Ҡаланың икенсе осонан күсенеп йөрөгән мәлемдә йөк машинаһынан йорт йыһаздарын подъезға ташырға ярҙам итте ул, уның менән шунда танышып киттек.
- Ниндәй урамда йәшәнегеҙ,- тип һорап ҡуйҙы ул, һынаулы ғына ҡарап. Яуабымды ишеткәс, урынында һикереп үк алды.
- Ундағы йорттар элекке зыярат өҫтөндә төҙөлгән, насар энергиялы урын.
- Әлләсе, егерме йылға яҡын йәшәнек, балалар ҙа шунда үҫте, – тип яуапланым.
- Зәхмәтле урын тим бит. Бына тиҙҙән тәнеңә төрлө шешек сыға башлаясаҡ, быуындарың да һыҙлар. Мин әйтте тиерһең. Түҙ генә малай, рәхәт булмаҫ, тип арҡамдан ҡағып, ҡуҙғалып китте.
Тәнемдән эске ҡалтыраныу үтте. Ышанырға теләмәһәм дә, уйлата бит, шикләндерә. Күрәҙәсе, әллә сихырсы булды ахырыһы был әҙәм, тим эстән генә. Ошонан һуң иртән дә, кис тә, тәнемдең ҡайһы урыны шешекләнеүен, быуындарымдың һыҙлай башлауын көтөп йәшәй башланым. Етмәһә, теге ағайҙың күргән һайын, ҡулдарыма ҡарап, нимәлер күрергә теләгәндәй, текәлгәне асыуға тейә башланым.
Ошонан һуң өс көнләп ваҡыт үткәс, кискеһен эштән һуң ҡул һыртымдың ҡысыуын тойҙом, күп тә үтмәне, биш тинлек аҡса дәүмәлендә сыбыртма барлыҡҡа килде. Төн буйы һөртмәгән май ҡалманы, әммә иртән тороуыма бөтә тәнем ҡыҙарып шешектәр менән ҡапланған ине. Температура күтәрелеп, бөтә тәнем һыҙлауына түҙә алмай, врач саҡырҙым.
Тейешле анализдар тапшырғас, минең ҡыҙылса менән зараланыуым тураһында әйтте врач. Бәләкәй саҡта ауырмағандар уны олоғайғас ныҡ ауыр кисерә икән. Таныш терапевт күрше подъезда йәшәгән теге ағай ҙа ошондай сир менән ауырыуы тураһында әйткәс кенә барыһы ла аңлашылды. Дөрөҫөн әйтһә, алдан һаҡлыҡ сараһын күрер инем исмаһам.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА