

- Кемегеҙҙә шул һигеҙенсе синыфтың журналы? Баянан бирле таба алмайымсы, иншаларҙың баһаларын ҡуйырға кәрәк.
Әнүзә Нәзировна уҡытыусылар бүлмәһендәгеләргә һораулы ҡарашын йүнәлтте.
- Беренсе дәрестә үк юҡ ине, мин журналһыҙ уҡытып сыҡтым, - тип математика уҡытыусыһы дәрестәр теҙмәһе янына килде.
- Юҡ, юҡ, миндә лә булманы.Ә мин, киреһенсә, һеҙ оҙаҡлатып тотаһығыҙ икән, тип уйланым.
Бер яҡ ситтәрәк торған биолог та һүҙгә ҡушылды.
- Тә-ә-әк, өсөнсө дәрес – физика…
- Ә миңә бөгөн журналдың кәрәге лә булманы, хатта бында инеп тә торманым, һигеҙҙәрҙә программа буйынса лаборатор эш эшләттем.
Дәрестәр теҙмәһе буйынса асыҡлап сыҡҡас, һигеҙҙәрҙең журналын иртәнсәктән бирле бер кемдең дә күрмәгәнлеге асыҡланды.Аптырашҡан уҡытыусылар бер-береһенә һораулы ҡараштылар.Быға тиклем һүҙгә ҡушылмай, үҙ эше менән булышып ултырған директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Резеда Маратовна башын күтәрҙе: «Кисә һуңғы дәрестә журнал бар инеме?»
Уҡытыусылар инде күмәкләшеп яңынан дәрестәр теҙмәһенә текәлделәр.
- Һуңғы дәрес – әҙәбиәт, Әнүзә Нәзировна, һеҙ бит үҙегеҙ уҡытҡанһығыҙ, журналды алдығыҙмы?
- Алдым, кисә теге аҙнала ятламаған шиғырҙарын тикшереп, баһалар ҡуйып сыҡтым.
- Тә-ә-әк, улай булғас, журнал төштән һуң юғалған булып сығамы инде?
Резеда Маратовна ҡаршыһында ултырған педагог-ойоштороусыға төбәлде.
- Кисә график буйынса төштән һуң кем дежур итте, журнал бар инеме?
- Әлләсе, мин иғтибар итмәнем…
Уныһы ҡаушап китте, башҡалар бүлмәләге һауа торошоноң ҡыҙғандан-ҡыҙа барыуын тойоп, кемеһе ниндәй йомош тапҡан булып, ипләп кенә сығып юғала башланылар.
Ул арала дәрескә саҡырып ҡыңғырау зыңғырланы.Әнүзә Нәзировна ла журналһыҙ ғына һигеҙҙәргә уҡытырға инде.Ул бишенсе дәрестән сыҡҡанда ла, алтынсыһын уҡытып бөткәс тә, уҡытыусылар бүлмәһендә журналдың ҡайҙалығын асыҡлау бара ине.Хәҙер был эш тәрәнгәрәк китеп, уны эҙләргә һигеҙҙәрҙең синыф етәксеһе, быйыл беренсе йыл ғына эш башлаған Раушания Кәримовна, директор үҙе, уның ике урынбаҫары, шул көндө вахтала ултырған оло ғына йәштәге йыйыштырыусы апай ҙа ҡушылды.Телефон аша төнгө ҡарауылсыны саҡыртып алдылар.Бүлмәләгеләрҙең йөҙө борсоулы, болоттан да ҡарараҡ ине.
- Журнал – ул мөһим дәүләт документы, һеҙ уны һәр дәрестән һуң үҙ ҡулдарығыҙ менән урынына алып килеп ҡуйырға тейешһегеҙ.Хатта уҡыусылар ҙа ҡағылырға тейеш түгел уға. Нисек итеп алты дәрес буйы бөтә мәктәп эсенән бер журналды таба алмайһығыҙ?..
Директор ҡыҙғандан-ҡыҙа, йәш кенә синыф етәксеһенең йөҙө ағарғандан-ағара барҙы.Дәрестәрен тамамлап сыҡҡан башҡа уҡытыусылар ҙа йыйылғас, бүлмә һауаһы бер осҡон төшһә лә шартлар хәлгә етте.
- Журналдағы бәләкәй генә бысраҡ тап , ҡәләм менән яңылыш төртөлгән бер нөктә өсөн дә синыф етәксеһе яуап бирә! Ул һеҙҙең эшегеҙ, ашаған икмәгегеҙ шул, - тип Резеда Маратовна ла ут өҫтөнә кәрәсин һипте.
Былай ҙа үҙен ғәйепле кешеләй тойоп торған Әнүзә Нәзировнаның 8-се синыфтың етәксеһен йәлләүҙән йөрәге өҙөлдө.»Эй, аллам, нимә тип шул журнал тураһында һүҙ ҡуҙғаттым әле, башҡалар күрмәгәнде күреп барам бит үҙем.Килеп сыҡһа, шым ғына урынына ҡуйыр ҙа китерҙәр ине», - тип үҙ-үҙенә йәне көйөп торғанда, ҡапыл күҙе, иртәнсәктән бирле өҫтәлдә торған башмаҡ ҙурлыҡ сумкаһына төштө.Унан ҡыҙыл тышы әллә ҡайҙан: «Мин - бында», - тип ҡысҡырып торған һигеҙҙәрҙең журналының бер яҡ сите генә күренә ине…
Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.
2007 йыл.