Ишеттегеҙме әле?..
Быйыл яҙ булмай икәнен
Ишеттегеҙме әле?
Йөрәктәрегеҙҙе ҡыштан
Өшөттөгөҙмө әле?
Көтә-көтә көтөк итеп,
Ялындырып килә яҙ…
Йылы етмәй күңелдәргә,
Күңелдәргә етмәй наҙ!
Күҙҙәрегеҙ ҡояш кеүек
Йылмайып ҡараһалар,
Баш осондағы болоттар
Шунда уҡ таралалар!
Ҡайнар хистәр, йылы һүҙҙәр
Йәлләмәһәң йәреңә,
Ҡар һыуҙары шаулап ағыр,
Йылға һыймаҫ ярына…
Һыуыҡ көн үтһен тимәгеҙ –
Ғүмеребеҙ үтә бит!
Ҡыштан яҙҙар яһар өсөн
Бер йылы һүҙ етә бит!
Фирүзә Абдуллина.