Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
3 Февраля , 00:05

Ирһеҙ донъям

Һинһеҙ донъям – ирһеҙ донъям,Эй, алйытты инде тамам!Йә унитаз емерелә,Йә крандан һыуы тама.

Һинһеҙ донъям – ирһеҙ донъям,
Эй, алйытты инде тамам!
Йә унитаз емерелә,
Йә крандан һыуы тама.
Йә ишеге ҡайырыла –
Бер ябыла, бер – асыла.
Үсләшкәндәй, сыйнап ҡуя
Асҡан һайын шкафы ла.
Эх!
Һинһеҙ донъям – ирһеҙ донъям,
Арытты бит инде тамам!
Бер ҡулыма сүкеш алам,
Һүгенә-һүгенә ҡаҙау ҡағам
(Нисек дөрөҫ, шулай яҙам).
Көс етмәҫлек сумкаларым,
Күтәренеп ҡайтам тағын.
Өнһөҙ генә көтә, ана,
Һалҡын мендәр, карауатым.
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй –
Ҡунаҡҡа ла йөрөмәйем.
Өс кенә тинлек башымды
Бер тингә лә төшөрмәйем.
Ирһеҙ донъя – ярты донъя,
Мең ғазаплы заман шаңы.
Ярыҡ-йорто күңелемә
Ҡайҙан дауа алам тағы?
Ирһеҙ донъям – һинһеҙ донъям,
Эй, ялҡытты мине шулай.
Һәр мөйөшөм емерелә,
Һәр мөйөшөм һине һорай...

Альбина Муллағолова.

Автор:
Читайте нас