Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
28 Ғинуар , 15:00

Керле донъя пакланһын

       

Керле донъя пакланһынКерле донъя пакланһын
Керле донъя пакланһын

Тынлыҡты Кәтибә боҙҙо:

— Атай, ә Зөлхизә ниндәй ине! Ут бөрсәһе бит! Нәсимә апай менән Ғарифулла ағай беҙҙең йәнәштә бесән саба торғайны. Зөлхизә малай урынына эшләр ине: алдын киң алып тороп саба, кәбәнде, тейендәй етеҙ өйөрөлөп, баҫа. Күбә тарттырһынмы, ат эсерергәме, сәй ҡайнатырғамы — бар ергә лә шул Зөлхизә өлгөрә. Мираҫ армиянан ҡайтҡас, ауылдағы иң күркәм өй һалып керҙеләр. «Таҙа йәшәй, бөхтә тотона», — тип, Зөлхизәне маҡтағандарын йыш ишеттем. Илнарҙары мәктәптә яҡшы уҡыусылар рәтендә ине, буғай. Күҙ тейҙеме икән уларға?”

— Һин уҡытманың микән Илнарҙы, әсәй?

— Юҡ, мин Зөлхизәләрҙең кесе улдары Илмирҙе уҡыттым. Ул ваҡытта Ҡотлонан йөрөп эшләнем. Мираҫтарҙың ейәне Динисты ла уҡыттым. Бик итәғәтле, һөйкөмлө малай булды. Илнарҙың тамаҡҡа һалырға ярата башлағаны тойола ине. Атаһы менән бергә йөрөп кәсеп иттеләр бит. Шунда эскәндәр инде. Килен кеше, ҡала ҡыҙы булһа ла, тырышып ҡына донъя көткәнгә оҡшағайны. Исеме бер төрлө ят ине.

— Виола шикелле. Ял көндәре, каникулдарҙа, байрамдарҙа өләсәләренә ҡунаҡҡа килә торғайны. Шунда танышҡандарҙыр.

— Ә Зөлхизә менән Мираҫ айлап эсә башлағайнылар ул саҡта. Мин ауыл советы эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе инем, райсовет депутатымын да. Үҙҙәре менән өйҙәренә барып һөйләшергә тура килде, совет ултырыштарына ла саҡыртып һөйләштек бер-нисә ҡабат. Оялған, үкенгән кеүек булдылар, төҙәлергә һүҙ бирҙеләр хатта. Зөлхизә шул саҡта бер-ике йыл эсмәй алды. Ҡатыны эсмәгәс, Мираҫ та бынамын тигән булып китте. Малдары ишәйҙе, бәрәңге-кәбеҫтә күпләп ултыртып, ҡаҙ-өйрәк үҫтереп, тормоштары бөтәйеп киткәйне. Мине аят ашына ла саҡырғайнылар. Зөлхизә, миңә рәхмәттәр әйтеп, күстәнәстәр биреп, ололоҡлап оҙатҡайны.

Кәтибә, хәле бөткәндәй, бер аҙ тынып торҙо:

— Ә бөгөн күпер төбөндә уны меҫкен хәлдә күргәс, ҡойолоп төштөм. Хәҙерге мул тормошта ла шундай күңел төшөнкөлөгө булыр икән дә. Мираҫтың фажиғәле үлеменән һуң да туҡтарға була ине. Ниндәй татыу булдылар! Һоҡланғыс ине бит. «Хәҙер, исмаһам, улың өсөн көрәш, тартып ал уны эскелек һаҙлығынан», — тип баш ватам. Нимә етмәй, нисек аңларға быны? — тип аяғүрә баҫты Кәтибә.

— Рухтары ныҡлы түгел, оло маҡсаттары, ынтылыштары юҡ, — тине Гөлниса.

— Атай, — тип өндәште Кәтибә, Ғәлиәскәр бабайҙың ҡаршыһына ултырып, — һин беҙгә, иҫеңдәме, һөйләй торғайның, күҙ йәше аралаш һөйләй инең, Мираҫтың олатаһы Солтанғәле мулланы, кулак мөһөрө тағып, бар мөлкәтен тартып алып, ауылдан һөргәндәрен.

— Эй, ул заманды һөйләмәгеҙ ҙә инде. Мин бик бәләкәй генә инем әле. Иҫемдә ҡалған, уларҙың биш мөйөшлө өйө Ҡаштаҡ башында бейек булып, буятылған тәҙрә йөҙлөктәре менән күҙҙең яуын алып ултыра торғайны. Хужалыҡтары шәп булды. Лавка тоттолар. Ете улы, бер ҡыҙы бар ине. Аҙаҡ өйҙәрендә мәктәп астылар. Беҙ шунда уҡып йөрөгән булдыҡ. Мин шул өйгә яҡынлашһам, үҙемде ғәйепле кеше һымаҡ тоя инем. Сөнки беҙ, тиҫтер малайҙар менән, уларҙың мөлкәтен талағандарына ирекһеҙҙән шаһит булғайныҡ. Элек гел ялсылыҡтан башы сыҡмаған сатан Иҙрис менән шаталаҡ Мөбинә, мулла абзыйҙың ҙур һандығын һөйрәтеп алып сыҡтылар ҙа, тимер биҙәкле ҡапҡасын шар асып, затлы биҙәүес әйберҙәрен: һағалдырыҡ, сулпыларын күкрәктәренә терәп, ҡолаҡтарына ҡуйып ҡарап торҙолар, атлас күлдәктәрен ҡултыҡтарына ҡыҫтырып ихатанан сығып киттеләр. Сабый күңелем был күренеште һис ҡабул итмәне. Кеше әйберенә ҡул һуҙыу — ҙур ғәйеп тигәнде өлкәндәрҙән ишетеп үҫтек. Шуның өсөн дә мулла абзыйҙың тартып алынған өйөндә мәктәп ойоштороуҙы мин ғәйеп эш тип һананым.

— Уның улдары ла, ҡыҙы ла уҡымышлы булғандыр?

— Шулай инде. Муса тигән иң өлкән улы мәҙрәсәлә лә, ҡалала ирҙәр гимназияһында ла уҡыған тиҙәр ине. Төрлөсә хәбәр ишеттек. Башҡортостан Хөкүмәтенә яҡын торған икән, Зәки Вәлиди менән дә йөрөгән тинеләр. «Ырымбур яҡтарында йөрөгән икән, аҙаҡ Себерҙә Колчак төрмәһендә атҡандар», — тип тә һөйләнеләр. Солтанғәле мулла 1929 йылда 70-кә етеп килгән аҡһаҡал ине. Нисек итеп шул кешене, йәлләмәй, Төньяҡ һыуығына, Архангель өлкәһенә, ебәрмәк кәрәк. Намыҫ ғазабы борсоманы микән, исмаһам, береһен? Ҡарсығы, Бәҙрикамал абыстай, бик ҡыҙғаныс хәлдә ҡалды. Кинйә улы менән Черемховтан ҡайтҡас, инергә өйө лә булмайынса, ҡағынды-һуғынды йәшәп, хыялыйға әйләнеп, гүр эйәһе булды мәрхүмә.

— Ә бер бөртөк ҡыҙҙары ни эшләне?

— Ынйы исемле ине ул. Тиҫтерем Хәмиттән кесеһе. Бик матур ҡыҙ ине. Күбәләк кеүек, сәскә кеүек! Уны аҙаҡ йыраҡ туғандары тәрбиәләне. Һуғыш алдынан ғына, ҡаты сирләп, донъя ҡуйҙы, ун ике йәше лә тулмағайны бисараның. Дүрт улы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булды Солтанғәле мулланың. Мираҫтың атаһы Ғаззал ағай менән Миңдеғәле генә тере ҡайттылар. Ауыл араһына сығып йөрөргә ваҡыт булманы минең, үҙегеҙ беләһегеҙ, кеше аша ғына ишеттем: Себер тарафтарында ыҙа сигеп йәшәгәндәрен эскән саҡтарында һөйләп ысҡындырған булған икән Ғаззал ағай. Шуға ҡарамаҫтан, үҙе теләп һуғышҡа китте, Венаға тиклем барып етеп, яҙғас, тере ҡалды. Һуғыш бөткәс, илленсе йылдар башында Мәүсилә исемле татар еңгә һәм ике улы менән, ауылға ҡайтып төштөләр. Ат санаһы менән бүрәнә ташып ике тәҙрәһе урамға ҡараған бәләкәй өй һалып сыҡтылар. Ҡалған балалары бында тыуҙы. Мираҫ – иң кесе улдары. Ғаззал ағай ҡара иҫәпкә шәп ине. Үлгәнсе, колхозда иҫәпсе булып эшләне. 65 йәшкә етте микән? Хөкүмәтттең тинлек пенсияһын алып өлгөрҙөмө юҡмы, яҡты донъя менән хушлашты ла мәрхүм… Эсергә ярата ине. Бер кемгә лә зыяны теймәне. Баш төҙәтергә һораһа, уң ҡулын маңлайына һала ла, «түпә» тип әйтә ине. Шуға ла хәҙер ҙә, ауылда берәрһе эсеп ауырыһа, «Түпәме?» тип һорайҙар.

Кәтибә, һандыраған кеше кеүек ултыра торғас: — Олатайым һөйләй торғайны беҙгә: әле бынан йөҙ йыл элек кенә беҙҙең ауылда эскән кешене берәү ҙә хушһынмаған. Ен урынына күргәндәр. Хатта эсеп үлгән ике зимагурҙы зыяратҡа ерләүҙән баш тартҡандар.

— Эскелек һуңғы һуғыштан һуң таралып китте, тип уйлайым мин, — тине Ғәлиәскәр бабай. — Һуғыштан һуң бал ҡойоп эсеү таралды. Дуға туйҙарында өсәр көн ҡунаҡ була торғайныҡ. Тыныс тормош, табында икмәк-тоҙ бар, шуға кинәнгәнбеҙҙер инде...

Кәтибә, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй: — Атай, телефон эшләйме? — тип һораны.

— Юҡ, ҡыҙым, телефон өсөнсө көн инде эшләмәй. Магазин янында, ауыл кешеләре өсөн ҡуйылған аппарат бар. Минең карточкамда бер аҙ аҡса ла ҡалғайны, бар, һөйләшеп ҡара.

Атаһының йылы курткаһын кейеп, әсәһенән ҡалған дебет шәлде ябынып, Кәтибә өйҙән сыҡты. Магазинға етәрәк, бағанаға беркетелгән ҡыҙыл төҫтәге телефон аппараты эргәһендә кемдер һөйләшеп тора ине.

«Эңер төшә башлаған, ваҡыт та байтаҡтыр, Абсаттарҙың «Өмөт» магазины йә ябылып ҡуйыр, икмәк алып ҡалайым әле», — тип уйланы ла Кәтибә, магазинға ыңғайланы.

Магазиндың ишек тотҡаһына үреләм генә тигәндә, эстә нимәлер гөрһөлдәне. Ишек ҡапыл асылып китте, һәм бетон иҙәнгә сәсе - башы туҙған Зөлхизә килеп ауҙы. Ауыр һулап ыңғырашты ла, ниндәйҙер таяныс эҙләгәндәй, ҡулдарын ҡыбырлатты, бармаҡтары менән тәрмәште. Ишек эргәһендәге мейескә һөйәлеп, сайҡала-сайҡала Илнар баҫып тора. Әсәһенә ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ хәлдә түгел. Лаяҡыл иҫерек.

Кәтибәнең ҡото осто, ул артҡа сигенергә иткәйне, һушын йыйып, Зөлхизәгә табан эйелде. Тик шунда ғына уның баш осонан ҡуйы ҡара ҡан һарҡып сыға башлағанын күрҙе.

Һатыусы Наилә, яратҡан уҡытыусыһына һаулыҡ бирергә лә онотоп: — Кәтибә Ғәлиәскәровна, һеҙ икән дә!.. Зинһар, телефонығыҙ булһа, шылтыратып, «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырығыҙ инде. Магазин артына сығып баҫығыҙ ҙа, күп кенә операторҙарҙы тотоп була торған...

Әрәм генә була бит Зөлхизә апай.

Кәтибә, ваҡытты бушҡа сарыф итмәҫ өсөн, баяғы егет эргәһенә йүгерҙе. Егет кеше Кәтибә апайҙың үтенесен йыҡманы. “Тиҙ ярҙам” машинаһының килеүен һорап шылтыратты. Күңелсәк уҡытыусы апайҙың: «Әй, әрәм була бит!» — тип хафаланыуына:

— Яҙған булһа, терелтерҙәр табиптар. Ә, тегеләй, улар әллә ҡасан әрәм булып бөткәндәр, үҙҙәре теләп аҡылдарынан яҙалар бит. Дуҫым Динис шулар арҡаһында күпме хурлыҡ күрҙе, кеше күҙенә күренергә ояла хәҙер, — тине, әсенеп. Ҡыҙы Сибәр менән һөйләшеү түгел, хатта икмәк алырға ла онотоп, борсолоп ҡайтып керҙе атай йортона Кәтибә.

Иртәнсәк аяныс хәбәр килде Аяҙбаш ауылына: «Район үҙәгендәге дауаханаға барып еткәнсе, күп ҡан юғалтып өлгөргөн булған икән Зөлхизә. Наилә шәфҡәт туташы Сараны ла саҡыртҡан булған. Сара уның башын да бәйләгән, укол да ҡаҙаған, оҙатып та барған икән... Етмәһә, Зөлхизәнең бауыр-бөйөрө лә сереп бөткән икән ти. «Былай ҙа оҙаҡҡа сыҙамаҫ ине», — тигән духтырҙар», — тип һөйләне халыҡ.

14 ғинуар 2019 йыл

Автор:
Читайте нас