәләк итәләр. Уларҙы яҙ көнө бөтөрөргә кәрәк, — тине.
Беҙ бөтәһен дә аңланыҡ. Урманды таҙарттыҡ.