

Киске эңер. Тыуған ауылымдың
урамынан атлап киләмен.
Әллә ҡайҙан күреп, танып торған
инәйҙәргә ҡулым бирәмен.
Яулыҡ осо менән битен ҡаплап,
ултыралар улар бөгөн дә
Ғәйфулланың йә иһә Сәйфулланың
эскәмйәле ҡапҡа төбөндә.
Ултыралар гөрләп, хәбәр һөйләп,
үҙҙәренсә көйләп донъяны.
Аламалыҡ килһә, шул ҡапҡанан
боролоп китә булыр оялып.
Ана, күрәм: байып барған ҡояш
тәҙрәләрҙә яна ҡыҙарып.
Ана, күрәм: асыҡ тәҙрәләрҙән
йыр ағыла — аҡшам йырҙары.
Йырғынаһын тыңлай-тыңлай ғына,
кинәнешеп донъя именгә,
ултыралар ҡупшы инәйҙәрем
сөкөрләшеп ҡапҡа төбөндә.
Сая ирҙәр йөҙә диңгеҙҙәрҙә,
Ер улдары оса ғәләмдә,
мәңгелектең мәңге асылмаған
серен аса олуғ ғалимдар.
Ә инәйҙәр, ябай инәйҙәрем
ултыралар ҡапҡа төбөндә,
хәйерлегә юрап йыл килешен,
уңһын өсөн ҡырҙа игендәр.
Уларға һуң инде күп кәрәкме:
ырыҫ булһын илдә — шул бары,
Ғәйфулланың йә иһә Сәйфулланың
тәүфиҡ менән үҫһен улдары.
Эй, инсафлы ауылым инәйҙәре!
Изгелеккә генә инанып
ултыралар ҡапҡа төптәрендә,
ауылымдың һаҡлап иманын.
Рафаэль Сафин.
https://vk.com/beauty_blog19
Фото архивтан.