

Ғәлиәскәр бабай, ҡарт булһа ла, балаларының ҡайтырын көтөп, талпынып торҙо. Күңелһеҙ уйҙарға бирелеп килгән Кәтибә, ҡапҡа алдында уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, алға ынтыла биреп баҫып торған атаһын күргәс, балаларса хисләнеп китте. Йүгерә-атлай, хатта Гөлнисаны уҙып китеп, ҡәҙерле атаһын ҡосағына алды. Ғәлиәскәр ағай, ғәйрәте һәм дәрте ташып торған хәстәрлекле, наҙлы атай булды: ҡыҙҙарын да, улдарын да бер тигеҙ күреп, яратты. Кәрәк саҡта талапсан да була белде. Белем алырға бик етди өндәне.
— «Шәп самауырҙы» ҡуйғайным. Әле һүндереп торҙом. Тағы йылытайыҡ,– тип өлтөрәп йөрөй олатай. Түр яҡҡа өҫтәл әҙерләнеләр. Сәйҙе тәмләп эсеп бөткәс, Гөлниса, ҡашыяҡты йыуып, һауыт-һабаны сервантҡа урынлаштырҙы. Матур эре сәскәләр төшөрөлгән япмалар ябылған диванға Кәтибә менән Гөлниса ултырҙы, түрге тәҙрәләргә ҡаратып ҡуйылған ике креслола олатай менән Рәзиф урын алды.
— Шөкөр, Зиннәтем эргәмдә, киленемдең яҡты йөҙөн күреп, тәмле ашын ашап ҡыуанам. Тирәкленән Хәтифәм менән Арыҫлан кейәүем йыш килә. Керемде, иҙәнемде йыуып, өйҙө аҡлап, түбә таҡтаның саңын һөртөп, ялтыратып ҡайтып китәһегеҙ. Ризамын, йәнекәйҙәрем! Ҡыҙым, ейәнсәрем, Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ысын йөрәктән ҡотлайым һеҙҙе. Әсәлек дәрәжәһен лайыҡлы тотоғоҙ, оҙон ғүмерле булығыҙ. Балаларығыҙҙың уңыштарына кинәнеп йәшәргә яҙһын! Гөлниса, олатаһының сүгеп киткән кәүҙәһенә ҡарап ултырҙы ла, ике тиҫтә йыл элек кенә Сибәр апаһы менән Сөнәғәт еҙнәһенең туйында уның еңел генә итеп бейегәне һәм өләсәһе менән олатаһының йәштәрҙе матур итеп йырлап ҡотлағандары күҙ алдына килде.
— Олатай,был фотоғыҙҙы төшкәндә һеҙгә нисә йәш ине?
— Кәтибә минең алтмыш йәшемә һуғыш һәм хеҙмәт йылдарым тураһында бик эстәлекле альбом биҙәгәйне. Шунда тәүге биткә ҡуйылған ул фото. Пенсияға киткән йылды, Еңеүҙең ҡырҡ йыллығы уңайынан ауыл клубына байрамға саҡырғайнылар. Шунда фотоға ла төшкәйнек. Кәфиә ҙурайттырып та ҡуйған икән. Көндө төнгә ялғап баҫыуҙан ҡайтмай йөрөгәс ни, шуны ла белмәгәнмен дә. Кәфиә үлгәс, комод тартмаһынан табып алдым. Гәзиткә урап ҡәҙерләп һалып ҡуйған булған. Элек бит йәш саҡта төшкән фотобыҙ ғына эленеп тора ине стенала.
— Эйе, олатай. Ул фотола һеҙ икегеҙ ҙә, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сибәрһегеҙ.
— Шулайын шулай, ул рәсем татлы-баллы мәлдәр шаңдағы һымаҡ. Эйе, өләсәйеңдең ҡурсаҡ кеүек матур сағы ине. Мин дә һәйбәт үк инем... Ә бына был рәсем ысынбарлыҡтың үҙе. Беҙ бында биш баланың ата-әсәһе. Был осор — тәрбиә емештәребеҙҙе күреп, ҡыуанып, ғорурланып, арҡаға арҡа терәп йәшәгән дәүеребеҙ иҫтәлеге. Иркәмде һаман тере тип тоям, ултыра торғас, уның менән һөйләшеп алам, кәңәшләшәм.
Уйһыҙ һөйләшеп ултырғанда, Ғәлиәскәр бабай ҡапыл тороп баҫырға итте лә кире ултырҙы. Тәҙрә аша нимәлер күреп, бүлмә уртаһында ултырған түңәрәк өҫтәл ҡырына барып тотондо ла, уң ҡулын маңлайына ҡуйып:
— Эй, байғоштар! Аслыҡ көҫәп йөрөйҙәр, туҡ тормоштоң ҡәҙерен белмәйҙәр, — тип көрһөндө. Уң ҡулын өҫкә күтәрҙе лә, кинәт аҫҡа төшөрҙө, хәлһеҙләнгән кеүек урынына ултырҙы. Йөҙөнә бойоҡлоҡ күләгәһе ятты. Йыйырсыҡтары тәрәнәйҙе, ирендәре нәҙегәйеп ҡымтылды, бер аҙ ғына көмөрәйеп торған ҡырлас танау япраҡтары дерелдәне.
Өйҙәгеләр ҙә был күренеште күҙәтә ине. — Беҙ баяғы күргәйнек уларҙы күпер төбөндә — тине Кәтибә, тулҡынланып. Зөлхизә менән өлкән улы Илнар, аҡһай-түңкәрелә, Үргөскә китеп баралар ине.
— Элек Зөлхизә апай менән Мираҫ ағай, ҡыҙмаса көйө, клубҡа йөрөргә ярата ине. Мираҫ ағай бигерәк оҫта итеп гармунда уйнай. «Бына шул Зөлхизә апайығыҙҙы яратам инде. Беҙ бит, мин армияға киткәнсе, өйләнештек, — тип һөйләп ала Мираҫ ағай, гармунын тындырып, ял иткән арала. ...Юҡ бит миңә яратҡан эшемдә йөрөргә мөрхәт бирмәне. Клуб мөдире инем бит мин. Артыҡ ныҡ яратыуы микән, көндәште ул мине. Әле булһа бына эргәһенән ебәрмәй. Гел бергә йөрөйбөҙ, айырым йөрөгән юҡ». Ысынлап та, ире тәмәке тартырға сыҡһа ла, Зөлхизә апай, күҙ яҙҙырмай эйәреп сыға, тотам да ҡалмай ине. Шунан тағы эйәртешеп килеп керәләр. Беҙ ни оло кешеләргә: «Ҡайтығыҙ бар, ялҡыттығыҙ», — тип ҡыйып әйтә алмайбыҙ. Йә беҙҙең йәштәге егеттәр араһында, әмәлгә ҡалғандай, береһе бер гармунда уйнамай. Тик кассеталарға яҙылған замана көйҙәренә генә бейей торғайныҡ бит инде. Ә Мираҫ ағай, онотолоп китеп, еренә еткереп, дәртле итеп уйнай бейеү көйҙәрен, яғымлы тауышы менән моңло итеп йыр ҙа һуҙып ебәрә. — тип хәтерләне Гөлниса.
— Эйе, бик әртис заттар улар, һәр береһе йырсы, һәр береһе бейеүсе тип әйтһәң дә була, — тип һөйләп алып китте Ғәлиәскәр бабай.
— Уҡыуға ла зирәк нәҫелдәр. Минең менән тиңдәш Хәмит исемле бер ағалары бар ине. Һуғышта вафат булып ҡалды. Зайнатып йырлай торғайны, ул йырлаһа, тәҙрә быялалары земберҙәп китер ине. Гармунда уйнаһа, бармаҡтарына күҙ эйәрмәҫ ине. Бейергә төшһә — һөйәкһеҙ инде. Хәмиттең, Балтик буйын азат иткәндә, батырҙарса һәләк булғанын аҙаҡ белдек. Наградаһын — беренсе дәрәжәле Ватан һуғышы орденын — Еңеүҙең утыҙ йыллығын байрам иткәндә, ағаһы Миңдеғәлимгә бирҙеләр. (Дауамы бар)
Шымып ҡалдылар, һәр кем үҙ уйына китеп, байтаҡ ҡына ултырҙылар.