

Тәбиғәткә яҙ һулышы ингән. Тауҙағы ҡар ҡатламы урыны-урыны менән батып киткән, соҡорланып өңөлгән — ҡар керләнгән аҡ ашъяулыҡты хәтерләтә. Ботаҡтары яланғас ҡайын, уҫаҡ һәм миләштәр араһында күркәмлегенә маһайып баҫҡан йәшел шыршылар йылт-йылт артта тороп ҡала. Тау башынан елдереп төшөп килгән еңел машинала өс кеше. Руль артында утыҙҙан уҙған ир-егет — Рәзиф. Кейәү кеше. Уның эргәһендә ҡатыны Гөлниса. Ҡотло аҙ комплектлы мәктәбе уҡытыусыһы. Йыйыштырыусы ла, ҡаҙанлыҡ яғыусыһы ла, ҡарауылсы ла. Машинаның артҡы урындығында — Кәтибә апай. Ҡырҡ йыл буйы балалар уҡытып, былтырҙан пенсияла. Ҡаланан ҡайтып киләләр. Бына Сауылдыҡҡа еттеләр... «Сауылдыҡта замана ҡуптарып уйнай торғайныҡ бәләкәй саҡта. Ҡыш көнө ағас саналарҙа, Әбделғәни бабай яһап биргән саңғыла шыуа торғайным. Йәй етте ниһә еләк йыя инек. Ике тотҡосона бау бәйләнгән бәләкәй һаптысайҙы яртылағас, үҙебеҙ менән алып килгән шәкәр ҡомон, ҡаймаҡты еләккә ҡушабыҙ ҙа, һындырып алған ботаҡ менән иҙеп, болғайбыҙ. Шул тиклем тәмле була, телеңде йоторлоҡ, хәҙерге йогурттарың ары торһон. Сауылдыҡтан үргә бер аҙ барһаң, Кәҫтетүбәгә барып сығаһың. Унда инде көртмәле емерелеп уңа,» – тип хәтирәләргә бирелеп килгәндә, Йәмдешишмә эргәһенән үтеп, Саған күперенә лә еттеләр.
Әйләнеп ҡараһа, Йәмдешишмә яғынан ике кеше килгәнен күрҙе. Рәзиф кейәүе машинаның тышын таҙаларға булғас, атлай торорға булдылар. Әсәле-ҡыҙлы ауыл осондағы юлға боролдоҡ ҡына тигәйнеләр, йәмһеҙ дөбәләшкән тауышҡа ирекһеҙҙән боролоп ҡаранылар
— Бәй, былары кем тағы? – тип һораны Кәтибә.
— Юҡҡа иғтибар итмә, әсәй. Үргөс урамы эскеселәре. Инәле-уллы етәкләшеп эсеп йөрөйҙәр шулай, әҙәм көлдөрөп.
— Йәмдешишмә буйынан киләләрҙәһә?!.. Ҡулдарында күнәктәре лә бар шай… Кәтибә апайҙың таныш һынын шәйләнеләр, ахырыһы, туҡтап ҡалдылар. Ҡатын-ҡыҙ ишараты хатта арты менән әйләнеп баҫты. Ҡулдары менән кеҫә тирәләрен ҡапшап, нимәлер эҙләгән булып ҡыланды.
— Һине күргәс, туҡтанылар. Ояла белә икән дә. Атлайыҡ. Әллә ни ишетеүең бар ундайҙарҙан,– тине Гөлниса.
...Үҙәге өҙөлөп киткәндәй булды, күңеле ярһыны, өгөтләп, кәңәштәр биреп, йәштәрҙе тайғаҡ юлдан ҡурсаларға өйрәнгән уҡытыусының.
Күрше Ҡомалаҡ ауылына бишенсе кластан башлап йөрөп уҡый торғайнылар элек, сөнки үҙҙәрендә, Аяҙбашта, башланғыс мәктәп кенә ине. Йәйәү йөрөп, ыҙа сигеп йөрөгән замандарҙа зәңгәр күҙле, бөҙрә сәсле, аҡ йөҙлө, яңғыратып көлөп ебәрә торған сая Зөлхизәнең шундай көнгә ҡалырын башына ла килтерә алмаҫ ине. Эскелек шундай ғибрәт төҫ алыр, ир-ат ҡына түгел, хатта ҡыҙ-ҡатын да иҫереп урам буйлап йөрөр, тәмәке тартыр тигән уй хатта мөмкин дә түгел ине. (Дауамы бар)