Бар ғәләмгә аҡ нур өргән,
Бәхеттәрҙән гөлдәр үргән
Донъя күрке бала икән.
Йөрәктәрҙе тетрәндергән,
Үҙәктәрҙе өҙөлдөргән,
Бәғер телгән бала икән.
Һыуҙарымдың тәме-балам,
Көндәремдең йәме-балам,
Йәшәүемдең ғәме-балам,
Намыҫымдың сәме-балам.
Күңелемде күккә сөйгән,
Иң ҙур шатлыҡ һинән, балам.
Баш күтәрә алмаҫ ҡайғым,
Әрнеүҙәрем һинән, балам.
Эй, Хоҙайым, бер үк һаҡла баламды… 
Фирүзә Абдуллина