Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
31 Ғинуар , 04:00

ҠАБАТЛАУ. Рәмил Йәнбәк

Был тормоштоң мәғәнәһе ниҙә,

ҠАБАТЛАУ. Рәмил ЙәнбәкҠАБАТЛАУ. Рәмил Йәнбәк
ҠАБАТЛАУ. Рәмил Йәнбәк


Ниҙә икән уның асылы?
Алдан белеп, күреп булмайҙыр шул
Китап һымаҡ ятмай асылып.

 

Берәү уйлай: ҡулдан килгән саҡта
Йәшәп ҡалыу кәрәк типтереп.
Икенселәр донъя малын ҡыуа,
Бөтә тәнен, йәнен киптереп.

 

Ҡайһылары көн-төн күкрәк ҡаға,
Тик йылдары уҙа әрәмгә.
...Донъя тулы тыштан ялтыр булып,
Эстән ҡалтыраған әҙәмдәр...

 

Бик күптәрҙең һүҙен ҡабатлауҙыр —
Миңә ҡалһа, маҡсат-теләк бер:
Ғәзиздән дә ғәзиз халҡым өсөн
Балҡып-янып үтһен был ғүмер.

 

Рәмил ЙӘНБӘК.

Автор:
Читайте нас