

Кәләш һайлау еңел түгел, уйла егет,
Аҡылыңды бик тәрәндән эшкә егеп,
Ҡолаҡ һалһаң кәңәш бирәм, тыңла түҙеп,
Нәсихәтем ошо булыр – әйтәм өҙөп.
Уйнатмаһын күҙен-ҡашын сит-яттарға,
Йөрөмәһен ир-ат менән бер ҡатарҙа,
Ата йорто ипле булһа уңыр ҡатын,
Һин өҫтәрһең уға даның, яҡшы атың.
Кемдер эҙләй кәләшлеккә сибәрҙәрҙән,
Йә булмаһа илендә бер бай йәрҙәрҙән,
Ҙур түрәнең ҡыҙы тиеп кем ҡыҙыша,
Иманлыһын табыр өсөн кем тырыша.
Кеме хаҡлы тиеп минән һорайһыңмы?
Бай, затлыны алған шәп тип юрайһыңмы?
Бай ҡатынға ялсы булыр фәҡир егет,
Түрә ҡатын гел иренә бирер өгөт.
Сибәр алған , ғүмер буйы ҡатын һаҡлай,
Сит ирҙәрҙән ҡыҙғана ла үҙен ҡаҡлай.
Бына хәҙер, егеткәйем, үҙең уйла,
Ете үлсәп, тик бер ҡырҡ та, шунан туйла.
Тыш матурын түгел, һайла эс матурын,
Тормош йөгөн һинең менән тиң тартырын,
Малың-даның артып торор, уңыр бар эш -
Иманлыны һин алырға, егет, тырыш!
Бер ҡатының дүртәүенә булыр торош!
Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе.
Был шиғырҙың авторы билдәле түгел. Йософ Баласағуни яҙған тип тә, ҡаҙаҡ аҡыны Абай Ҡонанбаев сығарған тип тә әйтәләр. Мин уны ныҡ ҡыҫҡартып, ошо рәүешле башҡортса бәйән иттем (Авторҙан)