

Тормош тигән юлға сығаһығыҙ,
Юлдарығыҙ булһын гел тигеҙ.
Шатлыҡтарға тулһын ғүмерегеҙ,
Бәхетегеҙ булһын гел игеҙ.
Донъя йәме – татыу, тиң йәшәүҙә,
Берҙәм булһын һәр саҡ уйығыҙ.
Тормошоғоҙ биҙәр ҙур Бәхеттең
Башланғысы булһын туйығыҙ.
Өлөштәргә төшкән көмөштәр һеҙ,
Таң ҡалырлыҡ матур парҙар һеҙ.
Ғүмер буйы йәнәш барыр өсөн
Хоҙай насип иткән йәрҙәр һеҙ.
Ҡатлы-ҡатлы тормош юлдарынан
Гел йәнәшә генә атлағыҙ.
Хоҙай бүләк иткән мөхәббәтте
Ғүмерегеҙ буйы һаҡлағыҙ.
Именлектә үтһен көндәрегеҙ,
Һәр таңығыҙ атһын бәхеттә.
Йортоғоҙҙа Шатлыҡ хаким булһын,
Тик Мөхәббәт булһын тәхеттә.
Авторы - Т. Баһауетдинова.