Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
6 Февраль , 03:05

Алтын һарай түгел

Тыуған йортом алтын һарай түгел,Юнып һалған атай ҡулдары.Ошо йорттоң ошо тупһаһынанБашландылар минең юлдарым.

Алтын һарай түгелАлтын һарай түгел
Алтын һарай түгел

Тыуған йортом алтын һарай түгел,
Юнып һалған атай ҡулдары.
Ошо йорттоң ошо тупһаһынан
Башландылар минең юлдарым.

Атай-әсәй йорто, көнкүрештәр
Шундай ябай, шундай яғымлы.
Ҡайтам әле, әсәй, яндарыңа,
Көлдә бешкән икмәк һағындым.

Икмәк еҫе бөрккән тыуған өйҙөң
Онотолмаҫ инде йәмдәре.
Күңел түрҙәрендә әсәй наҙы,
Тел осомда икмәк тәмдәре.

Атай-әсәй йорто, көнкүрештәр
Шундай ябай, шундай яғымлы.
Ҡайтам әле, әсәй, яндарыңа,
Көлдә бешкән икмәк һағындым.

Тыуған йортто, зинһар, онотмағыҙ,
Тыуған тупһа нурлы ҡот һалыр.
Атай-әсәй доғалары беҙҙе
Бәлә-ҡазаларҙан беҙҙе ҡотҡарыр.

Атай-әсәй йорто, көнкүрештәр
Шундай ябай, шундай яғымлы.
Ҡайтам әле, әсәй, яндарыңа,
Көлдә бешкән икмәк һағындым.

Тамара ҒӘНИЕВА.

Автор:
Читайте нас