Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
12 Февраль , 07:00

Бөйөк шағирҙың тыуған көнө

Уның был шиғыры шул тиклем көнүҙәк. Әле генә яҙғанһымаҡ, эйеме?!Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (12 февраль 1932 йыл — 20 февраль 1977 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.

Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?
Күҙ аса ла бары күҙ йома!
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме кәртә ятҡан юлына:

Әле аслыҡ, әле һуғыштары,
Әле бола, әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек, донъя ваҡлыҡтары –
Сылбыр төҫлө киткән ялғанып!..

Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен,
Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар?..
Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!..

Бөйөк шағирҙың тыуған көнө
Бөйөк шағирҙың тыуған көнө
Автор:
Читайте нас